Планетабыҙ берәү генә24.03.2017
Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында Башҡортостанда “Планетабыҙ берәү генә!” экологик видеороликтар конкурсы ойошторола.
Проектта ҡатнашыуға 14 йәштән өлкәнерәк кешеләр саҡырыла. Һәр кеше йәки коллектив бәйгегә иң күбе ике видеоролик тәҡдим итә ала. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сюжет оҙайлылығы дүрт минуттан артмаҫҡа тейеш. Кеҫә телефондарына һәм һанлы видеокамераларға төшөрөлгән роликтар ҙа ҡабул ителә.

Видеоматериалға эштең авторы, уның менән бәйләнеш мәғлүмәттәре, сюжеттың йөкмәткеһе бирелгән хатты теркәү шарт. Анкетаны һәм материалдарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә. Эштәр 1 апрелдән 19 майға тиклем ҡабул ителә. Бәйгегә 1 июндә йомғаҡ яһала. Еңеүселәрҙе дипломдар, аҡсалата бүләктәр көтә.
Конкурстың төп бурысы – йәмғиәттә экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәш быуынды социаль әһәмиәтле экологик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.


Вернуться назад