Колхоздар — тарихта, зарҙары йәшәй әле...Колхоздар тарҡалыуға сирек быуат ваҡыт үтте. Үҙенә күрә уҙған юлға һығымта яһарға ла мөмкин. Һүҙем ул саҡта йәшәгәндә күпме уңыш алынған, ерҙең күпме өлөшө эшкәртелгән, ни саҡлы мал аҫрала һәм башҡа шундай иҡтисади күрһәткестәр тураһында түгел. Ә шәхес булараҡ хеҙмәт кешеһенең шәхсән күңел, рух азатлығы хаҡында. Сирек быуат. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, һаман “ностальгия” тигән ауырыуҙан арына алмайбыҙ. Ололарҙан — колхоз эшен ғүмере буйы егелеп тартҡан быуындан – ғына түгел, хатта был системаның (һыҙыҡ өҫтөнә алам — системаның) ни икәнен белмәгән йәштәрҙән дә ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә: “колхоз йәшәһә, былай булмаҫ ине”, “әй, ул саҡта эш тә бар ине”, “ферма тулы мал була торған ине...” Ине. Тик береһе лә ошо эш-бурыстың ғына үҙҙәренеке, ә малдың да, игендең дә башҡаныҡы икәнен иҫләргә теләмәй. Бәлки, ошо “ине”не күптән тарих сүплегенә ташларға ваҡыттыр ҙа, һуңлап булһа ла “шулай итһәк, нисек була, былай эшләп ҡараһаҡ, отошлораҡ” менән йәшәй башларға ваҡыттыр.
Әйткәндәй, 1861 йылда Александр II реформаһынан һуң “крепостной хоҡуҡ” бөтөрөлә башлағас та крәҫтиәндәр, үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡаршы сығып, батшаға хат яҙған, ти. Шуға ла, помещиктар тарафынан ризаһыҙлыҡ булғас, крәҫтиәндәр бер ни аңламағас, был реформа ярты быуатҡа саҡлы — аңды үҙгәрткәнсе дауам иткән.
Булмаһа, айыҡ аҡыл менән үткәндәргә бағып, ике системаны сағыштырып ҡарайыҡ.
“Йәнегеҙ Алланыҡы, ә тәнегеҙ, мөлкәтегеҙ минеке...”
“Крәҫтиәндәрҙең ергә беркетелеүе”, “крепостной хоҡуҡ” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡына большевиктар партияһының “уң ҡанаты” лидерҙарының береһе Бухарин ҡабатлаған. Ул, колхозлаштырыу системаһының илде нимәгә алып барырын күҙаллап, 1928 йылда уҡ яңы системаны “крепостной хоҡуҡ” менән сағыштыра. Быны Бухарин крәҫтиәндең күсеп йөрөү хоҡуғын бөтөрөү, “таяҡҡа” (трудодень) эшләтеү, башҡа сикләүҙәрҙе күҙ уңында тотоп дәлилләй. Етмәһә, нәҡ ошо осорҙа колхоздарға мәжбүри индереү ҙә башлана.
Ике системаны сағыштыра башлағансы, “крепостной хоҡуҡ”тың килеп сығыу тарихына, уның нимә аңлатҡанына, асылына байҡау яһарға кәрәктер.
Крәҫтиәндең ергә беркетелеүе, йәғни, русса әйткәндә, “крепость крестьян”дан “крепостной хоҡуҡ” термины килеп сыҡҡан. “Ергә беркетелгән крәҫтиәндең хоҡуғы” мәғәнәһен аңлатһа ла, асылда иһә уның хоҡуҡһыҙлығын феодаль дәүләттәрҙә юридик формала ҡанунлаштырыуға тиң булған. Ни өсөн “дәүләттәрҙә”ме? Сөнки был “хоҡуҡ” Рәсәйгә тиклем бик күп тарихи юл үткән, Англия, Франция, Германия һымаҡ “цивилизация”лы илдәрҙә һыналған. Булмаһа, ошо “юл”ға туҡталып үтәйек. Миҫалға Англияны, Урта һәм Төньяҡ Европаның бер нисә илен алайыҡ.
Англосаксон осоронда башланған феодалләштереү Англия халҡының барлыҡ ҡатламы тормошона ла үҙгәрештәр индерә. Бигерәк тә крәҫтиәндең бәкәленә һуға, сөнки нәҡ ошо осорҙа элекке община (ундағы үҙенең дә ер өлөшө булған крәҫтиән, уларҙы “керл” тип йөрөткәндәр) яйлап “крепостной”ға әйләнә башлаған, йәғни тулыһынса феодалға буйһонған. “Крепостной”лыҡ яйлап үтеп ингән, хатта VII – VIII быуаттарҙа ла әле общинниктар – керлдар өлөшө байтаҡ булған. Ләкин крәҫтиәндең хәле мөшкөлләнгән. Төрлө яһаҡ, һалымдарҙы түләй алмай башлағандар. Улар бурыстары иҫәбенә ерҙәрен бирергә мәжбүр булған, үҙҙәре көслөрәктәрҙән һыйыныу урыны эҙләгән. Шулай итеп, хәллерәктәр керлдарға үҙҙәренең еренә ултырырға рөхсәт иткән, тәүгеләре ошо хаҡҡа бушҡа тиерлек эшләргә мәжбүр ителгән, һуңынан тамам хоҡуҡтарын юғалтып, хужаға буйһонған. Улар “керл” ҡатламынан “виллан” ҡатламына күскән. “Виллан” крепостной тигәнде аңлата, йәғни “беркетелгән”де: ергә беркетелгән, хужа ихтыярына беркетелгән... Тора-бара крәҫтиәндең мөлкәте лә хужаныҡы булып иҫәпләнә башлаған. Башҡортта “Ере барҙың иле бар” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Нәҡ ана шул ерһеҙ ҡалыуҙары, ерҙә үҙаллы эшләй белмәүҙәре сәбәпле, Англияла элекке “керл”дар — “виллан”, Киев Русендәге “смерд”тар “холоп” ҡатламына күскән.
Ер хужаһы тулы мәғәнәһендә крәҫтиән өҫтөнән дә хужаға әйләнгән. Хатта уға полиция башҡарырға тейешле бурыстар ҙа йөкмәтелгән: йәмәғәт тәртибен һаҡлау, кәрәк икән, яза биреү һәм башҡалар. Был хужа “лорд” тип йөрөтөлә башлаған. Ошо лорд ҡасҡан крепостной крәҫтиәнде бер йыл эсендә кире ҡайтарыу, тейешле язаһын биреү хоҡуғына эйә булған. Яйлап лорд вилландарҙың ғаилә ҡороу мәсьәләһенә лә ҡыҫыла башлаған, уның ризалығынан тыш ир менән ҡатын, егет менән ҡыҙ ҡауыша алмаған. Һуңыраҡ вилландарҙы (бигерәк тә иң һуңғы баҫҡыста торған “виллан манорҙар”ҙы) һата, башҡа лордҡа ваҡытлыса биреп тора алған. Барлыҡ был сикләүҙәрҙән сығып, “Книга страшного суда” сығарылған, йәғни крепостнойлыҡ феодаль хөкүмәт тарафынан ҡанунлаштырылған.
