Башҡортостан автономияһы нисек төҙөлгән?22.03.2017
Марат Ҡолшәриповта ғорурлыҡ, һоҡланыу тойғолары уятҡан ваҡиғалар
Башҡортостан автономияһы нисек төҙөлгән?2016 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин “Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында“ Указға ҡул ҡуйған мәлдән алып ошо ваҡиға, унда ҡатнашҡан шәхестәр, тарихи осор хаҡында төрлө даирәләрҙә йәнле һөйләшеүҙәр күбәйҙе. Интернет селтәрендә лә фекер алышыуҙар бара.
Республиканың төп баҫмаһы булараҡ, тап 1917 йылда барлыҡҡа килгән “Башҡортостан” гәзите XX быуат башындағы сәйәси, ижтимағи хәл-торошто, ваҡиғалар асылын өйрәнгән ғалим, билдәле тарихсы, Башҡортостан автономияһы хаҡында һәр ваҡыт факттарға нигеҙләнгән фекере, ҡарашы булған шәхес Марат Мәхмүт улы ҠОЛШӘРИПОВ менән әңгәмә ҡорорға булды. Үҙ заманында баҫмабыҙҙың сыға башлауын 1918 йыл менән бәйләйҙәр ине, әммә тап Марат Мәхмүт улының нигеҙле аргументтарына таянып, 1917 йыл гәзиттең шишмә башы итеп раҫланды. Был уның шәхси теләге, фекере түгел, ә тарихи дәлилдәр менән раҫланған ҡарашы. Бер ниндәй сәйәси ҡоролошҡа ҡарамай, һәр даим үҙ юлынан барған шәхестәр йәшәгән осорҙо өйрәнгән ғалимдың заманыбыҙҙа нигеҙле фекере, үҙ һүҙе, үҙ майҙаны.

– Марат Мәхмүт улы, Башҡортостан автономияһы төҙөлгән осорҙо, уҙған быуат башы йылдарын күҙ алдына баҫтырайыҡ әле?
– Милли хәрәкәттең башланыуы, әлбиттә, туранан-тура Февраль рево­люцияһына бәйле. 1917 йылдың фев­ралендә Рәсәйҙә икенсе революция, йәғни буржуаз-демократик революция була. Әүәл был ваҡиғаға әллә ни иғтибар булманы ла тиерлек, бары Октябрь рево­люцияһы хаҡында ғына һөйләнеләр. Батша хөкүмәте тарҡалғас, Николай II киткәс, ваҡытлы хөкүмәт власть башына килгәс, Рәсәй бөтөнләй икенсе сәйәси юлға, үҙгәрештәр осорона аяҡ баҫа. Сентябрь айында Ваҡытлы хөкүмәт Декларация ҡабул итә һәм уға ярашлы барлыҡ халыҡтарға ла тиң хоҡуҡ бирелә. Һүҙ азатлығы ла була, йәғни Рәсәй демократик дәүләт тип иғлан ителә.
Батша ҡолаған, Рәсәй империя булыу­ҙан туҡтаған осорҙа илдә милли хәрәкәт көсәйә. 1917 йылдың 1 майынан 10-ына тиклем Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандар съезы үтә. Унда мосолмандар йәшәгән өлкәләрҙән – Башҡортостан, Татарстан, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Ҡырым, Төньяҡ Кавказ һәм башҡа төбәктәр үҙҙәренең вәкилдәрен ебәрә. Башҡорттарҙан 58 кеше ҡатнаша. Зәки Вәлиди ҙә был сарала була, әммә Башҡортостан делегаты түгел, ә Төркөстанда милли хәрәкәтте етәкләү сәбәпле, шунан сығыш яһай. “Хәтирә­ләр”ендә лә был хаҡта яҙа ул. Әлеге съезда делегаттар араһында бер мәсьәлә буйынса уртаҡлыҡ булмай. Бер төркөм Рәсәй демократик дәүләт һәм федератив ҡоролош булырға тейеш тип бара. Милли өлкәләр үҙаллылыҡ алыу яғында була. Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Төркөстан, Ҡырым татарҙары ошо төркөмгә ҡарай. Икенсе төркөм берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәй өсөн сығыш яһай, йәғни милли-территориаль түгел, милли-мәҙәни автономия кәрәк, ти улар. Татар делегаттары шул фекер яҡлы була. Әлбиттә, делегаттарҙың күпселеге территориаль мөхтәриәт өсөн сығыш яһай. Әхмәтзәки Вәлиди был фекерҙе раҫлап, бик ҡаты телмәр тота. Бер делегат хатта, беҙ, мосолмандар – бер милләт, тип әйтеп ысҡындыра, З. Вәлиди уға ла үҙ ҡарашын белдерә. Мосолмандарҙың ғына түгел, һәр төрки ҡәүемдең ерле мөхтәриәте булырға тейеш, ти ул.
