“Башҡортостанға уҡырға килеп тә, башҡорт телен белмәү оят”24.03.2017
“Башҡортостанға уҡырға килеп тә, башҡорт телен белмәү оят” Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған Ильяс саф башҡортса һөйләшә. Бының ни ғәжәбе бар, тиерһегеҙ. Ә Ильяс Сағынбәк – ҡаҙаҡ егете. Кәрәк булғас, башҡорт телен дүрт-биш айҙа өйрәнгән. Афарин!
“Йәйге каникулда тыуған яғыма ҡайтҡан мәл. Ҡустыларым менән тышта, саф һауала йоҡлап ятабыҙ. Бер ваҡыт битемә ямғыр тамсылары тамыуҙан уянып киттем дә “Ямғыр яуа!” тип туғандарымды өйгә инергә йәһәтләй башланым. Уларҙың береһе аҙаҡ әсәйемә:
— Ильяс ағайға әллә нимә булған, беҙ белмәгән телдә һөйләшәсе, – тигәс кенә, үҙемдең башҡортса өндәшкәнемде аңлап ҡалдым”.
Кем икән был, тиһегеҙме? Таныш булығыҙ: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында
белем алған, ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙән дә уҙҙырып саф башҡортса һөйләшкән ҡаҙаҡ егете Ильяс САҒЫНБӘК.

– Ильяс, гәзит уҡыусыларға үҙең хаҡында һөйләп үтһәңсе.
– Сығышым менән Ҡаҙағстан­дың Тараз ҡалаһынанмын. ХI клас­ты тамамлағас, 2014 йыл­дың йәйендә Өфөгә килеп, БДПУ-ла һынау тоттом.
– Әйткәндәй, һин был университет хаҡында ҡайҙан бе­леп ҡалдың?
– Атайымдың һеңлеһе Аҡтүбә дәүләт университетында профессор булып эшләй. Тап ул миңә Башҡортостандағы шундай уҡыу йорто хаҡында хәбәр итеп: “Әйҙә, шунда имтихандар тапшырып ҡара әле”, – тип тәҡдим яһаны. Иртәгәһенә үк ауылдағы йәйге ялымдан тура Аҡтүбәгә, унан инде Өфөгә юлландым.
– Башҡорт филологияһы факультеты булғас, башҡорт теленән дә имтихан бирергә тура килгәндер...
– Эйе, инша яҙҙым. Ул саҡта башҡорт телен бөтөнләй белмәй инем, шуға бик ҡыйынға тура килде.
– Сит республикала белем алырға ҡапыл ғына ҡарар иткәнһең. Үкен­мәйһеңме?
– Бер ҙә үкенмәйем. Килгәс тә барыһы күңелгә ятты, алсаҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй бында. Был йәһәттән башҡорттар менән ҡаҙаҡтар бик оҡшаш, тип әйтер инем.
– Ильяс, һин башҡортса матур, таҙа аралашаһың. Ир­кен һөйләшергә өйрә­нер өсөн күпме ваҡыт кәрәк булды?
– Иң тәүҙә әйтеүемсә, бер һүҙ ҙә белмәй инем, башҡорт теле миңә ҡытай теле һымаҡ тойола торғайны хатта. Башта тыңлап йөрөнөм, яйлап ҡолаҡ өйрәнә башланы, һүҙҙәрҙе аңлау ҙа еңеләйҙе. Берәй һүҙҙе ишетеп ҡалам да уның ҡаҙаҡсаһын эҙләйем. Ике тел дә – туғандаш, төрки телдәр, һүҙҙәр яһалышы яғынан оҡшаш булғас, һөйләм төҙөү әллә ни ҡыйынға төшмәне. Һүҙҙәрҙе ятлап йөрөй торғас, һөйләмдәр төҙөп һөйләшә башланым. Телде тулыһынса өйрәнеүгә дүрт-биш ай самаһы ваҡыт китте. Иркен итеп һөйләшә башлауымды, хатта башҡортса фекер йөрөтөүемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Шулай уҡ урыҫ телен дә ныҡлап өйрәндем, сөнки Ҡаҙағстанда ундай мәктәптәр юҡ һәм унда урыҫса һөйләшергә әллә ни форсат сыҡмай торғайны.
– Рәсәй дәүләтенән айы­рыл­ғыһыҙ булғас, Баш­ҡорт­ос­танда бә­ләкәйҙән урыҫса һөйлә­шергә өйрәнеп үҫәләр. Тимәк, һеҙҙең илдә был хәл башҡа­сараҡ тора. Бала үҫеп етһә лә, урыҫ­са белмәүе ихтималмы?
– Эйе, был йәһәттән беҙҙең илдәр ныҡ айырыла. Элек СССР заманында барыһы ла урыҫса аралашһа, хәҙер Ҡаҙағстандың Рәсәйгә сиктәш булған төнья­ғында ғына быны күҙәтергә була. Мин илдең көнья­ғында тыуып үҫкәнгә, һөйләшеүем барыбер аҡһай ине.
– Ә Ҡаҙағ­стандың ҙур ҡа­лала­рын­да йышыраҡ ниндәй телдә аралашалар?
– Баҫым кү­бе­рәк ҡаҙаҡ теленә яһала. Мин быйыл автомобиль йөрө­төү таныҡ­лығы алғайным. Дәүләт авто­инспек­цияһы бина­һына индем дә аптырап ҡал­дым: стенала “Ҡаҙаҡ теле – дәүләт теле, ҡаҙаҡса һөй­ләшәйек!” тип яҙылған. Урыҫ, әрмән, төрөк һәм баш­ҡа милләт вәкилдәре лә ҡаҙаҡса аралаша. Автобустарҙа ҡайһы ваҡыт урыҫсалап “Ҡайҙа тиклем бараһы­ғыҙ?” тип һораһам: “Һин ниңә ҡаҙаҡса һөйләшмәйһең әле?” – тиеп шелтәләп ебәрәләр.
– Башҡортостан Рәсәй сос­тавында булһа ла, бына һеҙ­ҙең илдән, ундағы кәйефтән үрнәк алып, Өфөлә һәм баш­ҡа ҡалаларҙа башҡорт теленә күберәк баҫым яһай баш­лаһаҡ?..
– Була инде. Ысынын ғына әйткәндә, бында үҙемде Рәсәйҙә уҡып йөрөгән кеүек хис итмәйем. Мин Башҡортостанды Рә­сәйҙән тыш, айырым бер ҙур дәүләт итеп тоям.
– Өфөлә Ҡаҙағстандан яҡын­са тағы күпме милләттәшең белем ала? Аралашып тора­һығыҙҙыр?
– БДПУ-ла ғына етмешләп яҡташым бар. Аграр, авиация, нефть университеттарында ла байтаҡ милләттәшем уҡый. Халыҡтар дуҫлығы йортонда “Аҡ бата” милли-мәҙәни ойошмабыҙ бар, шунда йыйылышабыҙ, Ҡаҙағстан суверенитеты көнөн, Наурыҙ кеүек төрлө байрам сараларын ойошторабыҙ, фекер алышабыҙ.
– Башҡортостанда үҙеңә дуҫтар табыуы ҡыйын булманымы?
– Тәбиғәтем менән оялсан кешемен, таныш булмағандар менән тиҙ уртаҡ тел таба һалып бармайым. Әммә бында уҡырға килгәс, ауыр булманы, сөнки бөтәһе лә тиерлек, әйҙә, та­нышайыҡ, тип үҙҙәре беренсе аҙымды яһаны. Шулай ҙа тәүҙә ҡыҙҙар менән танышһам, ояла торғайным, хәҙер юҡ (көлә – авт.). Дуҫтарым үҙем уҡыған факультеттан тыш та байтаҡ ҡына. Башҡортостандағы ҡыр­ғыҙҙар менән яҡшы мөнәсәбәт­тәмен. Күп кенә мәҙәни сара­ларҙа, төрлө форумдарҙа ҡатнашабыҙ, байрамдар дуҫтар табыуға айырыуса ярҙам итә.
– Башҡорт филологияһы факультетында уҡыу, филолог, уҡытыусы һө­нә­ре буйын­са белемде ка­мил­­лаш­ты­рыу, тел ғилемен өй­рәнеү нисек би­ре­лә? Һи­ңә икеләтә ҡы­йынға тура килмәй­ме?
– Башҡорт теле ҡаҙаҡсанан айырыла һалып бармай, әммә ҡайһы ваҡыт һүҙ төркөмдәренең атамаларында буталам.
– Уҡытыу­сы­лыҡҡа ҡа­ра­шың нисек? Уни­верситет­ты тамам­ла­ғас, был һө­нәр ме­нән яҙ­мы­шың­ды бәй­ләр­гә йы­­­йы­на­һың­мы?
– Уҡытыусы булыу еңелдән түгел. Был һөнәр буйынса эшләү теләге яңыраҡ ҡына яралды. Гимназия-мәктәптәрҙә практика үтеү оҡшай. Киләсәктә магистратура, унан аспи­рантураға уҡырға инеп, шунан инде университетта уҡытыу юлын һайларға теләйем. Бәлки, тағы ла бер-ике төрки телде өйрәнеп, фән юлынан китер­гәлер, тип тә уйлайым. Тел белеү – милләттең асҡысын ҡулыңа алыу, тип әйтәләр бит. Был өлкә минең өсөн бик ҡыҙыҡлы.
– Башҡорт теленә күңе­леңдә һөйөү орлоҡтарын кем сәсте?
– Башҡорт халҡы үҙе. Ысынын әйт­кәндә, элек Башҡортостан тигән төбәк барлығын да белмәй торғайным, әммә Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим, “Салауат Юлаев” хоккей клубы хаҡында ишеткәнем бар ине. Ун ете йәшемә тиклем бер баш­ҡортто ла осратҡаным булманы. Баш­ҡортостанға уҡырға килеп тә, башҡорт телен белмәү минең өсөн оят ине, был да телде өйрәнеүгә үҙенә күрә бер этәргес булып торҙо.