Был хәл Англияла ХV быуатҡа саҡлы бара. Крәҫтиәндәрҙең түҙеп торорлоҡ хәле ҡалмай, ҡаршылыҡ күрһәтә башлайҙар. Бигерәк тә Уолт Тайлер етәкселегендәге ихтилал “крепостной хоҡуҡ”тың тамырына балта “саба”. Барщина (бушҡа тиерлек байға эшләү колхоз системаһында трудоденгә тиң) яйлап аҡсалата түләүгә күсерелә. Шулай уҡ лордҡа вилландың буйһоноу сиге лә ҡарала, йәғни вилланлыҡ “копигольд” менән ҡыҫырыҡлап сығарыла. Һуңғыһы крәҫтиәнгә киңерәк хоҡуҡтар бирә. Мәҫәлән, лорд уны һатып, алмаштырып ебәрә алмай. Уның ҡарауы, крепостнойлыҡ бөтөрөлә барыу менән бер рәттән һөрөнтө ерҙәрҙе көтөүлеккә әйләндерергә, крәҫтиәнде ерҙәге өлөшөнән тамам мәхрүм итергә тотоналар, сөнки мал аҫрау күпкә отошло тип табыла. Был элекке ер хужаларына бигерәк тә ҡулай була: ерҙе һөрөп, сәсеп, урып, йыйып яфаланғансы, хөкүмәт ярҙамында һарыҡ аҫрауға сығымдар аҙ китә, ике йөҙләп крәҫтиән урынына өс-дүрт көтөүсе тотоу ҙа етә. Ә вилландарҙың күбеһе ҡалаларға сығып китә, ҡалғандары ауыл эшселәренә, батрактарға әйләнә.
Шлезвиг-Гольштейндың 1740 йылғы “Помещик уставы”нда былай тип яҙылған: “Бер нәмә лә һеҙҙеке түгел. Йәнегеҙ – Алланыҡы, ә тәнегеҙ, мөлкәтегеҙ, әле булған барлыҡ әйберегеҙ минеке”, – тиелә. Был һүҙҙәр Көньяҡ Германия крәҫтиәндәренә ҡарата әйтелә. Ошонда уҡ Балтик буйы илдәре, Польша, Венгрия, Чехия крепостной крәҫтиәндәре лә инә. Айырым алғанда, Венгрияла “крепостной хоҡуҡ” “Уложение” (“Трипартитум”) менән нығытыла. Польшала иһә 1496 йылда ҡабул ителгән “Петрковский статут” крәҫтиән хоҡуғын сикләй. Алда телгә алған барлыҡ илдәрҙә лә, Англиялағы һымаҡ уҡ, төп крәҫтиән массаһын ерһеҙләндереү, яһаҡ, һалымдарҙы арттырып, бурысҡа батырыу аша алып барыла. Ерһеҙләндереү менән бер рәттән уларҙың хоҡуғы сикләнә барып, ер хужаларының ҡолона әйләнәләр. Был иһә барщинаның (аҙнаһына алты эш көнө һәм башҡалар) ҡотороноуына килтерә.
Төньяҡ Европа илдәренән Дания, Швеция, Норвегияла крәҫтиәндең хәле бер төрлө була. Әгәр ҙә ХV быуат аҙағында 20 процент ер крәҫтиән ҡулында булһа, дворяндарҙың, дин әһелдәренең көсәйеүе хәлде ҡырҡа үҙгәртә. Көсләп тигәндәй крәҫтиән үҙ еренән яҙҙырылып, ҡуртымсы (арендалаусы) булып ҡына ҡала. Был илдә помещиктарҙың көсәйеүенә, ҡуртым хаҡын үҙ белдектәре менән арттырыуға килтерә. Билдәле, түләй алмағандар бурысҡа бата, ошо уҡ помещикка ялланып эшләй башлай. Балаларын да шул хәл көтә. Шуға ла быуат эсендә ҡасандыр ата-бабаһы ерле булған крәҫтиәндән ерһеҙ, хоҡуҡһыҙ ҡатлам барлыҡҡа килә.
ХVI быуат аҙағына крәҫтиәндең байтаҡ өлөшө крепостнойға әйләнә, барщина башлана. Фредерик I батшалыҡ иткән осорҙа Зеландияла, мәҫәлән, крәҫтиәнде ерһеҙ килеш мал урынына ла һатыу ғәҙәти һаналған. Әгәр ҙә Англияла виллан манорҙы үлтергән өсөн ҡолдо үлтергәндәй генә штраф түләнгән булһа, бында крепостнойҙы һатып алыусы уның менән теләһә ни эшләй алған.
Ҡала халҡының 1660 йылғы ихтилалынан һуң крәҫтиәндең хәле тамам мөшкөлләнә. Уға тиклем “хоҡуҡтары” күпмелер кимәлдә закон тарафынан яҡланһа, Христиан V нәшер иткән закон кодекстары был “хоҡуҡтар”ҙы ла юҡҡа сығара һәм, киреһенсә, элекке хоҡуҡһыҙлыҡтарҙы, помещиктарҙың башбаштаҡлығын законлаштырып ҡуя. Әгәр ҙә был хәлгә түҙә алмаған крәҫтиән ҡасһа, уның “бурыстары”н, һалымын башҡаларға бүлеп биргәндәр.
Помещиктарға шулай уҡ һалым йыйыу, рекрутлыҡҡа кешеләр ебәреү ҙә йөкмәтелә, йәғни уларға тотошлай власть бирелә. Төньяҡ Европа илдәре тамам иҡтисади көрсөккә терәлә. Аптырағас, Зеландияла 1791 – 1799 йылдар араһында барщинаның сиктәрен сикләгән дүрт закон сығарыла. Ә 1850 йылда крәҫтиәндәргә барщинаны һатып алыу, йәғни “бурыстары”н түләп бөтөү хоҡуғы бирелә. Был инде барщинаны, һуңғараҡ крепостнойлыҡты бөтөрөүгә килтерә.
Хоҡуҡһыҙ “хоҡуҡ”Крепостнойлыҡтың тамырҙарын тәрәндән — Киев Русе ваҡытынан уҡ эҙләргә кәрәктер. Хоҡуҡһыҙ “хоҡуҡ” юридик яҡтан теркәлгәнсе үк, йәғни крәҫтиәндең хәле ”крепостҡа” яҙылғансы, законлаштырылғансы уҡ, ХI – ХVI быуаттарҙа был форма крәҫтиәндең бер килке өлөшөнә ҡағылған. Мәҫәлән, Киев Русендә һәм Новгород республикаһында (ул саҡта айырым кенәзлеккә тартым республика булған) помещикка, кенәзгә буйһонған крәҫтиәндәр смердтарға, закуптарға, холоптарға бүленеп йөрөтөлгән.