Был осорҙа ул Башҡортостан, Төркөстан, Ҡаҙағстан бер автономия булырға тейеш тигән ҡарашын алға һөргән була, был хаҡта “Хәтирәләр”ендә лә иҫкә ала, ләкин З. Вәлидиҙең был уйы барып сыҡмай, сөнки ер мәсьәләһе күтәрелә. Башҡорт делегаттары аҫабалыҡ хоҡуғын яҡлап сығыш яһай һәм ер тураһында һүҙ барғанда аҫабалыҡты иҫәпкә алырға кәрәклеген әйтә. Ҡаҙаҡтарға ҡарата был фекер ыңғай яҡҡа хәл ителә, ә башҡорт­тарҙың талабы иғтибарҙан ситтә ҡала. Ер мәсьәләһен тикшергән секцияны Ғаяз Исхаҡи етәкләй һәм башҡорттар, улты­рыштың ҡарары менән риза булмайынса, ташлап сығып китә. Килешмәүҙәрен белдереп, 9 майҙа 50 кешенән торған “Башҡорт өлкәһе” тигән ойошма төҙөйҙәр. Уны Сәғит Мерәҫов менән Аллабирҙе Йәғәфәров етәкләй. “Башҡорт бюроһы” төҙөп, үҙ мәсьәләләрен яңынан күтәрәләр: “Был съезд беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Ҡайтҡас, үҙебеҙ съезд үткәрәбеҙ һәм, ер мәсьәләләрен күтәреп, ерле мөхтәриәт хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ”, – тиҙәр. Ошо ваҡытта З. Вәлиди уларға килеп ҡушыла. Өс кеше етәкләй шул мәлдә бюроны: С. Мерәҫов, А. Йәғәфәров, З. Вәли­ди. Улар мөрәжәғәт яҙып, ошо идеяны яҡлаған 55 кешенән ҡултамға йыя. Башҡорт автономияһының шишмә башы бына ошонда була.
– Ялҡынлы, ҙур идеяларҙы тор­мош­ҡа ашырыу эшен улар артабан Ырымбурҙа дауам иткәнме?
– Эйе, улар Мәскәүҙән ҡайтҡас, 1-се башҡорт ҡоролтайына әҙерлек башлай. 1917 йылдың май-июнь айҙарында бара был ваҡиғалар. Улыстарҙа, уездарҙа йыйылыштар үткәрелә, делегаттар һайлана. 90-дан ашыу кеше ҡатнашҡан ҡоролтайға делегаттарҙы альтернатив нигеҙҙә һайлайҙар, йәғни бер нисә делегат күрһәтелеп, улар араһынан йәшерен рәүештә тауыш биреп, берәүҙе генә төп сараға ебәрәләр. Демократик юл менән эш итәләр. Архивтарҙа документтар һаҡланған: уларҙан күренеүенсә, һәр төбәктә ойошторолған йыйындарҙа күпселек тауыш йыйғандар делегат итеп теркәлгән. Ҡыҫҡаһы, халыҡ тауышына ҡолаҡ һалғандар.
Шул рәүешле июль айында Ырымбурҙа 1-се башҡорт ҡоролтайы уҙа. Шунда Үҙәк шура (совет) төҙөлә. Рәйес һайлағанда бер аҙ шау-шыу ҙа булып ала. З. Вәлиди юрист булыуын иҫәпкә алып – Юныс Бикбовты, ә Ҡорбанғәлиевтәр төркөмө Ш. Манатовты тәҡдим итә. Төркөстандың эштәренә бәйле булыу сәбәпле, З. Вәлиди үҙенә был вазифанан баш тартырға тура килеүен дә әйтә яҙмаларында. Һөҙөмтәлә Шәриф Манатов үтә. Ул Үҙәк шураның, уны Башҡорт шураһы тип тә атайҙар, рәйесе булып китә.
– Был съезда ниндәй мәсьәләләр ҡарала?
– Ул ойоштороу съезы була, унда ер, уҡыу-уҡытыу, дин, Каруанһарайҙы ҡайтарыу кеүек мәсьәләләр күтәрелә. Унда хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙан да бер вәкил була. Рабиға Ҡушаева-Йомағолова халыҡ алдына сығып, гүзәл заттың тиң хоҡуҡта­рын яҡлап һүҙ әйтә. Милли хәрәкәттә ҡатнашып, үҙ фекерен белдергән беренсе башҡорт ҡыҙы. Башҡортостандың 100 йыллығына йөҙ шәхесте тәҡдим иттеләр бит әле, шулар араһында уның булмауы минең өсөн бик ғәжәп булды. 100 йыл­лыҡтың башында торған кеше бит ул. Муллалар уға ҡаршы булыуын белдерә, әммә ул бирешмәй, әйтергә теләгәнен еренә еткереп ҡуя.
Ҡоролтайҙа, һис шикһеҙ, иң төп мәсьәлә ул ерле автономия төҙөү була. Ғәскәр төҙөү тураһында ла һүҙ әйтәләр.
