Өфө районындағы Дорогин ауылы мәктәбе директоры Татьяна Темлянцеваның фекеренсә, мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуҙа аутсорсинг системаһы үҙен тулыһынса аҡлай. Ошо мәктәптә уҡыусыларҙы ашатыу 2015 йылдың октябрендә үк Өфө балалар туҡланыуы комбинатына тапшырылған. Ашнаҡсылар ҙа тулыһынса комбинат ҡарамағына күскән.
– Был бик уңайлы. Мәктәп етәкселеге уҡытыу менән генә шөғөлләнә, – ти директор.
Өлкән класс уҡыусылары менюны үҙҙәре теләгәнсә һайлай ала. Ашханала шулай уҡ буфет эшләй. Өфө районы мәктәптәрендә туҡланыуҙың хаҡы, йәш категорияһына ҡарап, 45-50 һум тәшкил итә. “Глолайм” системаһы аша сифатҡа контроль тормошҡа ашырыла. Класс етәкселәре көн һайын балаларҙың туҡланыу-туҡланмауын билдәләп бара. Ата-әсәләр уҡыусының шәхси иҫәбенә аҡса күсерә. Артабан туҡланған өсөн хаҡ ошо иҫәптән алына.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге, шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ташлама бирелә. Улар район бюджетынан дотация иҫәбенә бушлай туҡлана. Әле Дорогин ауылында бындай категорияға 70 бала инә.
– Өфө районындағы барлыҡ мәғариф учреждениеларында аутсорсинг системаһы индерелгән, – тине Өфө балалар туҡланыуы комбинаты директоры Рәмил Шәңгәрәев.
Уның әйтеүенсә, муниципаль предприятие белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән, ә мәктәптәрҙә әлегә бындай мөмкинлек юҡ. Унда инженер-технологтар, ашнаҡсылар үҙ эшен оҫта башҡара. Комбинат тулы ҡиммәтле, файҙалы меню төҙөй, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.