“Ролейный закуп” төркөмөнә ингәндәрҙе “пашенный”, йәғни ер эшендә ҡулланылған крәҫтиән тип атағандар. Ә смердтар барщинала торған, уларҙың хоҡуғы Англия вилландарыныҡынан һис яҡшыраҡ булмаған. Холоп менән дә шулай. Әйтәйек, кенәздәрҙең “Русская правда”һы буйынса смердтарҙың мөлкәте сикләнеп, күпселек өлөшө кенәздеке һаналған. Смердтың ғүмере холоптыҡына тиңләнгән. Уларҙы үлтереүсегә ни бары биш гривна штраф һалынған. Смердтар үҙҙәре төрлө төркөмгә бүленгән: дәүләттеке (улар дәүләт ерҙәрендә йәшәп, уға эшләгән), кенәздәрҙеке, епископ һәм монастырҙарҙыҡы. Был ерҙәрҙән һис ҡайҙа китә алмағандар. Тик закуптар ғына, феодалға “бурыс”ын түләгәс (“закуп”), шәхсән азат була алған. Холоптар был хоҡуҡтан мәңгелек мәхрүм ҡалған, сөнки улар ысын мәғәнәһендә ҡолға әйләнгән.
ХVII быуаттың тәүге яртыһында феодалдар крәҫтиәнде һата башлаһа, 1675, 1682, 1688 йылдарҙағы айырым указдар менән был башбаштаҡлыҡ юридик яҡтан нығытыла. Хатта крәҫтиән ер менән һатыламы, ерһеҙме — хаҡтарында айырма әллә ни булмай. ХVII быуаттың икенсе яртыһында крепостнойлыҡ барлыҡ крәҫтиән ҡатламына ла үтеп инә. 1741 йылдан помещик крәҫтиәндәре тулыһынса хужаһына буйһондорола: баш бирмәгәндәрҙе теләгән саҡлы ҡамсы менән һуҡтыра ала, мөлкәтен тартып алыу хоҡуғы бирелә.
1760 йылғы указ буйынса “неугодный”ҙарҙы Себергә оҙатыу мөмкинлегенә эйә булалар. 1765 йылғы указ каторгаға, 1775 йылғыһы төрмәгә яптырыу хоҡуғын бирә. Тик рекрутлыҡҡа (һалдат) йыйыр ваҡытҡа өс ай ҡалғас ҡына, помещик крәҫтиәнде һата йәки яңы крепостной һатып ала алмай. Әйткәндәй, ололарҙы, балаларҙы һатыу, һатып алыуҙа сиктәр ҡуйылмай. 1771 йылғы указ крепостнойҙың мөлкәтен тартып алыу, һатыу өсөн тулы хоҡуҡ бирһә, 1760 йылғыһы унан да хәтәрерәк була: ата-әсәне йәки балаларын һатҡанда феодал уларҙы бер-береһенән, ғаиләһенән айыра ала.
Бында шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер: башҡа халыҡтарҙың ҡатын-ҡыҙын, бала-сағаһын, әсирлеккә төшкән ирҙәрен һатыу, һатып алыуҙа алда телгә алынған указдар помещиктарға айырыуса өҫтөнлөк бирә. Бигерәк тә ихтилалдарҙан һуң. Башҡортто ғына алайыҡ. Беҙҙең халыҡҡа, Себер халыҡтарына (шулай уҡ унда йәшәгән ҡасҡын рус крәҫтиәндәренә), казактарға крепостнойлыҡ үтеп инмәй. Дөрөҫөрәге, индерә алмайҙар. Уның ҡарауы, ихтилалдар баҫтырылғас, карателдәр сығырынан-сыға. Был йәһәттән мәшһүр Ризаитдин Фәхретдиновтың “Шура” (1910, № 24) журналында баҫылған “Башҡорт ҡәүеменең Фәләкәте” тип аталған ҡыҫҡа ғына мәҡәләһен килтереү зарурҙыр. Уны Рөстәм Рәжәпов әҙерләп, “Башҡорт тарихы” тигән китапта баҫтыра (Өфө. Китап, 2007 йыл). Өҙөктөң төп үҙенсәлеге һаҡлана.
“Рычков үә ғәйреләрҙең хәбәрҙәренә күрә, 1735 – 1740 йылдарҙа 700 миҡдарында башҡорт ҡәрйәһе (ауылы — Р. У.) ут менән яндырылмыш, 3300 ҡәҙәре башҡорт каторгаға ебәрелмеш. 8200 ҡәҙәре ҡатын-ҡыҙ, бала-саға рус байҙарына бүленеп бирелеп, уларға ҡол һәм йәриә хөкөмөнә ҡылынмыш, 16893 ҡәҙәре башҡорттоң хөкөм менән баштары киҫелмеш. Һуғыш ваҡытында тәләф булған башҡорттар был иҫәпкә дахилдыр. Быларҙың бөтөнөһө йөҙ меңдән артыҡтыр. Халыҡтың үрсеү ҡағиҙәһенә бинаән ошо йөҙ мең башҡорттан бөгөн бер миллион башҡорт булыр ине, был иһә Ҡаратағ хөкүмәтенең бөтөн халҡының өс-дүрт миҫалына бәрәбәр киләлер”.
1719 йылда бөтә Рәсәй (Иван Грозный тарафынан Ҡазан ханлығы ҡолатылғас, Русь “Россия” тип йөрөтөлә башлай) буйлап ревизия үтә. Әйткәндәй, күп башҡорт ырыуҙары “переписчиктар”ҙы биләмәләренә индермәй, сөнки ошо ревизиялар артынан һалымдарҙың да артыуын белә. Ана шул ревизия илдә күпме крәҫтиән барлығын иҫәпләй ҙә инде. Был “крепостной хоҡуҡ”ты ҡайтанан ҡарап, уны тағы ла нығыта төшөүгә булышлыҡ итә.
Быға тиклем, ХV – ХVI быуаттарҙа, Мәскәү дәүләтендә “поместная” тип аталған система ла йәшәгән. Дәүләт хеҙмәтсе (служилый) кешегә поместье биргән. Поместье алған әҙәм бурысын хәрби хеҙмәт менән түләргә тейеш булған. “Дворян ғәскәре” тип аталған, улар ил алып барған барлыҡ һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан. Был сағында Русь Польша, Литва, Швеция менән алышҡан. Ҡырым ханлығы, Нуғай Урҙаһы менән булған сиктәрҙе һаҡлаған. Үҙ ере булған крәҫтиән дә теләгән сағында помещиктан китә алған. Ләкин Иван III сығарған “Судебник” быларҙың барыһына – помещиктың крәҫтиәнде эш хаҡһыҙ үҙ белдеге менән ураҡ алдынан сығарып ебәреүгә, икенсеһенең бурысын түләмәйенсә сығып китеүенә – сик ҡуя. Иҫәп-хисап көнө лә билдәләнә – Юрий көнө (Юрьев день), беҙҙеңсә 26 ноябргә тура килә.
