Күңел тәҙрәләре матурлыҡҡа асылһын!21.03.2017
Элгәре Белореттан баҙарҙан ҡайтҡан ҡайным:
– Вәт, баҙар көстө булты, ат бәйҙәр урын юҡ ине, – ти торған булған.
Хәҙер машина ҡуйыр урын юҡ.
***
Баҡсаңдан индергән яңы бәрәңгене боҫратып бешереп, яҡындарың алдына табынға ҡуйыу – үҙе бер байрам! Әллә ниндәй затлы, нәзәкәтле аш-һыуҙар ары торһон!
***
Торттың йә бүтән ризыҡтың кеше һынында эшләнеүен өнәмәйем. Беренсенән, динебеҙ ҡушмай, икенсенән, нисек инде кеше һынын киҫкеләп, ашап ултырырға мөмкин?!
***
“Өфө йүкәләре” йырын ишеткәс, күҙемдән йәш атылып сыҡты...
Ҡайҙа йүкәләр?
Ҡайҙа Назар ағай?!.
Ҡайҙа Өфө урамдарының бал еҫе аңҡытып ултырған саҡтары?!.
***
Айыуҙың “урман кешеһе” тигән атамаһы була торғайны. Тиреһен һыҙырһаң, кәүҙәһе, бармаҡтары кешенеке кеүек булып ҡала, тиҙәр ине.
Өләсәйемдәрҙең ауылында бер һунарсы бабай шулай айыуға атҡан да, теге тауыш биреп үлгән. Бабай ҡото осоп ҡайтҡан да киткән, кеше үлтерҙем икән, тип.
– Аллаһ, үлдем, тип әйтте, – тигән, хәле бөтөп йүгереп ҡайтҡас.
Туғандары барып ҡараһа, ул айыу булып сыҡҡан. Шунан аҙаҡ уҫманғәлеләр айыуға бик йөрөмәгән, тиҙәр...
***
Йылан беренсе саҡҡанда ғына ныҡ ауырыта ул. Йә үләһең, йә ҡалаһың... Аҙаҡ тешләгән саҡта ғына ауырыта ла, ағыуы алмай. Тәү тешләгәндә үлмәй ҡалырға тырышырға кәрәк, тимәк...
Сағыла-сағыла ғүмер ҙә үтеп бара...
***
Күрше өй һала башланы. Ихатаһында аласыҡ һымаҡ нәмә төҙөтөп, үзбәк-тажиктарҙы шунда йәшәргә урынлаштырҙы. Шулар менән һөйләшкәнен ишетеп, рәхәтләнеп көлөп алдым. Кем шул тиклем акцент менән, яңылыш-йоңолош урыҫса һөйләй икән тиһәм, беҙҙең шул украин күрше! Йәнәһе, үзбәккә “үзбәк” телендә аңлата.
***
Аллаһ Тәғәлә тап иткән хәләлеңдең етешһеҙлектәренең яҡшы яҡтары ла бар икән ул...
Бер ауылда ире эшкә бик һәлкәү, ҡатыны иһә өлгөр ғаиләне белә инем. Өйҙәрендә лә булырға тура килде. Йорт-ҡура – леспромхоздыҡы, баракка нисек күскәндәр, шулай хужаның ҡулы теймәгәне һиҙелеп тора. Дөрөҫ, ағай бик нескә күңелле, хайуандарға йәлләп ҡарай, бесәйҙе лә “берс” тимәҫ кеше инде. Йыр-моңға ла маһир икән.
Тәү күргәндә хужабикә апай баҙҙан килеп сыҡты. Дөрөҫөрәге, башта аҫтан иҙән таҡтаһына нимәлер һалынған туҫтаҡ сығып ултырҙы, унан бәрәңге һалынған тас ҡунаҡланы, шунан ғына сығып килгән апайҙың башы күренде. Ул спортсылар таһыллығы менән кәүҙәһен күтәреп, аяҡтарын иҙәнгә тартып алды! Бындай “подтяжканы” күреп, күҙ маңлайға менде.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, бында баҫҡыс тигәнең бары һарай башына менгән ерҙә генә бар икән. Уныһы ла бесән ятҡан ҡыйыҡ аҫтына барып етмәй, апайға йәнә “подтяжка” эшләргә тура килә.
Ул ваҡыттан күп һыуҙар аҡты. Яңыраҡ улар хаҡында хәбәр килеп етте. Ағай инде донъянан киткән, әммә 90 йәшкә ыңғайлаған теге апай һаман теремек, кәүҙәһе лә ҡыҙҙарҙыҡы кеүек һомғол. Баҙҙан да һаман баҫҡысһыҙ сыға икән…
Хәрәкәттә – бәрәкәт шул.
Динебеҙҙең: “Хәләлегеҙҙә берәй насар ҡылыҡ күрһәгеҙ, тыныс ҡарағыҙ, бәлки, шул насарлыҡ тип уйлаған нәмә­лә һинең өсөн бер яҡшылыҡ барҙыр”, – тип өйрәтеүе хаҡ икән...


Вернуться назад