– Икенсе съезда ниндәй мәсьәлә­ләр күтәрелә?
– Икенсеһен Өфөлә үткәрергә ҡарар итәләр. Ни өсөн бында? Сөнки татарҙар Өфөлә Саҙри Мәҡсүди менән берлектә үҙҙәренең мәжлесен уҙғара. Ваҡытлы хөкүмәттең ҡарары буйынса, был ваҡытҡа Учредительный съезд йыйылырға тейеш була. Ш. Манатов, Х. Йомағолов, З. Вәлиди һ.б. күп тауыш йыйып, сараның делегаттары итеп һайлана. Ваҡиғалар Октябрь революцияһына тиклем бара. Был осорға Үҙәк шураның составы киңәйтелә, башта алты ғына кеше була, һуңынан ул ун дүрткә еткерелә. Бына ошолар хәл ителә был мәлдә.
– Октябрь революцияһы осоронда хәл-торош нисек була?
– Был дәүерҙә барыһы ла Ырымбурҙа була бит инде. Үҙәк шура ла Каруан­һарайҙа ултыра. Совет власы урынлаштырыла, ревком төҙөлә, ә улар, үҙ сиратында, башҡорттарға бик ҡырын ҡарай. Ҡулға алмаҡсы булып бөтәләр, тик 15 ноябрҙә атаман Дутов бола күтәрә, ғәскәрҙәре менән Ырымбурға бәреп инә, ревкомдыҡылар барыһы ла ҡасып бөтә. Ә Үҙәк шура тороп ҡала. Быға тиклем 11 ноябрҙә, Дутов килгәнсе Шура киң билдәле 1-се Фарманды ҡабул итә. Ни өсөн тигәндә, ул бик кәрәкле документ була.
– 1-се Фарманда нимәләр хаҡында яҙылған? Был хаҡта тарихи сығанаҡ­тар ҙа бар, әлбиттә, әммә ҡайтанан иҫ­кә төшөрөп китһәк, һис насар булмаҫ ине.
– Унда иң беренсе урында башҡорт милли хәрәкәтенең Октябрь революция­һына һәм төшөрөлгән Ваҡытлы хөкүмәткә, яңы хәрәкәттәргә мөнәсәбәте күренә.
Дөйөм башҡорт халҡына, Төбәк шураларына мөрәжәғәт иткән 1-се Фарман ҡыҫҡасараҡ бына ошолай булған: “1917 йылдың 25 октябрендә Рәсәйҙең Ва­ҡытлы хөкүмәте большевиктар партияһы тарафынан төшөрөлөү айҡанлы, Рәсәйҙә үҙ-ара һуғыш китте. Большевиктар, Ваҡытлы хөкүмәтте тарҡа­тып, Петроград, Мәскәү, Ҡазан, Харьков, Һарытау, Һамар, Өфө һәм Рәсәйҙең башҡа губерналарын үҙ ҡулдарына алды. Күп илдәр большевиктарҙы танымай. Үҙ-ара һуғыш китә. Рәсәйҙә кем баш, кем хужа булғанын белер хәл ҡалмай. Большевиктар бөтә ерҙе крәҫтиәндәргә биреүҙе белдерә. Шуның арҡаһында Башҡортостандағы ерһеҙ халыҡтар менән башҡорттар араһында талаш сығыу ихтималлығы тыуа. Талауҙар, үлтереүҙәр хөкөм һөрә, суд юҡ, яза юҡ. Бигерәк тә былар башҡорт халҡы һәм законға, тәртипкә буйһоноп өйрәнгән халыҡтың ҡанын ҡыҙҙыра.
Фронттан ғәскәрҙәр үҙ ихтыярҙары менән ҡайта башлай. Большевиктар быға үҙҙәре юл ҡуя. Дөйөм халыҡ тарафынан танылған бер хөкүмәттең булмауы, Ваҡытлы хөкүмәттең большевик­тарға ҡарата йомшаҡлығы менән иғтибары төшкән Керенский хөкүмәте лә башҡорттарға йүнле эшләргә ирек бирмәй, өйәҙ һәм улыс идараларын тамам ҡаҡшата.
Был хәлдән нисек ҡотолорға? Ере, мөлкәте булған һәр халыҡ өсөн үҙ ҡай­ғыһын үҙе хәстәрләү, ерен, малын үҙе һаҡлау мөһимдер. Башҡортостан да идараны үҙ ҡулына алырға тейеш була. Большевиктар үҙҙәре, бөтә мил­ләт­тәргә ирек теләһәләр, автономия алырҙар, теләһәләр, Рәсәйҙән бөтөнләй айырылырҙар, ти. Украина, Бессарабия һәм Дағстан мосолмандары үҙ алдына йәшәгән бөтә идараларҙы үҙ ҡулына ала башлай.