Юрий көнө 1497 йылда булдырылып, 1581 йылғаса дауам итә. Ул “Заповедные лета” тигәне менән алмаштырыла, йәғни крәҫтиән ваҡытлыса хужаһынан китә алмай. Ә бына 1597 йылғы указ помещикка ҡасҡан крәҫтиәнде биш йыл эсендә тотоп ҡайтарыу, яза биреү хоҡуғы бирә. Ул “урочные лета” тип атала. Әлбиттә, помещиктар быға ғына ҡәнәғәт булмай, батшаға “урочные лета” ваҡытын оҙайтыуҙы һорап мөрәжәғәт итеп тора.
Ниһайәт, 1607 йылғы указда ҡасҡан крәҫтиәнде ҡайтарыу ваҡыты күрһәтелеү менән бер рәттән (15 йылға тиклем тәҡдим ителә), ҡасҡынды йәшереп тотоусыға ла штраф һалынасағы әйтелә. Етмәһә, уны йәшереп тотоусы дәүләткә штраф, ә элекке хужаһына “пожилое” (крәҫтиәндең “бурысы”, киткән саҡтан помещикка түләнергә тейеш булған пошлинаһы) түләргә тейеш була.
1642 йылда ҡасҡындарҙы эҙләү ваҡыты — ун йылға, помещиктар тарафынан алып ҡайтылған “сит” крәҫтиәндәрҙе (“сит” — башҡа помещик тарафынан йәки ихтилалдар баҫтырылғас таратып бирелгән крәҫтиәндәр) эҙләү срогы 15 йылға оҙайтыла.
1626 йылда “писсовая книга”, 1646 — 1647 йылдарҙа “переписная книга” төҙөлгәс, йәғни Рәсәйҙә халыҡты иҫәпкә алыу үткәрелгәс, 1649 йылғы указда ошо исемлектәргә ингән барлыҡ ҡасҡын крәҫтиәнде помещиктарына ҡайтарыу ваҡыты сикләнмәйәсәге тураһында әйтелә.
Нисек кенә булмаһын, әҙәм балаһын мәжбүри эшләтеп тә, ҡолдарҙан ғына торған илдең ҡеүәте лә булмай. “Крепостной хоҡуҡ” менән дә шулай килеп сыға: Рәсәй мәҙәни яҡлап та, социаль хәлдәр, медицина, белем кимәле буйынса ла, иң мөһиме – оборона мәсьәләләре буйынса күршеләренән – крепостнойлыҡ бығауын алып ташлаған илдәрҙән – күпкә артта ҡала. Шуға ла яйлап крәҫтиәндәрҙең хоҡуҡтарын “сикләмәгән”, хәлен еңеләйткән указдар сығарыла башлай. Мәҫәлән, 1808 йылда крепостнойҙарҙы баҙарҙа һатыу тыйыла (шулай булһа ла, йәшерен һатыу йәшәп килә); 1833 йылғы указ ғаилә ағзаларын һатҡанда бер-береһенән айырыуға сик ҡуя (уның ҡарауы, помещиктар айырым кешене түгел, тотош ғаиләләрҙе йәшерен һата башлай). Әлбиттә, крепостнойҙың ата-бабаһынан ҡалған ҡоллоҡ психологияһы, наҙанлығы яңы указдарҙы аңлап етеүгә ҡамасаулай, шуға ла ул элеккесә хужаһына тулыһынса буйһоноп йәшәй бирә.
Крәҫтиәндәрҙе яйлап, өлөшләп крепостнойлыҡтан сығарыу буйынса тәүге аҙым 1803 йылғы “Азат ер һөрөүселәр тураһында”ғы (“О свободных хлебопашцах”) законына ярашлы яһала. Шулай уҡ 1842 йылда “ваҡытлыса бурыслы крәҫтиәндәр” (“временнообязанные крестьяне”) тураһында ла закон сыға. Ләкин былар ғына крәҫтиәнде тынысландыра алмай, илдә эреле-ваҡлы баш күтәреүҙәр, ихтилалдар әленән-әле сығып тора. Интеллигенция ла крәҫтиәндең хоҡуғын сикләүҙе тыйырға саҡыра. Етмәһә, Ҡырым һуғышы осоронда ил тамам бөлгөнлөккә төшә. Шуға ла Александр II 1861 йылда “крепостной хоҡуҡ”ты бөтөрөргә мәжбүр була. Ул Рәсәйҙә яңы крәҫтиән реформаһы үткәрә.
Илде туйҙырған крәҫтиәнде был реформа помещиктар ҡоллоғонан азат итһә лә, алда телгә алынғанса, наҙанлыҡ, ҡоллоҡ системаһына өйрәнеү, ҡоллоҡ психологияһына күнеү үҙенекен итә. Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан, тип йәшәгәндәр иһә хатта батшаға хаттар яҙа. Ни эшләйһең, ҡоллоғо менән килешкән ҡол — икеләтә ҡол, тиҙәр бит. Ошо хәл революцияға саҡлы, помещиктарҙы тамам ерһеҙләндергәнсе дауам итә. “Бөтә ер — крәҫтиәндәргә!” тип власҡа килгән большевиктар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүҙә ерҙе ошо лозунг аҫтында таратып бирә (помещиктарҙан алырға кәрәк тә инде), һуңынан кире тартып ала.
“Кем беҙҙең менән түгел – шул беҙгә ҡаршы” “Крепостной хоҡуҡ”ты бөтөрөү реформаһы ярты быуатҡа саҡлы һуҙылған, тинек. Ләкин уныһын бүтән төрлөһө — колхозлаштырыу алмаштырған. Әйткәндәй, бөтә Рәсәйҙә колхоз системаһының тарҡалып, тик беҙҙә генә йәшәүе халҡыбыҙҙы һәләкәткә алып киләсәге, уға йәбешеп ятыуыбыҙ беҙҙең өсөн баҙар ишектәрен ябып ҡуйыуы тураһында матбуғатта уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында уҡ байтаҡ авторҙар яҙып сыҡты. Хуплағандар булды-булыуын, тик аңламағандар, хатта күрә алмағандар ул заманда, әле колхоздар беҙҙә (Рәсәй өлкәләрендә түгел) гөрләгән саҡта, күберәк ине. Хәйер, уныһы мөһим түгел. Бында ғиллә башҡала: ҡасандыр крәҫтиән ярты быуаттан ашыу “крепостной хоҡуҡ”ҡа йәбешеп ятҡан һымаҡ, тәүҙә һуҡырҙарса “колхоз бөтһә, беҙ үләбеҙ бит” тип өмөтһөҙлөккә, хәҙер иһә “эх, колхоз булһа” тип ностальгия тойғоларына бирелеп ятыуыбыҙҙа!
