Хәҙер “башҡорт балы” тигән бөтә донъяға билдәле исемде файҙаланып төрлө шикле ризыҡ етештереүселәр күбәйә башланы. Күптән түгел, мәҫәлән, “Башкирский мёд” яуаплылығы сикләнгән ширҡәт булыуы асыҡланды. Уның юридик адресы тип Өфө ҡалаһының Индустриаль шоссе урамындағы 37-се йорт күрһәтелгән, ғәмәлдә был урында ошондай ойошма булмай сыҡты.Был ширҡәт хужаларының береһе Өфөлә башҡа төрлө адрес буйынса йәшәй, ә икенсеһе хатта Мәскәү өлкәһендә теркәлгән икән. Ойошма аҙыҡ-түлекте күмәртәләп һатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған, улар араһында нимә генә юҡ: балыҡ, ҡыҫала, ҡабырсаҡ ...
– Тимәк, был йәмғиәт башҡорт балын төрлө ялған күсермәләрҙән һаҡларға уйламаған да, фәҡәт етештереү урынын, йәғни Башҡортостанды, эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәрендә файҙаланған ғына, – ти Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры, профессор, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов.
Был ойошма республикабыҙ биләмәһендә бал ҡорттары үрсетеү менән дә шөғөлләнмәй, башҡорт балы исеме аҫтында уны һата ғына. Эшмәкәрлеге тураһындағы тулайым мәғлүмәттә уның бухгалтерияһының отчет бирмәүе тураһында ла әйтелгән.
Үзбәкстанда, Тажикстанда, Ҡытайҙа һәм башҡа илдәрҙә йыйылған ошо татлы продуктты “Башҡорт балы” тигән бренд аҫтында ғәйәт ҙур күләмдә етештерәләр бөгөн. Был хәл ысын башҡорт балын Рәсәй һәм донъя баҙарында һатыуҙы ҡыйынлаштыра – ул түбән сортлы ялған бал менән конкуренцияға түҙмәй, сөнки тегеләре бик арзан.