– Башҡорт әҙәбиәтенән Мостай Кәрим хаҡында ғына ишеткәнем бул­ды, тиһең. Ә хәҙер ниндәй башҡорт шағир-яҙыусыларын уҡыйһың?
– Рәми Ғарипов, Шәйехзада Бабич, Салауат Юлаевтың ши­ғырҙары, Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре күңелемә яҡын.
– Башҡорт менән ҡаҙаҡ әҙәбиәте те­матикаһы, әҫәрҙәре буйынса оҡшашмы?
– Мәңгелек темалар, 1930 йыл­дарҙа яҙылған әҫәрҙәр үҙ-ара ауаздаш. Шулай уҡ Салауат Юлаев кеүек үк үҙе шағир, үҙе яугир, уның замандашы Мохамбет Өтемісулы исемле халыҡ батырыбыҙ ҙа бар. Салауат Юлаев кеүек ул да шиғырҙарын халҡына арнай, ханға ҡаршы сыҡҡан ихтилал башлығы булараҡ та тарихҡа ингән.
– Һеҙҙең халыҡта “батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡы­ҙына өйлән” тигән мәҡәл бар. Килешәһеңме был фекер ме­нән? Башҡорт ҡыҙына өйлә­неү те­ләге бармы? Ҡатнаш милләт­ле ғаилә­ләргә ҡара­шың нисек?
– Килешәм. Ғөмүмән, ҡатнаш милләтле ғаиләгә килгәндә, барыһы ла кешеләрҙең үҙҙәренә бәйле. Башҡорт, татар, немец милләтенәнме, ике арала мөхәб­бәт булһа, ҡарашым ыңғай, әлбиттә.
– Билдәле булыуынса, һин факультет, университет кимә­лендәге төрлө мәҙәни сара­ларҙың уртаһында ҡайнап йәшәйһең, “Ҡорос” халыҡ театрында ла сығыш яһайһың...
– Эйе. Беҙҙең театр әҙерләгән “Тиле йәшлек” спектаклендә, мәҫәлән, мин Хәмит ролен башҡарам. Элегерәк хыялдарым­дың береһе актер булыу ине, шуға миңә был ролем бик оҡшай, актерлыҡ һәләтенә төплө төшөнгө килә.
Факультетта төркөмдөң ста­ростаһы итеп тә һайланылар. Бөтә ерҙә ҡатнашып йөрөргә тырышам, ятаҡта тик кенә ятыу — минең өсөн ят күренеш.
– Тыуған яҡтарыңа йыш ҡайтаһың­мы?
– Йыш түгел, йәй сессия-практика­ларҙан һуң йылына бер ҡайтып әйләнәм.
– Һағындыралыр бит...
– Тәүҙә ныҡ һағындыра ине. Атай-әсәйҙе әле лә юҡһынам инде ул. Тау­ҙарымды, далаларымды һағынам. Ҡа­ҙағстандың көньяғында ауылса йәшәү рәүе­ше киң таралған. Беҙҙең бер өйөр йылҡыбыҙ бар. Шул аттарымды юҡһынам, йәйгеһен ҡайтҡас, бер дүрт көн аттан төшмәйем, тиһәң дә була.
– Үҙеңдән үрнәк алып, баш­ҡорт йәштәренә Ҡаҙағстанға барып уҡырға кәңәш итә­һеңме?
– Әлбиттә. Теләктәре генә булһын. Ҡаҙаҡ халҡы ла үтә ихлас, ҡунаҡсыл бит ул, яҡты йөҙ менән ҡаршы аласаҡтар. Ситтә юғалып ҡалырбыҙ, телде белмәү ҡамасаулаясаҡ, тигән шикле уйҙары бөтөнләй булмаһын.
– Алдынғы ҡарашлы, күп­тәргә өлгө булырҙай ҡаҙаҡ егетенең йәшәү принциптары ниндәйерәк икән?
— Бер ҡасан да изгелек тигән сифатты юғалтмаҫҡа, ябай һәм намыҫлы кеше булып ҡалырға.
Бына ошондай тәү ҡарашҡа ябай, әммә кешелекле тормош девизы менән йәшәй Ильяс. Уға ҡарап хатта иң ғәмһеҙ кешенең күңеленә лә рух орлоғо сәселеүе ихтимал. Ә башҡорт булып та үҙ телен тейешле кимәлдә бел­мәгәндәр, белеп тә ихтирам итмәгәндәр, уның килә­сәгенә ғәмһеҙ ҡарашта булған йәштәр был егеткә ҡарап уйланһын, сәмләнһен ине. Ильястың баш­ҡорт телендә иҫ киткес таҙа, матур итеп һөйләшеүенән тыш, милләтебеҙҙең, тарихын, мәҙә­ниәтен белеүе лә һоҡланғыс. Бары тик туған телен, халҡын, ерен тәрән, эскерһеҙ һөйөү менән яратҡан кеше генә башҡа милләткә, мәҙәниәткә, телгә шулай ғашиҡ була ала.


Вернуться назад