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Ельцин хөкүмәте: “Мәгеҙ миллионышар һум, мәгеҙ процентһыҙ кредит, мәгеҙ техника!” — тип “бушлай” таратҡан саҡта тағы шул колхоз системаһының ярыҡ ялғашын һайлауыбыҙ булды бөгөнгө өмөтһөҙлөктөң, алданыуыбыҙҙың башы.
Былар менән ни әйтергә теләйемме? Миллионлаған халыҡтың ҡанына, әсе күҙ йәшенә, әрнеүле ҡарғышына һуғарылып нигеҙ һалынған, баҙар шарттарында һис йәшәй алмаҫтай системаның тамыры баштан уҡ сереүгә дусар ителгәйне. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: әле һаман, сирек быуат ваҡыт үтһә лә, ошо шауҡымдан сыға, алдағы көндәргә яңыса ҡарай алмайбыҙ.
Хәҙер иһә колхозлаштырыуға, “ауыл хужалығын ҡыҫҡа ваҡытта индустриялаштырыуға”, был өлкәлә “совет иленең ҡаҙаныштары”на бер аҙ туҡталып үтәйек.
НЭП (яңы иҡтисади сәйәсәт) осоронда крәҫтиән бер аҙ тын алып ҡала. НЭП 1921 йылда Ленин тарафынан ҡабул ителә. Ни генә тимә, крәҫтиән ерле була, помещиктар иҙеүенән ҡотола, хөкүмәт менән иҫәпләшкәс (һалым, тауарлата түләү һәм башҡалар), ҡалғанын үҙе теләгәнсә баҙарҙа һата ала. Шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарҙарға ла, тауар етештереүселәргә лә юл асыла. Яйлап халыҡта Совет власына ышаныс уяна. Хәллерәк крәҫтиәндәр үҙаллы хужалыҡтарын алып китһә, бөтмөрҙәр хәллеләр рәтенә баҫа башлай, бик ныҡ ярлылар ауыл хужалығы кооперацияларына берләшә.
Крәҫтиән нисек кенә тырышмаһын, элеккесә генә хужалыҡ итеп, революция, Граждандар һуғышы, 1921 — 1922 йылғы ҡот осҡос аслыҡ осорондағы емереклектәрҙе төҙөкләндерә, илдең аҙыҡ-түлек запасын тултыра алмаясағы көн һымаҡ асыҡ була. Шуға ла ВКП(б)-ның ХV съезы был кәмселектәрҙе бөтөрөү, яйлап шәхси хужалыҡтарҙы кооперацияларға берләштереү яғын ҡарай. Ләкин был ҡарарҙар, ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, колхозлаштырыуға табан аҙым булмай. Бында колхоз-совхоздарҙың роле шәхси хужалыҡтар, кооператив, артелдәр менән тигеҙ күрһәтелә. Шулай уҡ кооперация эше лә крәҫтиәндәрҙең теләге менән генә башҡарылырға тейеш була.
Колхозлаштырыу тураһында ғалимдарыбыҙ, тарихсыларыбыҙ байтаҡ яҙҙы, ләкин крәҫтиән башына төшкән афәт хаҡында Рафаэль Дәүләтшиндың “Великий перелом” и трагедия крестьянства Башкортостана” (Уфа, “Китап”, 1993) тип аталған хеҙмәт һымаҡ төплө, тарихи дөрөҫлөккә тап килгән, төрлө миҫалдар менән байытылған, аныҡ һандар килтерелгән, тәрән фекерле анализға ҡоролғаны һирәктер, моғайын. Был китапты хәҙер һатыуҙа табып булмай. Шуға ла мәҡәләмдә уға әленән-әле мөрәжәғәт итәсәкмен, тарихи факттарҙы, аныҡ һандарҙы ошо хеҙмәттән аласаҡмын.
1927 йылда үҫтерелгән игенде дәүләт келәттәренә тейешле кимәлдә йыя алмайҙар. Сәбәбе — пландың саманан тыш арттырылыуы, крәҫтиәндең игенде “бушҡа” тиерлек, йәғни хөкүмәт ҡуйған хаҡҡа бирергә теләмәүе. Иген хаҡы бик түбән була. Уның ҡарауы, техник культуралар һәм малсылыҡ тауарыныҡы күтәрелә, юғары кимәлдә тора. Шуға ла крәҫтиәндәр һалымды уларҙы һатҡан аҡса менән түләй ҙә, игенде тапшырмайынса, хаҡ арттырыуҙы көтә. Ләкин хөкүмәт хаҡты арттырмай, башҡа — Рәсәйҙә өйрәнелгән (шағир әйтмешләй, Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмай) юл менән китә: 1927 йылдың 14 һәм 24 декабрендә ауыл халҡының аҡсаһын тиҙ арала йыйып алыу өсөн һалым, страховка, ссуда һәм башҡа түләүҙәрҙең ваҡытын “киҫәләр”. “Самообложение” тураһында яңы закон сығарыла (уның сатҡылары бөгөн дә йәшәй), ауыл хужалығы һалымы арттырыла, көсләп заем таратыу кампанияһы башлана, пай ерҙәре өсөн түләү хаҡы күбәйтелә.
Быларҙың барыһы ла аҙ һымаҡ булғас, 1928 йылдың ғинуарынан осһоҙ хаҡҡа игенен тапшырырға теләмәгәндәргә административ штраф һалына, “эштәре” суд аша “хәл ителә” башлай. Йыл башынан Сталиндың яңы директиваһы сыға: спекулянттарҙы (НЭП буйынса эшҡыуар йәки үҙ игенен ҡиммәт хаҡҡа һатыусылар), кулактарҙы ҡулға алырға һәм кисекмәҫтән хөкөм итергә. Был урындарҙа башбаштаҡлыҡҡа юл аса, НЭП принциптарынан тулыһынса тайпылыуға килтерә.
“...1927 – 1928 йылдарға, ә ул йыл октябрҙән сентябргәсә дауам итә, Башҡортостанда икмәк әҙерләү планы 18 миллион бот ҡарала. Был республиканың мөмкинлегенән күпкә артып китә. Сағыштырыу өсөн: 1925 – 1926 йылдарҙа – 12,6 миллион, 1926 – 1927 йылдарҙа 15,3 миллион бот булған”, – тип яҙа архив документтарына таянып Р. Дәүләтшин алда телгә алған китабында.
