Йөрәкте йылытҡан хәтирәләр21.03.2017
Йөрәкте йылытҡан хәтирәләр...Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты бинаһында бер төркөм олпат ағай-апай йыйылған да, һалмаҡ ҡына әңгәмәләшә, көлөшөп тә ала. Уларға тағы ла кемдер ҡушыла, дуҫтарса ҡосаҡлашыу, ҡул бирешеү китә. Ҡайһы берәүҙәр үҙенсәлекле форма ла кейгән. Арлы-бирле үтеп йөрөгән студенттарға, әлбиттә, был күренеш ситтән шулайыраҡ күренә. Улар алдарында ҡасандыр юғары уҡыу йортоноң ғорурлығы булған студенттар, хәҙер иһә абруйлы вазифалар биләгән хөрмәтле кешеләр йыйылған, йәшлек хәтирәләрен яңыртыу өсөн матур осрашыу ойошторған, тип уйламайҙыр ҙа...
Алтынсы тиҫтәне ваҡлаған, ғүмерҙең иң тынғыһыҙ, дәрт-дарманлы, сағыу сағын үткән оло йәштәгеләрҙең барыһын да ҡасандыр бер ойошма берләштергән. Уларҙың һәммәһе лә Башҡорт дәүләт университетында белем алған, студент йылдарында “Квант” төҙөлөш отрядында эшләгән.
Ойошманы, тәүгеләрҙән булып, 1975 йылда математика факультеты базаһында II курс студенты Рәмил Зыятдинов туплай. Уларға физиктар һәм химиктар ҙа ҡушыла. Йәш быуынға хеҙмәт тәрбиәһе биреү менән бер рәттән йәмғиәт өсөн дә бихисап аныҡ эштәр атҡарған отряд 1986 йылға тиклем йәшәй. Рәмил Зыятдинов, ике йыл отряд командиры булғандан һуң, төбәк штабында эшен дауам итә, уны Семен Чернов, Рәмил Ғәйнетдинов кеүек булдыҡлы егеттәр алмаштыра.
Заман йәштәренә студент төҙөлөш отрядтарының әһәмиәтен аңлатыу ҡыйын, әлбиттә. Ҡыҙғаныс, әммә йәш быуын хәҙер анһат юл менән аҡса эшләүҙе хуп күрә, күп ваҡытын күңел асыуға бағышлай, гаджеттарҙағы виртуаль донъянан арына алмай. Был йәһәттән үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарындағы студенттар менән бөгөнгөләрҙе сағыштырырлыҡ түгел: заман башҡа – заң башҡа. Шулай ҙа ыңғай тәжрибәне тергеҙеү, көнүҙәк шарттарға яраҡлаштырыу мөмкин түгелме ни?
“Квант” төҙөлөш отрядына килгәндә, ҡасандыр әүҙем йәштәр йәйге каникул ваҡытында Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһын төҙөүҙә, Ҡансура газ ятҡылығын үҙләштереүҙә, Куйбышев өлкәһендә торлаҡ йорттар, республикала сәнәғәт объекттарын күтәреүҙә ҡатнашҡан. Өфө янында Ағиҙел ярҙарын нығытыу ҙа – студенттарҙың тырышлығы. Ҡыҫҡаһы, эш еңелдән түгел, ялҡауҙар һәм наҙлыҡайҙар төҙөлөш отрядында ағза була алмай. Йәмғиәттең социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә ҡатнаша йәштәр: отрядҡа хеҙмәт тәрбиәһе биреү өсөн йыл һайын бер нисә ауыр холоҡло үҫмерҙе беркетәләр, улар төҙөлөштә һәм ашханала эшләй, студенттар менән аралашып, тормош һабаҡтары ала...
Студент отрядтарының төп тәғәйенләнеше хеҙмәттә булһа ла, йәшлек дәртен бер нимә менән дә һүндереп булмай. Ауыр эш, ҡатмарлы йәшәү шарттары, уртаҡ юл-сәйәхәттәр йәштәрҙе бер ғаилә итә, шатлыҡ-көйөнөстәр уртаҡҡа әүерелә. Спорт саралары, бәйгеләр, башҡа төҙөлөш коллективтары менән осрашып танышыуҙар, күңелле кисәләр, тыуған көндәр – быларҙың һәммәһе лә әлегәсә күңелдә һаҡлана, йәшлектең йәмле хәтирәһе булып йөрәкте йылыта.
Студент отрядында хеҙмәт итеүҙең тағы бер әһәмиәтле яғы бар – аҡса эшләү. Бының һис тә йәшерен-батырыны юҡ – арыу ғына килем кейем-һалым алырға, атай-әсәйҙәргә бүләккә, туҡланыуға, башҡа маҡсаттарға ла етә, хатта артып ҡала ине.
Нисек кенә булмаһын, бөгөн ошоға оҡшаш ойошмаларҙың, студент хәрәкәттәренең эшен әүҙемләштереү фарыз. Беренсенән, эштән берәү ҙә үлмәй, хеҙмәт сынығыуы алған кеше тормошта ышаныслыраҡ аҙымдар менән атлай, ҡаршылыҡтарға бирешмәй. Икенсенән, эш менән мәшғүл йәштәрҙең насар уйҙарға, алама шөғөлдәргә ваҡыты ла, теләге лә булмай. Өсөнсөнән, аҡса бер ваҡытта ла артыҡ түгел: үҙ көсөң менән тир түгеп алған эш хаҡы бәрәкәтле лә, ҡотло ла.
...Ә осрашыуҙы ойошторған Рәмил Зыятдинов, йылдар үтһә лә, һис үҙгәрмәгән, уға хас булғанса, был мәсьәләгә лә оло яуаплылыҡ менән ҡараған. Фотоматериалдар туплаған, стена газите эшләгән, отряд тураһында матбуғат биттәрендә сыҡҡан материалдарҙы килтергән, иптәштәренең һәр береһенә фотолар һәм йәшлек йырҙары тупланған диск яҙҙырған... Хатта төҙөлөш отряды формаһын тектерергә өлгөргәндәр, ойошманың атрибутикаһын тергеҙгәндәр.
Осрашыу шул тиклем йылы һәм матур үтте. Ҡасандыр беҙҙе татыу ғаилә итеп туплаған мәл – йәшлегебеҙҙең йәшнәп торған матур осоро, әйтерһең дә, тиҫтәләрсә йылдар төпкөлөндә ҡалмаған, барыһы ла кисә генә булған... Һәр ҡайһыбыҙ яҙмышы юлын нисек үтеүе, тормошта нимәгә өлгәшеүе хаҡында һөйләне. Барыһын да эшһөйәрлек, тәртип, яуаплылыҡ, маҡсатлылыҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә: юҡҡамы ни студенттарҙың элекке төҙөлөш отряды ағзалары араһында фән докторҙары, эшҡыуарҙар, власть органдары вәкилдәре, етәкселәр бар.
Заманында студенттар ил кимәлендәге төҙөлөштәрҙә, стратегик объекттарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнашты, ул ғына түгел, төҙөлөш отрядтары йәш быуынды тәрбиәләгән, алға йүнәлткән социаль берәмеккә әүерелгәйне. Ошо ыңғай тәжрибәне тергеҙеп, студент хәрәкәттәрен көсәйтергә, булдыҡлы йәштәрҙе берләштерергә ине.



Вернуться назад