Ҡайһы килен шәп?21.03.2017
Ҡайһы килен шәп?
Яҙҙар етте. Шаулап-гөрләп
Аға ҡарҙың һыуҙары.
Бер сәхнәгә йыйылдылар
Ҡырҡ өйлө һылыуҙары!

Ошондай дәртләндергес юлдар менән башланды Дәүләкән районы төбәгендәге Ҡырҡ өйлө мең ырыуы ойошмаһы әҙерләгән “Йәгеҙ әле, килендәр!” бәйгеһе. Әйткәндәй, был сара икенсе йыл рәттән үтә. Уҙған йыл Дүртөйлө ауылында ойошторолған бәйгене быйыл Соколовка ауыл биләмәһе үҙ өҫтөнә алды. Сараға Дүртөйлө ауылынан “Гөлнәзирә”, Яңы Яппарҙан – “Күгәрсендәр”, Ҡаҙанғолдан – “Тормош сәскәләре”, Соколовканан – “Серҙәштәр” һәм Ҡырҡ өйлө мең ырыуына ҡараған Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылынан “Йәйғор” командалары йыйылды.
Дәүләкән районы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары, урындағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зинур Ғайсин, Ҡырҡ өйлө мең ыры­уының эшмәкәрлеген юғары баһалап, бындай сараларҙың башҡа ауылдарҙа, күрше райондарҙа ла ойошторолоуын теләне. Соколовка ауыл биләмәһе етәксеһе Әхтәм Шәрәфетдинов, сараның бағыусыһы “Рихтер” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Сергей Рихтер һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлниса Нәғимйәнова ауылдағы иң оло инәйҙе – 90 йәшен тултырған Мөнирә Шәйхетдинованы тәбрикләне.
Ә командалар, ысынлап та, береһенән-береһе ҡеүәтлерәк ине. Улар йыр, девиз аша үҙен танытҡас, Экология йылына арналған конкурс башланды. Сүп-сарҙан кәрәкле йыһаз әҙерләп, “Күгәрсендәр” командаһы сығыш яһаны. “Тормош сәскәләре” ял итергә килгәндәрҙең тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡағылыуҙарын сәхнәләштереп, “Ер-Әсә” поэмаһынан өҙөк һөйләне. “Йәйғор” командаһы, ҡул эштәрен күрһәтеп, ябай ғына пластик шешәнең хужалыҡта кәрәклеген иҫбатланы һәм ептән бәйләнгән эмблема бүләк итеп таратты. Тәбиғәткә иғтибарлы булыу кәрәклеген “Серҙәштәр” командаһы ла тасуирлаһа, “Гөлнәзирә”ләр тәбиғәттә ял итеү генә түгел, ә мәшғүллек тә кәрәклеген раҫлап, кейеҙ һуғыу йолаһын сәхнәләштерҙе.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңеле, йөҙө, ғәмәлдәре лә матур булырға тейешлеген заман гүзәлдәре нисек аңлауын “Прическалар эшләү оҫталығы” конкурсында тамаша ҡылдыҡ.
Ҡатын-ҡыҙ – ул ғаилә усағын һаҡлаған әсәй, апай, килен... Кем генә булһа ла, уның өҫтәле һәр саҡ мул булырға тейеш. “Аш-һыу” бәйгеһенә әҙерлек өйгә эш итеп бирелгәйне. Һәр команданың өҫтәле милли ризыҡтан һығылып торҙо. Бында, әлбиттә, һынатыусылар булманы.
Ҡайһы килен шәп?Йәш киленде элек уның оҫта итеп туҡмас ҡырҡыуынан һынағандар. Тырыштар билдәләнгән ваҡытҡа “һә” тигәнсә эште башҡарып та ҡуйҙы. Артабан командаларҙың йыр-моң, Экология йылына ҡарата сәхнә күренештәре, таҡмаҡтар бәйгеләрендә ҡатнашыуын тамашасы ихлас ҡараны. Ярыштар араһында залда ултырғандар менән викторина үткәрелде.
Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттарының эшенә ярҙам иткән Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк. Айтуған Усманов, Сафуан Ризуанов, Наҙия Миңлебаева, Фәнил Хәйретдинов, Шишмә районынан килгән ҡунаҡтар Илнур Хәсәнов һәм Марат Фәхретдиновтың сығыштарына тамашасы дәррәү ҡул сапты.
Көсөргәнешле бәйгелә еңеүсене билдәләү еңелдән булманы. Шулай ҙа I дәрәжә дипломға ике команда – “Серҙәштәр” менән “Тормош сәскәләре” лайыҡ булды. Икенсе урынды “Гөлнәзирә”, “Күгәрсендәр”, “Йәйғор” командалары уртаҡлашты. “Иң оҫтаһы” номинацияһында Ҡаҙанғол ауылынан Зөлфиә Солтанғәлина еңеп сыҡһа, “Иң етеҙе” тип Яңы Яппарҙан Фәнүзә Шәйхисламова, “Милли аш-һыу оҫтаһы” тип шул уҡ ауылдан Рәзифә Аҡөмбәтова, “Иң зирәге” тип Соколовка ауылынан Зилә Ноғоманова һәм “Иң үҙенсәлеклеһе” тип “Гөлнәзирә” командаһынан Альбина Әхмәтова танылды. Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттары ойошмаһының ҡор башы Филүс Хәлиуллин ҡатна­шыусыларҙы ҡотлап, уңыштар теләне, берҙәмлеккә саҡырҙы. Саялыҡ, оҫталыҡ, уңғанлыҡ, етеҙлек күрһәткән командаларға, шулай уҡ сараны ойоштороп үткәреүҙә, башҡорт йолаларын һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашҡандарға Зинур Ғайсин рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылы мәсете имам-хатибы Салауат Вәликәев шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға маҡтау хаттарын тапшырҙы.
Төрлө яҡтарҙан төшкән килендәр ошо төбәктә үҙ ырыҫын табып йәшәүҙәрен раҫлап, йолаларҙы тергеҙеп, матур байрамдар ойоштороп, милли рухҡа тоғро ҡалыуын иҫбатланы.


Вернуться назад