Башҡорт халҡы дөйөм съезда ла: “Мәмләкәттә тәртипһеҙлек китһә, идараны үҙ ҡулына алыр”, – тип ҡарарҙар сығара. Хәҙер Башҡорт шураһы һис кемгә буйһонмай, Башҡортостанды айырым идара итеү юлына сығарырға керешә. Өфө, Һамар губерналарында башҡорттар татар һәм урыҫтар менән бергә ултыра. Шуның өсөн ул ерҙәрҙә Башҡортостан автономияһын хәҙерҙән иғлан итеп булмай. Ырымбур губернаһындағы башҡорттарҙың фекере асыҡ билдәле, бында автономияны иғлан итергә әҙерлек бара. Шулай Башҡортостан икегә бүленә. Өфө яҡтары большевик ҡулында, Ырымбур яғында казактар большевиктарҙы танымай. Шул сәбәпле Башҡортостандың һуғыш аҫтында ҡалыуы ихтимал. Башҡорттар бер-береһе менән һуғышырға тейеш түгел, сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул – башҡорт”.
– Кем яғында булған һуң башҡорт милләте шәхестәре һәм халҡы?
– Бер кем яғында ла түгел, үҙебеҙҙең яҡта. Беҙҙең был талашлы-ыҙғышлы ғәмәлдәрҙә эшебеҙ юҡ, тигән улар. Беҙҙең эш – үҙ мәмләкәтебеҙҙең тыныслығын һаҡлау. Артабан Фарманда ошо хаҡта әйтелә лә инде: “Ике миллионлы башҡорт халҡының, юҡ-бар сәйәси уйындарға ҡыҫылып, уйынсыҡ булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең сәйәсәт — фәҡәт тупраҡлы мөхтәриәт алыу. Шуның өсөн һеҙҙең Мәркәз шурағыҙ Киевтағы милләттәр съезына инде. Унда ике вәкил ебәрҙе.
Съезға кереү менән башҡорт мөхтәриәтенән тауышҡа ҡуйырға бер-береһенә алмаш ярҙам итәсәк. Мәркәз шура тапшырған эштәрегеҙҙе атҡарыу юлында Керенский хөкүмәтенә барып ҡараны, ләкин бер ҙә эш сыҡманы. Башҡорт идараларын земствонан айырыу тураһында саралар күреп ҡараны, бер нәмә лә барып сыҡманы. Ер мәсьәләһен хәл итеү өсөн Черновҡа барып ҡаралды, ул да булманы, сөнки Керенский хөкүмәте милләттәрҙең мәсьәләһен хәл итеүҙе Учредительный собраниеға ҡалдырыу яҡлы ине. Керенский хөкүмәте беҙҙең теләктәрҙе атҡарырға ашыҡмаһа ла, беҙ халҡыбыҙҙы ойоштороп бөттөк.
Шуның өсөн башҡорттар һәм башҡорт һалдаттары дөйөм Рәсәй сәйәсәтендә төрлө милләттәр менән бергә булғанда ла, Керенский хөкүмәтен аяҡҡа баҫтырыу өсөн тороу ихтималы юҡ. Бәлки, бөтә милләттәрҙең хоҡуғын таныған, ныҡлы тәртип-низам ҡылыуға көсө еткән хөкүмәт төҙөү өсөн генә тороу тейештер. Хәҙер большевиктар бөтә халыҡтарға ирек бирә, ләкин тәртипһеҙлек менән бергә бирә. Башҡорт халҡы бындай бүләкте ҡабул итергә тейеш түгел. Татар ҡәрҙәштәребеҙ ҙә, башҡорттар менән бергә эшкә тотоноп, мөхтәриәт алыу юлында эшләшергә тейеш. Бөтә урындарҙағы хәлдәрҙән ашығыс рәүештә Мәркәз шураға хәбәр биреп торорға тейештәр. Учредительный собраниеға һайлау эштәре үҙ юлынан бара. Хәҙер Мәркәз шура төрлө ерҙәргә таралған башҡорт ғәскәрҙәрен ҡайтарыу өсөн вәкилдәр ебәрә. Ил араһындағы бөтә ҡорал иҫәпкә алынып, төбәк шуралары ҡарамағына тапшырылырға тейеш. Һәр эште Мәркәз шура менән аңлашып, һәр көндө Мәркәз шураның бойороғон көтөп торорға тейешбеҙ”, – тип яҙылған ул документта.
Башҡорт шураһының рәйесе Ш. Манатов, урынбаҫары З. Вәлидов, ағзалары Фәтих Дәүләтшин, X. Әмиров, Ғ. Ғәйетбаев, Муса Смаҡов, Ғ. Хәсәнов, Илдархан Мутин, яҙыусы Ш. Бабич Ырымбурҙың Каруан­һарайында 1917 йылдың 11 ноябрендә ҡул ҡуйған.
Аңлауығыҙса, бында һүҙ нейтралитет хаҡында бара, сөнки Ваҡытлы хөкүмәткә барһалар ҙа, унда ер мәсьәләләре хәл ителмәгән. Башҡорт делегацияһы, ысынлап та, Ваҡытлы хөкүмәткә мөрәжәғәт итә, әммә бер ыңғай яуап, ҡараш күрмәй. Ә большевиктар көсләшеп власҡа килде һәм ергә хоҡуҡты юғалтты, тип башҡорттар уларҙы ла яҡлап сыҡмай. Лениндың “Ер хаҡындағы декрет”ы башҡорттарҙы аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм иткән була. Үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ хәл итәбеҙ тигән принципҡа нигеҙләнеп, Дутов килгәс, 15 ноябрҙә 2-се Фарманды иғлан итәләр. Унда һүҙ ерле Башҡорт автономияһын төҙөү тураһында бара.
Әммә был осорҙа ла бәхәсле нәмәләр була. Ҡайһы бер тарихсылар хатта, Дутовтың штыгына таянып, башҡорттар мөхтәриәт иғлан иттеләр, уның менән хеҙмәттәшлек иттеләр, тип яҙған. З. Вәлиди был ваҡиғаларға ҡарашын асыҡ ҡына яҙып ҡалдырмаған, әммә улар 1917 йылдың 14 июненән башлап сығарған “Башҡорт” гәзитендә үҙҙәренең бөтә ҡарарҙарын баҫа бара. Ана шунда бик ҡыҙыҡ ҡына бер мәғлүмәт бар. Ш. Манатов менән З. Вәлиди Дутов менән осрашыуға бара. Улар ерле мөхтәриәт хаҡында һүҙ әйткәс, Дутов алйот түгел бит инде, башҡорттарҙың кемлеген белә, шуға беҙ, казактар ҙа, автономия юллайбыҙ һәм был ҡарашығыҙҙы хуплайым, ти. Бына ошонан һуң иғлан ителгән дә инде 2-се Фарман. Ваҡытлы хөкүмәттең вәкиле быға ҡаршы сыға, Мосолман хәрби ревкомы ла кире ҡарашта була. Ғ. Шәмиғолов, К. Хәкимов, Б. Нуриманов – автономияға ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан кешеләр.
Башҡорттар нейтралитет иғлан итһә лә, ил эсендә төрлө йүнәлештәге бәре­лештәр, һуғыш башланғас, уны һаҡлап ҡалыу мөмкин дә булмаҫ ине. Ни өсөн тигәндә, уларҙың үҙ маҡсаты, үҙ талаптары булған. Ошо ваҡиғаларҙан һуң бөтә башҡорт ойоштороу съезы уҙғарыу тура­һында әйтелә, шундай мәсьәлә ҡуйыла.
1917 йылдың 8 – 20 декабрендә өсөнсө ойоштороу съезы үтә, ул иғлан ителгән автономияны раҫлай һәм етәксе органдар төҙөү тураһында һүҙ алып барыла. Шунда 2-се Фарман раҫлана, Рәсәй федератив дәүләт булырға тейеш тигән ҡарар ҡабул ителә. Етәксе органдарҙан Кесе ҡоролтай тигән парламент төҙөлә, бөгөнгө Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай кеүек була инде ул. Ә Кесе ҡоролтай үҙ сиратында Беренсе башҡорт хөкүмәтен төҙөй, рәйесе итеп юғары белемле юрист Юныс Бикбов һай­лана. Башҡортостандың ерле мөхтәриә­те кантондарға, улыстарға бүленә. 2-се Фарманда былар бөтәһе лә күрһәтелә, әлбиттә, кантондар исемдәре билдәлән­мәһә лә, Фарманда улар телгә алына. Әйтәйек, бик күп башҡорттар Өфө тирәһендә йәшәй бит инде, әммә унда большевиктар хужа булыу сәбәпле, уның эсендәге ҡайһы бер өйәҙҙәр генә атап әйтелә.
1918 йылдың башында илдә хәлдәр ҡырҡа үҙгәреп китә, большевиктар бөтә ерҙә үҙ диктатураһын урынлаштыра. Дутов ҡаса, әммә башҡорттар Ырымбурҙа барыбер тороп ҡала. Шул заман баяғы Мосолман хәрби ревкомы ағзалары йәнләнеп китә һәм, татар һалдаттары менән килеп, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын 17 февралдә ҡулға ала. Унда етәксе булып йөрөгән Ғ. Шәмиғолов, К. Хәкимов, Б. Нуриманов ҙур тырышлыҡ күрһәтә. З. Вәлидиҙе, Ш. Бабичты һәм хөкүмәттең башҡа ағза­ларын Ырымбур төрмәһенә ябып ҡуялар.
