Ай ҙа ярамай, ҡояш та…21.03.2017
“Ай менән ҡояш та ярамағанды, кеше бер-береһенә ярай аламы инде” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Ысынлап та, әҙәм балаһы эҫе көндәрҙә “Ниңә был тиклем ҡыҙҙыра икән” тип ҡояшҡа ризаһыҙлыҡ белдерһә, ҡараңғы төндәрҙә “Исмаһам, айы ла нығыраҡ яҡтыртмай бит әле” тип әйтеп ҡуя.
Кеше ни тиклем генә камиллыҡҡа ынтылмаһын, бөтөнөһө менән идеаль мөнәсәбәт ҡорорға тырышмаһын, барыбер ҙә барыһына ла ярай алмай. Һәм быға ынтылырға кәрәкмәй ҙә, сөнки һәммәһенә яҡшы булам тип, үҙеңә зыян килтерергә, ваҡытыңды сарыф итергә, асылыңды юғалтырға була. Эйе, эргә-тирәләге кешеләр һеҙҙең менән мөнәсәбәттән нимәлер көтә, нимәгәлер өмөт итә. Әммә тормошоғоҙ тик һеҙҙеке генә һәм уны башҡа кешенең ышанысын аҡлауға бағышларға тейеш тә түгелһегеҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙ көткәндәргә, хыял иткәндәргә өлгәшергә тырышығыҙ, тәү сиратта һеҙҙең өмөт аҡланһын.
Көндәлек тормошта беҙгә бихисап кеше менән аралашырға тура килә. Улар араһында бәләкәй генә яҡшылыҡты ла ҙур итеп ҡабул итеп, рәхмәтле була белгәне лә, күберәк изгелек ҡылған һайын, уны шулай тейеш тип ҡабул итеп, елкәгә менеп ултырғаны ла бар. Һуңғыларының бер йомошон үтәмәгән осраҡта һеҙҙең быға тиклем эшләгән яҡшылыҡтарығыҙҙы онотоп, үпкәләп, ғәйеп тойғоһо тағырға маташыуы ла күҙәтелә.
Бындай төр кешеләр менән мөнәсәбәтте нисек ҡорорға? Барыһына ла ярарға тырышыуҙан, кеше фекеренә артыҡ бәйлелектән нисек арынырға?
Беренсенән, бар кешенең дә тормош ҡиммәттәре һәм ҡараштары һеҙҙеке менән тура килә алмай – шуны аңларға кәрәк. Күпме кеше – шул сама фекер. Кемдеңдер тормош фәлсәфәһе, донъяуи ҡиммәттәре, йәшәйешкә ҡараштары һеҙҙекенә тап килмәһә, бында бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Әгәр ҙә һеҙ кем менәндер ниндәйҙер бер мәсьәләлә уртаҡ тел табаһығыҙ икән, бик яҡшы, ә юҡ икән – үлемесле түгел, һәр берегеҙ үҙ фекерендә ҡала, тик бер-берегеҙгә “минеке генә дөрөҫ” тип үҙ принцибығыҙҙы тағырға тырышмағыҙ.
Тормош ҡиммәттәре тураһында һүҙ барғанда, тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк. “Һин яҡшыраҡҡа лайыҡһың” тигән һүҙҙәр менән бер кеше икенсеһен нимәгәлер өндәй: мәҫәлән, йәшерәк һәм сибәрерәк кәләш, байыраҡ кейәү, яңы эш, ҙурыраҡ өй… Икенсе кеше ризалашмаған осраҡта: “Мин һиңә бәхет теләп, яҡшыраҡ тормошҡа саҡырам, ә һин ҡабул итмәйһең”, – тип үпкәләргә лә күп һорамай. Ә быларҙың тәғәйен кеше өсөн ысынлап яҡшыраҡ икәнлеген ниндәй күҙлектән сығып ҡарар итә, шулай иткәндә һәйбәтерәк булғанлығын ҡайҙан белә ул? Нимә яҡшы, нимә насар икәнлеген һәр кем үҙе өсөн үҙе хәл итә, сит кешеләр үҙ тәжрибәһенән сығып фараз ғына ҡыла ала. Нисек йәшәргә, нимә эшләргә кәрәклеген һәр кем үҙе билдәләргә хоҡуҡлы.
Икенсенән, нимәлер һеҙҙе бәхетле итә икән, тимәк, ул һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы. Әгәр ҙә нимәлер эшләп, кем менәндер аралашып, үҙегеҙҙе бәхетле тояһығыҙ икән, тимәк, был ысынлап һеҙҙеке һәм башҡа кешеләрҙең фекере бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел. Әлбиттә, ошо эштәр һәм һүҙҙәр үҙегеҙгә, башҡа кешеләргә һәм йәмғиәткә зыян килтермәҫкә тейеш – быны ла күҙ уңынан ысҡындырып ебәрмәгеҙ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр ҙә башҡалар һеҙҙең ҡарашты, һеҙ яратҡан нәмәне ҡабул итә алмай һәм бер туҡтауһыҙ тәнҡитләй икән – был шәхсән уларҙың проблемаһы. Иң мөһиме, күңелегеҙҙә яҙмышығыҙҙан, эштәрегеҙҙән, һөйләгән һүҙҙәрегеҙҙән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо булһын, эске гармония һәм бәхет осҡоно һүнмәһен.
Өсөнсөнән, үҙегеҙгә бирелгән ғүмерҙе бар кешегә лә ярайым, уларҙың өмөтөн аҡлайым тип үткәреү дөрөҫ булмаҫ.
Хаталарҙан беребеҙ ҙә азат түгел. Яңылышҡан ваҡытта, беҙгә ысынлап яҡшылыҡ теләп, беҙҙе ҡайғыртҡан кешеләр ярҙамға киләсәк, ә һәр ваҡыт тәнҡитләп, ғәйеп тойғоһо тағырға маташҡандар йә иһә “Башҡа кешеләр миңә тейеш” тип ҡарарға күнеккәндәр ярҙам итеү урынына яңы проблемалар өҫтәргә лә һәләтле. Шуға күрә бындай кешеләр менән аралашыуҙан күңелегеҙҙә ауыр тойғолар ҡала, улар һеҙҙең рухи һәм башҡа яҡтан үҫешегеҙҙе тотҡарлай икән, мөнәсәбәттәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға була. Кәрәк ваҡытында ҡәтғи генә итеп “юҡ” тип әйтә белеү ҙә үҙенә күрә бер оҫталыҡ. Барыбер һеҙ ундай кешеләргә 100 процентҡа ярай алмаясаҡһығыҙ һәм быға ваҡыт әрәм итеү хата булыр. Бер генә тапҡыр бирелгән ошо матур ғүмерҙе үҙебеҙ теләгәнсә ҡороп, үҙебеҙҙең хыял-маҡсаттарыбыҙға ирешеп йәшәйек!