Сәсән әйтһә – һүҙ булыр, ил төкөрһә – күл булыр, ти халыҡ мәҡәле. Учалы районының Уральск ҡасабаһында үткән Ҡарас сәсән исемендәге традицион уҡ атыу бәйгеһе – ошоға асыҡ миҫал. “Мәргән уҡсы” фестиваленән йүнәлеш алып, бер йыл эсендә республикала өсөнсө тапҡыр үткәрелгән был күркәм һәм мәртәбәле сара милли кәсеп-шөғөлдәрҙе тәрәндән өйрәнеү менән бергә халыҡ батырҙарын һәм сәсәндәрен хөрмәтләгән Учалы районы халҡына, Башҡортостанда һәм сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ҡеүәт булды.Сара Учалы районы йәмәғәтселеге, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы һәм “Башҡортостан” гәзите тарафынан ойошторолдо. Башта район күләмендә үтәсәк сара булараҡ күҙалланған бәйге, ярайһы уҡ ҙур киңлеккә сығып, республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, күрше өлкәнән 50-нән артыҡ уҡ атыусыны йыйҙы. Һөҙөмтәлә ярышта Учалы, Әбйәлил, Ғафури, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан, күрше Силәбе өлкәһенән мәргәндәр ҡатнашты.
Йәмле Байрамғол ерендә йыйылғандарҙы Уральск ҡасабаһы халҡы һәм Учалы районының “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәләмләне.
Бәйгенең шарттары буйынса, традицион уҡ атыу турниры өс өлөштән торҙо. Ир-егеттәр 27 һәм 25, ҡатын-ҡыҙҙар 20 һәм 15 метр алыҫлыҡта урынлашҡан сәптәргә атты. Бәйге сиктәрендә Учалы районы уҡсылары өсөн беренселек тә уҙғарылды. Яңы йөҙҙәрҙе күреү ҡыуаныслы булды. Ир-егеттәр менән бергә 11 гүзәл заттың да ҡатнашыуы сараға йәм-матурлыҡ өҫтәне.
Беренсе һөҙөмтәләр буйынса бәйгенең икенсе өлөшөнә Өфө һәм Сибай ҡалаһы, Ғафури, Бөрйән, Учалы райондарынан ун ике иң көслө мәргән сыҡты. Улар араһында күп мәрәй йыйған Өфөнән Алһыу Кинйәбаеваның да (һулдағы һүрәттә) булыуы шатландырҙы. Саялығы менән дә, мәргәнлеге менән дә бар майҙанды һоҡландырҙы юрматы ҡыҙы. Билдәләнгән алыҫлыҡтан ябай сәпкә атты мәргәндәр.
Ниһайәт, сираттағы һынауҙы уңышлы үткән мәргәндәрҙең-мәргәндәре бәйгенең өсөнсө финал өлөшөндә беренселек өсөн сәпкә уҡ төбәне. Быуындан быуынға күсеп килгән был шөғөлдө ҙурлаған, ҡанында булған рух-сәм менән ҡанатланған, үҙ тырышлығының емешен ҡайһы мәргән татыр? Тамашасылар берсә мәргәндәрҙе ҡеүәтләп, берсә тын ҡалып, сәптәрҙән күҙен алмай, бәйгенең ни менән тамамланырын көттө.
Ниһайәт, иң мәргән уҡсылар исемен яулағандар билдәләнде. Бына еңеүселәр: I урынды Учалы егете Руслан Әхмәҙиев алһа, Бөрйән районынан Сынбулат Юлбирҙин – II урында, Сибай ҡалаһынан Рөстәм Таһиров III урынға сыҡты. Еңеүселәр 10 мең, 6 мең, 4 мең күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләнде. “Башҡортостан” гәзите тарафынан әҙерләнгән махсус приз иһә Ғафури районы егете Илшат Хәбибуллинға (уңдағы һүрәттә) тапшырылды.
(Ҡарас сәсән исемендәге асыҡ республика традицион уҡ атыу бәйгеһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ).