Ҡайнар ҡотлайбыҙ!21.03.2017
Ҡайнар ҡотлайбыҙ!Гәзитебеҙҙең тәжрибәле һәм таһыллы журна­листарының береһе, яҙыусы-сатирик Винер Айҙар улы ИСХАҠОВ ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын билдәләй.
Йәш сырайына ҡарағанда 50 йәш бирмәҫлек типһә тимер өҙөрлөк ир-уҙамандың үткер хикәйәләре барлыҡ уҡыусыларҙы йәлеп итә. Гәзиттә авторы Винер Исхаҡов тип ҡуйылған яҙманы ҡулға алыу менән бер тында уҡып сығалар, ул оҙаҡ иҫтә йөрөй, сөнки мәҡәләләре көн ҡаҙағына һуҡҡан ҡырҡыу темаларҙы үҙ эсенә ала. Хеҙмәттәштәренә ҡарата яҡшы мөғәмәләһе өсөн дә ихтирам итәләр уны коллективта. Өлгөлө ғаилә башлығы ла ул – ҡатыны Нажиә менән үҙҙәре кеүек зирәк һәм игелекле ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Ижад ялҡының артабан да һүрелмәһен, бәхет, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер мәңгелек юлдаштарың булһын!
Ихтирам менән “Башҡортостан”дар.


Вернуться назад