Һуңғы йылдарҙа йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең иң уңайлы ысулдарының береһе булараҡ танылыу алды. Тик, ыңғай һөҙөмтәләр менән бер рәттән, ул халыҡ һәм власть өсөн баш бәләһе лә тыуҙыра. Атап әйткәндә, яңы фатирҙа йәшәүгә иҫәп тотҡан күптәр намыҫһыҙ төҙөүселәрҙең ҡорбанына әүерелә, телмәребеҙҙә “алданған өлөшсөләр” тигән һүҙбәйләнеш нығына. Төҙөлөү өҫтөндәге торлаҡтан фатир алырға теләгән граждандарға ниндәй ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәклеген “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығындағы Ер участкаларын һәм төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуҙы теркәү бүлеге етәксеһе Эльвира Рауил ҡыҙы Смирнова түбәндәгесә аңлатты:
1. Төҙөлөшкә өлөшсө булараҡ аҡса һалыу хаҡында килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәр 2004 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителгән “Күп фатирлы йорттарҙы һәм башҡа күсемһеҙ милек объекттарын төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында”ғы 214-се Федераль закон тарафынан көйләнә.
2. Әгәр өлөшсө сифатында ҡатнашыу хаҡында килешеү урынына һеҙгә Инвестиция килешеүе, Өлөшләтә ҡатнашыуҙың алдан килешеүе йәки Фатирҙы һатыу-һатып алыу тураһында алдан килешеү төҙөргә тәҡдим итәләр икән, һағайырға кәрәк. Ғәҙәттә, ундай ысулдарҙы рөхсәт бирелгән документтары булмаған ойошмалар ҡуллана.
3. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү ике яҡ тарафынан ҡул ҡуйылып, артабан Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында теркәлгәндән һуң ғына ғәмәлгә ингән тип иҫәпләнә. Төҙөүсе ойошмаға аҡсаны шуға тиклем түләргә ярамай. Килешеүҙең дәүләт органында (“Росреестр”ҙа) иҫәпкә алыныуы граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкинлеген бирә.
4. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеүҙә шундай мәғлүмәттәр булыуы мотлаҡ: а) сафҡа инергә тейешле объекттың һыҙаттары; б) төҙөүсенең уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты; в) алыш-бирештең хаҡы; г) түләүҙең тәртибе һәм ваҡыты; д) төҙөлөш объектына һәм инженер-технология ҡорамалдарына гарантияның мөҙҙәте; е) төҙөүсенең килешеүгә ярашлы үҙ иңенә алған бурыстарының үтәлешен тәьмин итеү юлдары. Үрҙәге пункттарҙың береһе генә булмаған хәлдә лә килешеү көсөнә ингән тип иҫәпләнә алмай, ә суд тарафынан ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныла.
5. 2014 йылдың 1 ғинуарынан закон сығарыусылар өлөшсөләр өсөн махсус гарантиялар булдырҙы. Мәҫәлән, банктарҙың яуаплылыҡты уртаҡлашыуы, төҙөүселәрҙең объектты файҙаланыуға тапшырыуға бәйле тыуыуы ихтимал проблемаларҙан страховкаланыуы һәм башҡалар.
6. Белеп ҡуйығыҙ: ойошмалар билдәләнгән шарттарға ярашлы бинаны сафҡа индереүгә рөхсәт юллап алғандан, проект декларацияһын матбуғатта баҫтырып сығарғандан, халыҡтың иғтибарына тәҡдим итеп ҡайҙалыр урынлаштырғандан һуң ғына төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙан аҡса йыя башларға тейеш. Проект декларацияһында предприятие, ул һаласаҡ объект, өлөшсө булырға теләгән граждандар һәм ойошмалар менән килешеү төҙөү өсөн хоҡуҡтар тураһында тулы мәғлүмәт сағылыуы мөһим. 2017 йылдың 1 ғинуарынан ундай документтарҙың ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлылығын Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында мотлаҡ тикшерәләр.