Сталин бынан ары осһоҙ, дәүләт билдәләгән хаҡҡа иген тапшырырға теләмәгән крәҫтиәндәргә РСФСР Енәйәт кодексының 107-се статьяһын ҡулланырға саҡыра. Бының буйынса барлыҡ хәллеләр ҙә “артыҡ” игенен тапшырырға тейеш була. Тапшырмаған хәлдә игендәрен конфискацияларға, алынғанының 25 процентын ярлыларға дәүләт хаҡына кредитҡа таратып бирергә булалар. Был инде ярлылар тарафынан хуплап ҡаршы алына. Илдә бер-береһен һатыу, яла яғыу башлана, ә урындағы власть әһелдәре тамам шаша — кемдә үстәре бар, шуларҙы кулак рәтенә индерә башлайҙар, башбаштаҡлыҡ арҡаһында хәлле крәҫтиәндәрҙе ҡулға алалар, мөлкәтен иҫәпләйҙәр, самообложение, ауыл хужалығы һалымын, заемды арттыралар. Заем тәүҙә теләк буйынса индерелһә, һуңынан мотлаҡ таратылырға тейеш тип иҫәпләнә. “Задание”ны түләй алмағандарҙың мөлкәтен ошо иҫәпкә тартып алалар. Быларҙың барыһы ла мәжбүри колхозлаштырыуға табан “ҙур репетиция” була.
Крәҫтиәндәр йыйылыштарында уполномоченныйҙар ошондай һорау ҡуя: “Кем Совет власы һәм самообложение яҡлы — һулға, кем Совет власы һәм самообложениеға ҡаршы — уңға”. Был электән килгән “Кем беҙҙең менән түгел, шул беҙгә ҡаршы” тигән ҡарашҡа тулыһынса тап килә. Тик батшалар заманындағы алым Совет власы осоронда кәрәкле юҫыҡҡа ғына йүнәлтелә.
Сталин һәм уның фекерҙәштәре крәҫтиәндән йәшерелгән игенде тартып алып ҡына илдә икмәккә ҡытлыҡты бөтөрөп булмаясағын яҡшы аңлай. Шунан һуң ошо уҡ хәл башҡа йылдарҙа ла ҡабатланыуы бар. Бының өсөн теләһә ҡайһы ваҡыт игенен һепереп алырлыҡ, дәүләт тулыһынса контролдә тоторлоҡ хужалыҡ итеү алымы кәрәк була. Билдәле, ул хужалыҡтар — колхоз менән совхоз.
Бухарин иһә Сталин яҡлылар менән килешмәй. Сталин эйәрсәндәре кире ҡарашта булған шәхси крәҫтиән хужалығына ул ыңғай ҡарай, нәҡ шулар илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә тос өлөш индерәсәгенә баҫым яһай.
СССР Совнаркомы Рәйесе А. Рыков та, билдәле аграрсы-иҡтисадсы А. Чаянов та социалистик ауыл хужалығын хужалыҡ итеүҙең төрлө юлдарын үҫтереүҙә күрә. Улар кооперацияны төп форма итеп күрһәтә, колхоздар — өҫтәмә, әммә мөһим роль уйнаған хужалыҡ итеү алымының береһе, тип билдәләй.
Сталин, илде колхозлаштырып, хужалыҡтарҙы тулыһынса субсидиялар, кредиттар менән “йүгәнләренә” ышана, икмәк әҙерләү проблемаһын хәл итеүҙе лә шунда күрә. Бының өсөн эре хужалыҡтарға кредитҡа орлоҡ, техника бирергә, ә шәхси крәҫтиән хужалыҡтарын, киреһенсә, техниканан мәхрүм итергә кәрәк була.
1929 йылдың апрелендә ВКП(б)-ның ХVI конференцияһы үтә. Был конференцияла ил сәнәғәтен үҫтереүҙең биш йыллыҡ планын тикшереү менән бер рәттән Бухарин, Рыков һәм уларҙың ауыл хужалығын үҫтереүгә булған ҡарашын яҡлаған башҡа “уңдар”ҙың эшмәкәрлеген ҡырҡа ғәйепләп, “кулактар позицияһын яҡлаусылар” тип табалар.
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ултырышынан һуң (1929 йыл, 15 август) республикала тулыһынса коллективлаштырыу башлана. Мәскәүҙә ошо йүнәлеш буйынса ВКП(б) үҙәк комитеты политбюроһында айырым комиссия ойошторола. Ул биш йыллыҡ эш планын төҙөй. Уға ярашлы, ил бер нисә төбәккә бүленә. Башҡортостанда коллективлаштырыу 1932 йылдың яҙына тамамланырға тейеш була. Ләкин 1930 йылдың 8 ғинуарында үткән БАССР-ҙың ЦИК сессияһы уны 1931 йылдың яҙына уҡ тамамларға ҡарар итә. Хатта февралдә Башҡортостан менән Татарстан араһында уның буйынса договор төҙөлөп, социалистик ярыш та ойошторалар. Кем тиҙерәк коллективлаштырып бөтә, йәнәһе. (Дәүләтшиндың алда телгә алған хеҙмәтенән).
НЭП осоро, колхоз төҙөү ваҡыты тураһында Өфө ҡалаһынан Яҡуп Шәмсетдинов бына нимәләр яҙған: “Беҙҙең Ҡарағол ауылы (Салауат районы) ул саҡта ҙур түгел ине, барлығы 60 – 70 хужалыҡ. Һәр береһендә тиерлек икешәр ат тоттолар. Берәр мал тотҡандары һирәк булды. Тырышҡандарының өсәр-дүртәр аты булды. Бынан башҡа һыйыр малы, һарыҡ-кәзә лә күпләп аҫранылар. Күрәһең, НЭП заманы халыҡҡа бер аҙ иркенлек биргәндер. Арыш, бойҙай һәм һоло сәстеләр. Ҡайһы берҙәре етен дә үҫтерҙе, сөнки шәхси хужалыҡта ул да кәрәк булды. Ҡыш көндәрендә ҡатын-ҡыҙ етенде эшкәртеп, күлдәк-ыштан текте, шаршау, балаҫ, таҫтамал һәм башҡа кәрәк-яраҡ һуҡты.
Ер эшкәртеүҙә ағас һабан, ағас тырма ҡулланылды. 1928 йылдарҙа игенде сәбәғәш (сыбағаш) менән һуҡтылар. 1929 йылда әүен машинаһы тип йөрөтөлгән иген һуҡҡыс килде. Игенде өмә яһап ураҡ менән урыр инеләр.
Көҙ тырыш кешенең келәт буралары тулы булды. Серегән бай булмаһалар ҙа, тырыш ғаиләләр мул тормошта йәшәне, сөнки йәшәү сығанағы ер ине. Мин дә, биш йәшлек малай, атҡа менеп ер тырматтым. Үҙ ерең булғас, бәләкәйҙән эшләп өйрәнәләрҙер инде. Хәҙерге йәштәрҙең урам буйлап ҡаңғырып йөрөүе эшкә өйрәнмәгәндән килә.