Башҡорт халҡын был ваҡиға ныҡ тетрәтә, милли хәрәкәт етәкселәрен ҡотҡарыу саралары күрелә. Мәскәүгә, Ырымбурға телеграмма менән мөрәжәғәт итәләр. Татарҙар З. Вәлидиҙе аттырыу мәсьәләһен күтәреп йөрөй, ләкин Әмир Ҡарамышев отряд төҙөп, Дутовтың казактары менән 4 апрелдә Ырымбур төрмәһенә һөжүм итә һәм З. Вәлидиҙе, уның арҡаҙаштарын ҡотҡара. Әммә башҡорт хәрәкәте етәкселәре ҡасырға ашыҡмай, киреһенсә, Өфөгә килеп, йәшерен йыйылыш ойошторалар һәм, большевиктарҙы фашлап, башҡорт халҡына мөрәжәғәт ҡабул итәләр. Уларға ҡаршы көрәш хаҡында һүҙ алып баралар.
Баймаҡтағы мәхшәрҙә ике башҡорт офицеры Иҙелбаев менән Мағазов бер ниндәй тикшереүһеҙ-ниһеҙ атыла бит инде, бына ошо ваҡиғалар барыһы ла Башҡорт хөкүмәте ағзаларының артабанғы хәрәкәтенә ҙур йоғонто яһай ҙа инде. Мәсеттәрҙе емереү, башҡорттарҙы ерһеҙ ҡалдырыу ҙа иғтибарҙарынан ситтә ҡалмай.
Ошо ваҡытта 1918 йылдың май аҙағында илдә Граждандар һуғышы башлана, аҡ чехтар ике яҡлап килтереп бәрә, Силәбе һәм башҡа ҡалалар улар ҡулына төшә. Башҡорт хөкүмәте шунда уҡ Силәбе­гә күсенеп, чехтар менән бәйләнешкә инә һәм улар менән уртаҡ тел таба. Башҡорт хәрби советы төҙөлә, З. Вәлиди үҙе етәксеһе була, һәм ул милли ғәскәр төҙөү өсөн мобилизация иғлан итә.
Башҡорт һалдаттарына тупланыу хаҡында хәбәр ебәрелеү менән, бер-ике ай эсендә генә ул ике дивизия һәм полктан торған тотош башҡорт аҡ корпусы төҙөп ҡуя. Һамарҙа, Омскиҙа ултырған аҡ хөкүмәт ағзалары башҡорттарҙың тиҙ арала армия ойоштора алыуына хайран ҡала. Һәр ҡайһыһы башҡорттарҙы үҙенә йәлеп итергә теләй. Башҡорт офицерҙары, Благовар районының Үҙрәкбаш ауылынан башҡорт генералы Ишбулатов та ғәскәр төҙөү эшенә йәлеп ителә. Был осорҙа башҡорт ғәскәренең үҙ формаһы, байрағы ла ҡабул ителә. Башҡортостандың әлеге әләме һымаҡ була ул, тик аҡ төҫө аҫта урынлашҡан.
Көҙгә тиклем илдә һуғыш бара. 17 ноябрҙә Омскиҙа Колчактың түңкәрелеше ваҡиғалары була, һәм ул үҙен Юғары идарасы тип иғлан итә. Ул, Рәсәй берҙәм һәм бүленмәҫ булырға тейеш тип, милли ғәскәрҙәрҙе таратырға, автономияларҙы тарҡатырға, тигән фарман сығара. Башҡорттар нимә эшләргә белмәй аптырап ҡала. Аҡтар менән дә эш сыҡмаҫы көн кеүек асыҡ була.
1919 йылдың 17 февралендә беҙҙең башҡорт ғәскәрҙәре ниндәйҙер яҡшы үҙгәрештәргә өмөт итеп, ҡыҙылдар яғына сығырға мәжбүр була. Ленин да, башҡорттарҙы ҡаҡмағыҙ, әммә уларҙың ғәскәрҙәрен аҡтарға ҡаршы йүнәлтергә кәрәк, тигән фекерен әйтә. З. Вәлиди ғәскәрҙе бында ҡалдырыуҙы һорап ҡараһа ла, башҡорт полктарын тараталар, тотош Рәсәй буйлап һибәләр, Деникинға ҡаршы ебәрәләр, Петроградҡа, Польшаға йүнәлтәләр. Тиҙ арала тупланған башҡорт ғәскәренә Башҡортостанды ҡалдырыуҙан ҡурҡалар, әлбиттә.
Шунан һуң инде һөйләшеүҙәр башлана, башта Өфөлә ойошторола, Симбирскиҙа (бөгөнгө Ульяновскиҙа) тәүге килешеүгә ҡул ҡуйыла, “Предварительное соглашение” тип атала ул. Һуңғы сиктә киң билдәле Килешеү (Соглашение) төҙөлә.
