Матбуғат йорто “йылмайҙы”03.04.2012
Матбуғат йорто “йылмайҙы”1 апрель – Көлкө көнөн Матбуғат йорто быйыл бик үҙенсәлекле ҡаршыланы. Республиканың Элемтә һәм киң мәғлүмәт министрлығы, “Башҡортостан” нәшриәте, “Вечерняя Уфа” гәзите редакцияһы, “ДоброТЫ” төркөмө әүҙемселәре тәҡдиме менән ойошторолдо был сара.
31 марттан 1 апрелгә ҡараған төндә 11 ҡатлы бинаның ҡайһы бер тәҙрәләрендә ут тоҡандырғандан һуң, йылмайыу хасил булды. Был күңелле күренеште ҡарар өсөн баш ҡала халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа күп йыйылды, фотоға төштө. Көлкө көнөндә әлеге йылмайыу барыһының да күңеленә хуш килде.


Вернуться назад