Эттереп кенә ҡуйғандан ҡый кәмерме?22.03.2017
Эттереп кенә ҡуйғандан ҡый кәмерме? Googlе йәки Яндекс карталарына инеп, тыуған ауылығыҙҙы, йылға-күл буйҙарын ҡарағанығыҙ бармы? Булмаһа, әле үк быны эшләргә тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, Шишмә районының Сәлих ауылы янындағы быуаға күҙ һалайыҡ. Иғтибар иттегеҙме, быуаның эргәһендә ярайһы уҡ киң генә аҡ тап күренә. Ул – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмө. Былтыр был өйөмдө таҙартып, бульдозер менән эттереп тә ҡуйғайнылар. Был картала ла төҫмөрләнә. Әммә был ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһен хәл итеү тигән һүҙ түгел, хатта, киреһенсә, тупраҡты ағыулау ғына.
Бер нисә йыл элек Башҡорт­остан­дың Йәшәү эшмәкәрлеге хәүеф­һеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры Лариса Белан менән махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм биологик ресурстар лаборатория­һында эшләгән ғилми хеҙмәткәр, Рус география йәмғиәтенең әүҙем ағзала­рының береһе Александр Волков (һүрәттә – уңдан өсөнсө) сүп-сар өйөмдәрен мониторинг­лауҙың яңы алымын уйлап тапҡан. Баҡһаң, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмөнөң барлыҡҡа килеүен, ҙурайыуын йә таҙартылыуын йыһан каналдары аша эшләп була икән! Александр Михайлович был хаҡта ентекләп һөйләп бирҙе.
– Һәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмө йылылыҡ һәм метан газы бүлеп сығара. Был процесты йыһан­дан ебә­релгән фотоһүрәттәр аша күрергә мөмкин. Әлбиттә, республикала санкцияланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары күҙәтеү аҫтында, уларҙы гел тикшереп торалар, һәм был өлкәлә ҡыйынлыҡтар юҡ. Ә бына санкцияланмаған сүп-сар өйөмдәре ҡайҙа етте шунда барлыҡҡа килә, уларға ҡаршы әүҙем көрәшкән ведомствоны ла атап ҡына әйтеп булмай. Бына ошо мәсьәләне беҙ йыһан ярҙамында хәл итергә булдыҡ. Эштең икенсе этабы йыһандан алынған фотоһүрәттәрҙең төрлө мәлдә тө­шөрөл­гәндәрен сағыштырыуға ҡай­тып ҡалды. Карталарҙа урман ситтәрендә, ялан-туғайҙарҙа бар­лыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәре һәйбәт күренә. Тик уларҙы ваҡытында алып ҡуймаһалар, тәбиғәт улар менән үҙе көрәшә башлай. Был тирәлә тиҙ арала үлән үҫә һәм өйөмдө тиҙ генә табырмын тимә. Ә бына урманда, йырындарҙа барлыҡҡа килгән сүп өйөмдәрен космос фотолары менән дә табыуы ҡыйын. Мәҫәлән, урманда уларҙы ағастар япраҡ ҡойғас ҡына, ҡар төшкәнгә тиклем табырға була. Эште артабан БДУ студенттары менән дауам иттек. Өфө ҡалаһы һәм районында ғына 400-ҙән ашыу санкцияланмаған сүп-сар өйөмө таптыҡ. Миәкә, Туймазы, Ейәнсура райондарында тағы биш йөҙҙән ашыу сүп өйөмөнә юлыҡтыҡ. Тик артабан “Ә был мәғлүмәт менән артабан нимә эшләргә” тигән һорау тыуҙы. Күҙәтеү ведомстволарына мөрәжәғәт иткән осраҡта, сүп-сар өйөмөнөң координаталары, фотолары, уның ниндәй ауыл биләмәһенә ҡарауы – барыһы ла яҙылырға тейеш. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе исеменән Башҡортостан­дың тәбиғәтте һаҡлау прокуратура­һына бер нисә хат яҙҙыҡ. Унда ҙур сүп-сар өйөмдәренең ҡайҙа урынлашыуын фотодокументтар менән дәлилләп һанап үттек. Прокуратура үҙ сиратында етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн төрлө яуаплы ведомстволарға хат ебәрҙе. Шулай итеп, ике йылдан ашыу был эш менән шөғөлләнәбеҙ. Әлбиттә, сүп-сар өйөмдәре менән көрәш ентеклелекте, теүәллекте, байтаҡ ваҡыт һәм көс һалыуҙы талап итә. Әммә беҙҙе был ҡурҡытмай.
