Шәрҡиәт институтын асыу — көн талабы03.04.2012
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы тип иғлан итте. Рәсәй тарихы — ул Рәсәй Федерацияһына ҡараған бөтөн субъекттарҙың һәм уларҙа йәшәгән бар халыҡтарҙың, шул иҫәптән Башҡортостандың, башҡорт халҡының да тарихы.
Башҡорт иле, халҡы һәм теле тураһындағы мәғлүмәттәр тәүҙә Сәлләм әт-Тәржемән, Ибн Хордадбех Әл-Хуаризми, Әл-Фәрғәни (IХ б.), Әл-Бәлхи, Әл-Масуди, Ибн Фаҙлан, Әбүғәли ибн Русте, Мөхәммәт әл-Истәһри (X б.), Әл-Ғәрдизи, Мәхмүт Ҡашғари (XI б.), Әбүхәмит әл-Ғәрнәти, Әл-Иҙриси (ХII б.), Ҡәзүини, Яҡут әл-Хәмәүи, Әбүлхәйер Рәшит әд-дин, Ибн Сәит, Плано Карпини, Виллем Рубрук, Юлиан (ХIII б.), Ибн Халдун, Димәшҡе (ХIV б.) кеүек Көнсығыш һәм Көнбайыш сәйәхәтселәре, ғалимдары хеҙмәттәрендә, ХV–ХVI быуаттарҙа урыҫ йылъяҙмаларында осрай.
Рәсәйгә ҡушылғандан һуң (1554 — 1557 йылдар) Башҡортостанда бик күп урыҫ ғалимдары, сәйәхәтселәре һәм яҙыусылары була. Беҙҙең төбәк үҙенең Урал тауҙары, киң ҡырҙары, ер аҫты байлыҡтары, халыҡтың этнографияһы һәм Европа менән Азия ҡушылған ерҙә урынлашыуы менән күптәрҙе йәлеп итә.
Башҡорттар араһында таралған Көнсығыш ҡулъяҙма китаптарын йыйыу һәм өйрәнеү менән уҙған быуаттарҙа П.И. Рычков, В.С. Юматов, Р.Г. Игнатьев, Т. Беляев, М.В. Лоссиевский, П.С. Назаров, Д.Н. Соколов, В.В. Григорьев, В.В. Вельяминов-Зернов, В.В. Бартольд, В.И. Даль кеүек Көнсығышты өйрәнеүсе урыҫ ғалимдары шөғөлләнгән. 1734 йылда, мәҫәлән, П.И. Рычков башҡорттарҙа ҡағыҙға теркәлгән нәҫел-нәсәбә яҙмаларын — шәжәрәләрҙе тапҡан, улар һуңынан тарихи тикшеренеүҙәрендә киң файҙаланылған. Төбәкте өйрәнеүсе Р.Г. Игнатьев 1864 йылда Башҡортостандың Троицк һәм Верхнеуральск (Үрге Урал) өйәҙҙәрендә 15 ҡулъяҙма китап йыйған. Шуларҙан өҙөктәрҙе үҙенең “Сказания, сказки и песни, сохранившиеся в рукописях татарской письменности и устных пересказов у инородцев — магометян Оренбургского края” тигән хеҙмәтендә 1857 йылда баҫтырып сығарған. “Ваҡыт” гәзите 1913 йылда (9 июнь) академик В.В. Бартольдтың Ырымбурҙан Өфөгә барышлай Стәрлебашта булыуы тураһында хәбәр итеп, ул “Стәрлебаш мәҙрәсәһенең китапханаһын аҡтарып 200–300, хатта 500 йыл элек яҙылған ҡулъяҙма китаптарҙы диҡҡәт вә ләззәт илә ҡараған”, тип яҙған.