1930 йылда колхоздар ойошторола башланы. Бөтә аттарҙы колхоз һарайына алып бөттөләр. Шунан башланды ла инде халыҡтың аслы-туҡлы йәшәйеше. Ул заманда колхозсы көнө-төнө эшләне. Ҡара яҙҙан ирҙәр яланда булды. Һабан һөрҙө, ер тырматты, иген сәсте. Былар барыһы ла ат көсө менән эшләнде. Бесән ваҡыты еткәс, барлыҡ ауыл халҡы яланда булды. Хатта бала-саға ла шунда ине. Бесән бөтөүгә, ураҡ өҫтө килә. Унда ла бөтә ҡатын-ҡыҙ бил бөктө. Көҙгө аяҙ төндәрҙә, ай яҡтыһында, ырҙынға көлтә ташыр өсөн өмәләр ойошторола торғайны. Беҙ ҙә, 9-10 йәшлек малайҙар, унда ҡатнаштыҡ, арбаға егелгән атты ырҙын табағынан көлтә тейәргә алып барабыҙ. Малайҙарға хеҙмәт көнө яҙалармы-юҡмы, эш унда түгел, атҡа менеп йөрөһәң булды инде.
1934 йылдарҙа МТС-тар ойошторолоп, колхоздарға тракторҙар килә башланы. Тимер тәгәрмәсле “ХТЗ” тракторы сифаты яғынан камил түгел ине. Тағылма “Коммунар” комбайны ла әленән-әле ватылып торҙо.
Уңыш ул замандарҙа ете-һигеҙ центнерҙан артманы. Бына ошоноң дүрт-биш центнерын тракторҙар, комбайндар эшләгән өсөн хөкүмәт алып торҙо. Быныһы “натуралата” тип атала ине. Унан һуң “обязательная поставка” ла булды. Шулай итеп, колхозсыға бер нәмә лә ҡалмай ине. Ул колхозға бушлай эшләне. Хеҙмәт көнөнә 500 – 600 грамм ғына иген тейә торғайны. Бер ғаиләнең йыллыҡ килеме бер тонна игендән артманы.
Колхоз — халыҡты бушҡа эшләтеү өсөн хөкүмәт уйлап сығарған механизм. Ҡыш еттеме, колхозға ағас әҙерләргә задание бирәләр. Аттарын егеп ир-ат урман киҫергә, уны сығарырға китә. Аҡса түләү юҡ.
Шәхси хужалыҡта бер һыйыр, дүрт башҡа тиклем һарыҡ-кәзә тоторға рөхсәт ителде. Һыйыр башына 240 килограмм һөт, 44 килограмм ит тапшырырға тейешһең. Унан заемға ҡул ҡуйҙырталар, уны аҡсалата түләйһең. Әҙерәк ҡалған майын, йомортҡаһын һатып бала-сағаһын кейендерҙе халыҡ. Бына шулай йәшәне, йәшәне түгел, көн күрҙе колхозсы һуғышҡа ҡәҙәр һәм унан һуңғы 60-сы йылдарға тиклем...” (“Йәшлек”, 1999 йыл, 20 апрель).
Тарихи документтарҙы, ғалимдарҙың тикшеренеүҙәрен уҡыһаң, ул замандың әселе-сөсөлө һурпаһын татыған олатай, оло инәйҙәрҙең хәтирәләрен тыңлаһаң, иҫең китер. Ҡайһы кеше: “Крепостной хоҡуҡ” менән колхоз системаһының ниндәй оҡшашлығы бар һуң?” — тиер. Беләм, улар 70-90-сы йылдарҙағы колхоздарҙы иҫкә төшөрөп һағына. Йәнәһе, эш бар ине, аҡсаһын биреп торҙолар. Тик, уйлап ҡараһаң, был колхоз системаһының 60 йыллыҡ ғүмеренең 15 – 20 йылы ғына бит. Ә ҡалғаны һуң, ҡалғаны?..
НЭП осоронда күпмелер хәл алған, артыҡ тауарын баҙарҙа һатыу хоҡуғына эйә булған крәҫтиән тәүҙә Совет власына ышана. Ләкин, крәҫтиәндең хоҡуҡтарын ҡыҫып инә барған крепостнойлыҡ һымаҡ, кеше күтәрә алмаҫ һалымдары менән колхоз системаһы индерелә башлай. Осһоҙ хаҡҡа тәүҙә игенен дәүләт һатып ала. Арзанға бирергә теләмәй икән, ер кешеһенә ҡарата 107-се статьяны ҡулланып, уларҙы спекулянтҡа, кулакка тиңләйҙәр, игендәрен көс менән тартып алалар, өйһөҙ, мөлкәтһеҙ ҡалдыралар.
Тик Германия һымаҡ илдәрҙә “Помещик уставы” крәҫтиәндең мөлкәтен помещиктыҡы, лордтыҡы, феодалдыҡы тип белдерһә, беҙҙәге “колхоз уставы” яңы хужалыҡҡа көсләп индерелгән (үҙҙәре теләп колхозға ингән ярлы-ябағаның малы булмаған тиерлек) крәҫтиәндең барлыҡ тартып алынған малын колхоздыҡы тип нарыҡлай. Ул ғына ла түгел, “задание”, һалым иҫәбенә самауыр, сепаратор, өҫтәл һәм башҡа йорт йыһаздарын ала башлайҙар. Ә илде “кулактарҙан” таҙартыу киткәс, бар мөлкәтен тартып алып, өйөнән яҙҙырып, үҙҙәрен Себергә, махсус ҡасабаларға, төрлө “удар төҙөлөштәр”гә оҙаталар. Әйткәндәй, тиҫтә йылдар дауам иткән Столыпин реформаһын, йәғни крәҫтиәнде “бушыраҡ” ерҙәргә күсереү сәйәсәтен, Совет власы “һә” тигәнсә башҡара: хәллеләрҙе ғаиләләре менән иленән һөрә, йәштәрҙе “комсомол төҙөлөштәре”нә ебәрә. Был асылда халыҡты үҙ еренән айырыу була.
Барщина — “крепостной хоҡуҡ”тың тағы бер һыҙаты. Колхоздарға әйләнеп ҡайтһаҡ, бушҡа эшләү, йәғни “таяҡ”ҡа тир түгеүҙе аңлата. Рафаэль Дәүләтшин ошо турала бына нимәләр яҙа: “... Колхоздар төҙөлөүҙең тәүге осоронда көслөрәк хужалыҡтар колхозсыларға аҡса менән түләргә тырыша. Был 1930 йылғы ауыл хужалығы артелдәренең “Примерный устав”ында ла иҫәпкә алына. Унда колхоздарҙа эш хаҡын аҡсалата ла, натуралата ла түләү ҡарала... Мәҫәлән, “Безбожник” (Өфө кантоны) артелендә 1928 йылда өлкән ир-аттың эш көнө 1 һум 25 тин менән иҫәпләнһә, ҡатын-ҡыҙҙыҡы — 1 һум, үҫмерҙеке — 80 тин... СССР-ҙың Наркомземы һәм Колхозцентры тарафынан “Примерный устав”тың махсус аңлатмаһы сығарыла (1930 йыл, апрель). Унда колхозсыларҙың эш хаҡын аҡсалата түләү ҡырҡа тыйыла. Һуңынан СССР һәм РСФСР “Колхозцентр”ҙары колхоздарҙа иҫәп-хисапты тик трудодендә генә алып барырға бойороҡ бирә... 1931 йылда колхозсыларҙың эш хаҡын ойоштороу буйынса үткән I Бөтә Союз кәңәшмәһе лә аҡсалата түләүҙе тыйыусы ҡарарҙар сығара... 1931 йылдағы СССР советтарының VI съезы бөтә колхоздарға ла килемде өләшеү һәм эш хаҡына киткән сығымдарҙы көйләү маҡсатында трудоденде тулыһынса раҫлай”.
Быға тиклем колхозсыла матди ҡыҙыҡһыныу булған, сөнки эш хаҡын башҡарған хеҙмәтенә, ғаиләлә нисәмә кеше булыуына, ниндәй “иғәнә”, техника, мал менән колхозға инеүенә ҡарап та билдәләгәндәр. 1931 йылдың мартынан иһә, VI съезд ҡарарҙарына һылтанып, Наркомзем һәм Колхозцентр “Примерный устав”ҡа үҙгәрештәр индерә. Бында иһә эш көнө, ниндәй эш башҡарыуына ҡарамаҫтан, трудодендә иҫәпләнәсәге әйтелә. Шулай итеп, халыҡ “таяҡ”ҡа тир түгә башлай. Колхоздарға был отошло булмай: крәҫтиән көн иҫәбенә генә йөрөй, эш өсөн түләүҙә тигеҙләүҙәр китә — иң мөһиме — эшкә сыҡ, нисек көн үткәреүең мөһим түгел. “Трудодень” сифат менән эш күләме сиктәрен юя. Крәҫтиәнгә иҫәп-хисап тик йыл аҙағында (колхоздар дәүләт алдында ссудалары өсөн игенләтә, ит-һөтләтә иҫәпләшкәс, натуралата фондтарҙы тултырғас, МТС-тарға техника эшләгән өсөн түләгәс кенә) яһала. Йәғни колхозсыларға игенләтә түләү барлыҡ ошо “бурыстар” бөткәс, колхоздарҙың хәленә ҡарап башҡарыла. Был инде крәҫтиәндең тормошонда асыҡ сағыла.
“... Хеҙмәт көнөнә 500 – 600 грамм ғына иген тейә торғайны. Бер ғаиләнең йыллыҡ килеме бер тонна игендән артманы”, — тип яҙа Яҡуп Шәмсетдинов ағай. “Бер ғаиләнең килеме”, йәғни ирле-ҡатынлы, үҫмер балалы ғаиләнең йыллыҡ килеме. Күҙ алдына килтереү өсөн әйткәндә, ғаилә көнөн төнгә ялғап йыл әйләнәһенә тир түккән эш хаҡы бөгөнгө 20 тоҡ иген тигән һүҙ. Ул замандағы ишле ғаиләләрҙе уйлаһаң, иҫ китерлек бит: аҡса күрмәйенсә, бөтә ғаилә менән “таяҡ”ҡа эшлә инде.
Ҡырмыҫҡалы районының Туғай ауылынан Ғәлимә Ғәниева инәйҙең (күптән мәрхүмә инде) һөйләгәндәренән өҙөк килтерге килә: “Ҡыҙым сирләп китте. Бригадирға барҙым, ике-өс көн ял һораным. “Әйҙә, бер ҡыҙың тип башҡа биш балаңды ла асҡа үлтергең килһә, ҡарап ят сирләшкәңде. Мин һиңә бер трудодень дә яҙмайым”, — тине. Башты баҫып эшкә киттем. Үлер алдынан ҡыҙым: “Әсәй, сирләгән саҡта мине ҡараманың да инде...” — тине. Ошо һүҙҙәре ғүмер буйы йөрәгемде телде. Барып, бригадирҙы биҙрә менән туҡманым, барыбер асыуым ҡанманы...”
Тетрәткес һүҙҙәрме? Эйе. Бындай миҫалдарҙы меңдәрсә килтерергә була. Йә, шунан һуң, колхоз системаһына арҡаланып, колхозсы өҫтөнән хужа булып алған рәйес, бригадир, депутат һәм башҡаларҙың лордтан йәки помещиктан ҡайһы ере кәм инде? Хатта бит колхоздарҙың “сәскә атҡан” заманында ла етәкселәр кешенең шәхси эшенә, ғаиләһенә тиклем тығылырға ла тартынмай торғайны. Теләктәренә, кешеһенә ҡарап ҡына утын-һаламға барыр өсөн атын, техникаһын биреп тороуҙарын (ат тотоу, трактор алыу “колхоз уставы” менән ҡәтғи тыйылды), шул уҡ фураж, һаламын бүлеүҙәрен әйтеп тораһы ла түгел. Колхозсылар түрәләргә ҡарата әйтелгән “рәйес”, “бригадир” тигән һүҙҙәрҙе онотоп, “хужа” ғына тип йөрөтөр булды. Хатта колхоздар тарҡатылғас та, ошо төшөнсә элекке түрәләргә йәбешеп йөрөй.
“...1932 йылда эшкә һәләтле бер кешегә йылына уртаса 103 трудодень тура килгән. Был осорға колхозсыға уртаса 185,4 килограмм иген төшкән. Күҙ алдына килтереү өсөн әйткәндә, ХIХ быуат аҙағына Өфө һәм Ырымбур губерналарында, уртаса алғанда, ауыл халҡы йылына 293,4 килограмышар икмәк ҡулланған. Ю.А. Мошков (“Зерновая проблема в годы сплошной коллективизации сельского хозяйства СССР, 1929 – 1932 гг. Из-во МГУ, 1966) 1932 йылда килтергән һандар буйынса, ерҙә эшләгән СССР халҡының йыллыҡ икмәк ҡулланыуы, 1928 йыл менән сағыштырғанда, 35,8 килограмға, картуф — 16, ит һәм сусҡа майы — 13,6 килограмға, май 2 тапҡырға кәмегән”, — тип яҙа Дәүләтшин.
Колхоз системаһы урынлаштырылғас та, ҡасандыр Көньяҡ, Урта, Төньяҡ Европа илдәрендәге, Киев Русендәге һымаҡ уҡ, ауыл менән ҡала араһына кәртә ҡуйыла. Йәғни 1932 йылдан башлап крәҫтиән ил эсендә күсенеп йөрөй алмаған, уларҙы еренә беркетеп, паспорт индерәләр. Крәҫтиәндәргә бер генә юл ҡала — ҡасыу: хәллерәктәр Урта Азия тарафтарына күпмелер азатлыҡ эҙләп китһә, тамағы туймағандар икмәк эҙләп йүнәлә. Шулай уҡ бәләкәйерәк ҡалаларға ла ҡасалар. Был хәл ауылда дөрөҫ сәйәсәт алып барылмаға