Торараҡ беҙҙең башҡорт делегацияһы Мәскәүгә ебәрелә. Документҡа 1919 йылдың 20 мартында М. Ҡулаев – Баш­ҡорт хөкүмәте, Ә. Бикбауов – башҡорт ғәскәрҙәре, М. Халиҡов башҡорт шураһы исеменән, Мәскәү яғынан И. Сталин, В. Ульянов (Ленин), М. Владимирский, А. Енукидзе ҡул ҡуя. Ул төрлөсә атап йөрөтөлә: “Соглашение Российского Рабоче-Крестьянского Правительства с Башкирским Правительством о Советской Автономной Башкирии” тигәне “Известия” гәзитендә 1919 йылдың 23 мартында баҫылған.
– Был документ башҡорт халҡына нимәләр бирә?
– Ул башҡорт халҡына бик күп кенә вәкәләттәр бирә: Башревкомдың мөмкинлектәре арта, башҡорт ғәскәре һаҡлап ҡалына, ер мәсьәләһенә әллә ни иғтибар бүленмәһә лә, хоҡуҡтар ҙур була. Унда шулай уҡ бик үҙенсәлекле ун алтынсы параграф бар: “Члены Башкирского Правительства административных учреждений и общественных организаций не подлежат репрессиям за свою минувшую деятельность” тип яҙылған.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20-се йыл­дарҙағы Граждандар һуғышында аҡтарҙы еңә башлағас, башҡорт ғәскәр­ҙәренә ихтыяж кәмей, юғала, тиһәң дә була. Уларҙы яйлап тарҡата баш­лайҙар, һәм һуңғы сиктә 1920 йылдың 19 майында ЦИК һәм СНК тарафынан Декрет ҡабул ителә. Ул декрет “О Государственном Устройстве Автономной Советской Башкирской Республики” тип аталған һәм документҡа В.И. Ленин һәм М.И. Калинин ҡул ҡуйған. Унда инде республиканың күп кенә вәкәләттәре ҡырҡыла, мөмкинлектәр ҙә юғалтыла. Башревком ағзалары был декретҡа ҡырҡа ҡаршы сығыш яһай, һәм һуңғы сиктә ул тарҡала. З. Вәлиди, Төркөстанға съезға барам, тип сығып ҡына ҡотола, уны атырҙар ине, сит илгә китеп иҫән ҡала.
– Ни сәбәпле Килешеүҙе боҙоуға юл ҡуйыла һуң? Тарихсы булараҡ, был хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Әлбиттә, Зәки Вәлиди был хәл менән һис кенә килешмәй, Мәскәүгә мөрәжәғәт итә: “Беҙ һеҙҙең менән килешеү төҙөнөк, уға бер йыл да тулманы, һеҙ уны бөтөнләй кире яҡҡа үҙгәрттегеҙ”, – ти. В. Ленин, Килешеү — ул ҡағыҙ киҫәге, киңерәк ҡарағыҙ, тигән фекер менән яуап бирә. Ғәскәрҙе бөтөрҙөләр, унһыҙ бер нимә лә килтереп сығарып булмаясаҡ, тип, бер төркөм Башревком ағзалары бик әсенеп, илдән сығып китергә мәжбүр була.
Шунан милли хәрәкәттә йөрөгән шәхестәрҙе нимә көткәнен беләһегеҙ бит инде. Уларҙың 99 проценты золом ҡорбанына әүерелә, бары тик береһе генә иҫән ҡалып, 60-сы йылдарҙа үҙ үлеме менән донъянан китә. Һүҙ Абдулла Әҙеһәмов тураһында бара. Хатта милли хәрәкәттә ҡатнашмаған, большевик булып йөрөгән кешеләрҙе лә “вәлидовсы” тип атып бөтөрәләр. М. Мортазиндың “Башкирия и башкирские войска в гражданской войне” (М. – 1927) тигән китабы сыға, шуның ҡушымтаһында кемдәр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған, шуларҙың исемлеге була. Шуның буйынса йөрөп, кешеләрҙе ҡулға алалар һәм аталар. Бер ҡараһаң, ул орден дан бит инде, икенсе яҡтан, шәхестәрҙең яҙмышын кире яҡҡа хәл итә.
– Шәйехзада Бабичтың вәхшиҙәрсә үлеме тап шул йылдарҙа (1919 й.) бөтә халыҡтың аңын тетрәтә. Был мәғлүмәткә лә асыҡлыҡ индереп китәйек әле?
– Унда хәл былайыраҡ була. Март аҙаҡтары. Был осорҙа Башҡорт хөкүмәте Темәстә була (әле лә ул бина бар, хәҙер унда музей урынлашҡан). З. Вәлиди ҙә, Ш. Бабич та шунда ултырып эшләй. Шағир секретарь була, редакция эштәре менән шөғөлләнә, гәзит сығара. Улар – Шәйехзада Бабич менән Ғәбделхәй Иркәбаев (шағир егет, әйткәндәй, бер шиғырын да күргәнем булманы, әммә милли хәрәкәт эшендә әүҙем ҡатнаша ул) башҡалар Мораҡҡа күсенгәндән һуң да ошонда тороп ҡала.