– Артабан эш нисегерәк ҡо­ролған?
– Күҙәтеүсе органдарҙың күрһәт­мәлә­ренән һуң сүп-сар өйөмдәре эргәһендә хәрәкәт барлыҡҡа килә. Эшенә яуаплы ҡарағандар өйөмдө полигонға ташып, был ерҙе таҙартып ҡуя. Ә бына тейешле баһа бирмәгән муниципалитеттар бульдозер менән ерҙе эттереп ҡуя ла эш шуның менән бөттө тип уйлай. Мәҫәлән, Өфө районының Миловка ауылы эргә­һендәге сүп-сар өйөмөнә күҙ һалайыҡ. Төрлө мәлдә төшөрөлгән фотоһүрәт­тәргә ҡараһаҡ, өйөмдө ер менән күмеп ҡуйғандары күренеп тора. Ғөмүмән, сүп-сар өйөмдәре шул тиклем күп. Уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле.
– Тимәк, күктән барыһы ла күренһә лә, ерҙәгеләр теләһә ҡайҙа сүп ташлау ғәҙәтенән арына алмай.
– Эйе, шулай. Айырыуса ҡала халҡы был мәсьәләгә битарафыраҡ. Тәбиғәткә сыҡҡан саҡта үҙҙәре артынан өйөм-өйөм ҡый ҡалдырып китәләр. Иң мөһиме – ниңәлер республикала сүп-сар өйөмдәренә ҡараш башҡасараҡ, йәнәһе, был артыҡ ҙур бәлә түгел. Тик теләһә ҡайҙа сүп өйөмө булдырыу, мәҙәниәтһеҙлектән бигерәк, үҙ ереңә төкөрөү, тәбиғәте­беҙҙең иң гүзәл ерҙәрен юҡҡа сығарыу бит ул. Халыҡ ниңәлер һаман быны аңламай.
– Сүп-сар өйөмдәрен табыу, улар менән көрәшеүҙең ябай ғына, шулай ҙа һөҙөмтәле юлын тапҡанһығыҙ. Киләсәктә эшегеҙ ниндәй йүнәлештә дауам итәсәк?
– Маҡсатыбыҙ – республиканың бар­лыҡ төбәктәренән дә әүҙем кешеләрҙе йәлеп итеү. Миҫал өсөн, ябай ауыл кешеһе сүп өйөмөн табып, был хаҡта ауыл советына еткереп, уны алыуҙы талап итә башлаһа, ғәҙәттә, уға ҡырын ҡарай башлайҙар. Һиңә барыһынан да күберәк кәрәкме, ниңә һорамаған ергә ҡыҫылаһың, тиҙәр. Ә был осраҡта ябайыраҡ юл – Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенә уның фотоһын төшөрөп ебәреү һәм картала билдәләү. Артабанғы эште үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ.
– Дөйөм республика буйынса хәл нисегерәк? Сүп-сар ҡайҙа кү­бе­рәк?
– Кеше күберәк йәшәгән ерҙә, әлбиттә. Өфө янындағы биләмәләрҙе ҡала халҡы дачаға әйләндереп бара. Элекке иҫке йорттарҙы емереп, яңыларын төҙөйҙәр. Төҙөлөш өсөн аҡсаһы булған кеше, тимәк, ярлы түгел. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш ҡалдыҡтарын полигонға алып сығыуҙы күптәр башына ла индермәй. Урманға, уйһыулыҡҡа, ҡайҙа урын таба – шунда алып барып ташлай. Ҡыҙыҡ өсөн генә сүп-сар өйөмөнә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Унда бит 30 - 40 проценты ғына ысын сүп-сар. Ҡалғаны таҡта, бүрәнә, тәҙрәләр...
– Бына-бына ҡар ирейәсәк, эшегеҙ арта инде...
– Эш ҡурҡытмай, битарафлыҡ ҡурҡыта. 2016 йылдың йәйендә үткәргән мониторинг менән бөгөнгө хәлде сағыштырырға кәрәк. Быйылғы эшебеҙгә студенттарҙы күберәк йәлеп итәсәкбеҙ. Быға тиклем күҙәтеүсе органдар күрһәтмә биргән муниципали­теттарҙа эш нисегерәк тора икәнен ҡарарға кәрәк. Дөйөм алғанда, тирә-йүндең таҙалығы үҙебеҙгә бәйле.


Вернуться назад