Уртаҡ байрам21.03.2017
Уртаҡ байрамҠырым менән Рәсәйҙең берләшеүе айҡанлы Өфөлә үткән митингка 10 меңдән ашыу кеше йыйылды. Салауат Юлаев исемендәге майҙанда ойошторолған сарала йәмәғәт, йәштәр, ветерандар һәм патриотик берекмә вәкилдәре ҡатнашты.
Митингка килгәндәрҙе Баш­ҡорт­ос­тандың Йәмәғәт палатаһы етәк­сеһе Ольга Панчихина һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк баш­ҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин сәләмләне.
– Милли лидерыбыҙ Владимир Владимирович Путиндың аҡыллы ғәмәлдәре һәм тәүәккәллеге, ошо мәлдә уны һәр йәһәттән хуплаған күп милләтле халҡыбыҙ ихтыяры һөҙөмтәһендә туғандар берләште. Президенттың йылдам ҡарарҙары Дәүләт Думаһы тарафынан хуп­ланды. Улар араһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары ла күп ине, – тине Руслан Ғизәтуллин, өфөләрҙе бөтә ил халҡы өсөн ошо ҙур бай­рам­ға өс йыл тулыу айҡанлы тәбрикләп.
– Был – илебеҙ, уның һәр гражданы өсөн уртаҡ байрам. Беҙ, Башҡортос­тан халҡы, гражданлыҡ позициябыҙ­ҙың үҙгәрешһеҙ ҡалы­уын раҫлау өсөн бөгөн митингка сыҡ­тыҡ. Оҙаҡ ваҡытҡа беҙҙән айы­рылған ҡәрҙәштәребеҙ эргәбеҙгә әйләнеп ҡайтты. Хәҙер ҙур берҙәм Рәсәйҙе бергәләп төҙөйәсәк­беҙ! – тине ул.
“Ватан” паркы майҙансығында был көндө сағыу тамаша тәҡдим ителде.



Вернуться назад