Икеһенә шундай эш ҡушыла: яйлап бөтә типография, китапхана, архив материалдарын туплағандан һуң юлға сығырға. Улар Йылайыр аша Темәстән Мораҡҡа барырға тейеш була. Был осорҙа Колчактың ғәскәрҙәре Башҡортостанды баҫып алып килә. Быларҙы Йылайырҙа ҡаршы алырға тейешле Симонов тигән ҡыҙыл отряд башлығына: “Юлға сыға алабыҙмы, хәүеф юҡмы?” — тип телеграмма ла бирәләр. Ул: “Все нормально, давайте, выезжайте!” – тип яуаплай. Әммә типографияны оҙата барған ғәскәрҙе лә, барыһын да ҡулға төшөрәләр. Иң аяныслыһы шул: бөтә архивты, китапхананы, нәшриәт материалдарын уларҙың күҙ алдында яндыралар. Ш. Бабичтың бер һандыҡ ҡулъяҙмаһы була, шуларҙы көл итәләр.
Шул уҡ Йылайыр ерендә бер ниндәй хөкөм ҡарары, бер ниндәй аңлатыуһыҙ-ниһеҙ Бабичты, Иркәбаевты, уның менән бергә булған башҡорт һалдаттарын ҡаты язалап үлтерәләр!
Был халыҡ өсөн, беҙҙең милләт өсөн ҙур фажиғәгә әйләнә! Смоленск полкы башҡорттар араһында шундай ауыр енәйәттәр ҡылып йөрөй, уларҙы контрреволюцион милләт тип иғлан итә. Шуға күрә, ошо фажиғәләрҙе күреп, Муса Мортазин ул полкты ҡырып, ғәскәрҙәрен аҡтар яғына күсереп алып китә. Август айында кире ҡайта ул ҡыҙылдар яғына, әммә башҡорт халҡын ҡырып йөрөгән революция әләмен күтәреүселәр менән ул оҙаҡ ваҡыт килешмәй йөрөй.
– Марат Мәхмүт улы, уҙған быуат башын өйрәнгән ғалим булараҡ, шул осор материалдары, шәхестәрҙең эшмәкәрлеге менән танышҡанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?
– Һәр ваҡыт һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем һәм кисерәсәкмен! Был хаҡта бер мәҡәлә лә яҙғайным. Урыҫ публицистары XIX быуатҡа ҡағылышлы һүҙ сыҡҡанда, башҡорт халҡы бөтөп бара, тип яҙа ине бит инде. Һис кенә лә килешмәйем. Петербург этнографы, врач Д.П. Никольский кеүек олуғ ғалим киреһен иҫбатланы һәм, бер ниндәй ҡырылыу-бөтөү тураһында һүҙ ҙә юҡ, тип яҙып сыҡты.
Шулай ҙа Успенскийҙың кире фекерен Октябрь революцияһын маҡтаусылар күтәреп сыҡты һәм, үлемгә дусар булған башҡорттарҙы ул ғына ҡотҡарҙы, тип раҫларға маташты. Шуны халыҡтың аңына һеңдерергә тырыштылар.
Беҙ бит хатта милли хәрәкәттә йөрөгәндәрҙең эше хаҡында ла бер ни белмәнек, беҙҙе ҡараңғылыҡта тоттолар, уларҙы “халыҡ дошманы” тинеләр, оноторға ҡуштылар. Тарихсылар ҙа һуңғы сиккә тиклем тарихи сығанаҡтарҙан, архивтарҙан материалдар алыу хоҡуғына эйә булманы. Ә бит халҡыбыҙҙың данлыҡлы шәхестәре күп. Дәүләт Думаһында башҡорт милләтенән әллә күпме депутат булған, аталы-уллы Сыртлановтар, Сәйфетдинов, Мәтинов һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһе башҡорт мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаған. Сыртланов ул сәйәси ваҡиғаларҙа, әйтәйек, Порт-Артурҙы ҡалдырған өсөн барған суд­та (генерал Стессель һәм адмирал Рожественский) адвокат булып сығыш яһай. Был бит шәхестең кимәле, йәмғиәттәге юғары статусы хаҡында һөйләй. Әммә Ғәлиәскәр Сыртлановты 1912 йылда үлтерәләр. З. Вәлиди, уның эшмәкәрлеген юғары баһалап, вафат булмаһа, милли хәрәкәтте етәкләп йөрөр ине, тип яҙа был шәхес хаҡында. Әйтәйек, З. Вәлиди бөйөк ғалим ғына түгел, юғары кимәлдәге ойоштороусы була. Уйлап ҡарағыҙ әле, ай ярым эсендә тотош ғәскәр туплай. Легитим рәүештә һайлана бит Башҡорт ҡоролтайҙары депутаттары. Бына ошо күренеш кенә лә башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең демократик дәүләт ҡоролошона, Рәсәйҙең федератив үҫешенә законлы нигеҙ һалыуы хаҡында һөйләй.


Вернуться назад