Башҡорт менән татарҙың үҙҙәренең дә уҙған быуаттарҙы яҡтыртҡан боронғо тарихсылары бар. Улар, Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари, Хисаметдин Мөслими, Ҡадырғәли Йалайры, Шиһабетдин Мәржәни, Тажетдин Ялсығол, Ғәли Соҡорой, Морат Рәмзи, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Риза Фәхретдинов, Әхмәтзәки Вәлиди, Хәсән Ғата Ғәбәши, Ғәбдерәшит Ғүмәр, Мөнир Һаҙыев кеүектәр, башҡорт тарихын яҙғанда боронғо шәреҡ сығанаҡтарын файҙаланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул сығанаҡ яҙмаларҙың күбеһе бөгөн юғалып бөткән, табылғандары тәртипкә килтерелмәгән, тәнҡит күҙлегенән үткәрелмәгән. Ә бит республиканың, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Ырымбур, Һамар, Һарытау һәм башҡа ҡалаларҙың архивтарында, боронғо яҙма ҡомартҡылар һаҡланған фондтарында башҡорт тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡағылышлы ғәрәп, фарсы, төрки телдәрендә өйөм-өйөм тауҙарҙай тарихи йәдкәрҙәр, әҙәби әҫәрҙәр ята. Былары — үҙ илебеҙҙә, ә сит илдәрҙә ҡытай, япон, төрөк һәм башҡа телдәрҙә яҙылған сығанаҡтарҙы һанап китһәк, күтәрелмәгән сиҙәм байтаҡҡа арта төшә.
Өфөлә генә шәреҡ ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китап тупланмалары Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивында, республиканың дәүләт китап палатаһында, Милли музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми китапханаһы һәм ғилми архивында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғәрәп яҙыулы ҡулъяҙмалар һәм баҫма китаптар фондында, Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты китапханаһында тупланған. Ҡулъяҙма китаптарҙың бер өлөшө бөгөн дә шәхси китап кәштәләрендә һаҡлана. Башҡортостандың бөтөн яҙма мираҫын эҙләп табыу, сығанаҡ күҙлегенән тулайым өйрәнеү — ғалимдарҙың кисектергеһеҙ бурысы ул, сөнки тулы сығанаҡ базаһы булмай тороп, етди тикшеренеүҙәр алып барыу мөмкин түгел. Был урында шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: ҡиммәтле яҙма ҡомартҡыларҙы боҙолоу-сереүҙән һаҡлау, электрон варианттарын булдырыу, ғилми тасуирламаларын эшләү кеүек киләсәк быуын өсөн һаҡланыуын тәьмин иткән күп тармаҡлы комплекслы сараларҙы эҙмә-эҙ тормошҡа атҡарыу бурысы ла тора. Ғәрәп яҙыулы ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы ошо киң күҙлектән тикшереү — киләсәктәге эш. Ул үҙенең тынғыһыҙ һәм арыу белмәҫ белгестәрен көтә.
Башҡортостанда табылған яҙма ҡомартҡыларҙы ғилми яҡтан өйрәнеү эше ниндәйҙер кимәлдә элек тә барҙы, хәҙер ҙә бара. Төбәктең эпитафик ҡомартҡыларына, мәҫәлән, бер талай тикшеренеү бағышланған. Әммә улар ХIII–ХVI быуаттағы ҡәбер таштарындағы яҙмаларҙы ғына үҙ эсенә ала. Ҡалған эпитафиялар (ҡәбер ташы яҙыуҙары) һаман да белгестәрҙең иғтибарынан ситтә ҡала.
Башҡорт шәжәрәләрен тарихи яҡтан тикшеренеүҙәр революцияға тиклем үк башланғайны. Совет осоронда улар башҡорттарҙың этногенезы буйынса хеҙмәттәрҙә һәм Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу тарихы буйынса ғилми эҙләнеүҙәрҙә ҡаралды. Башҡорт телселәре һуңғы йылдарҙа уларҙы тел ҡомартҡылары булараҡ файҙалана, ә әҙәбиәт белгестәре шәжәрәләрҙәге айырым йылъяҙмалы повестарҙы өйрәнә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫын тикшереүгә беренселәрҙән булып Ә.И. Харисовтың монографияһы бағышланған. Уның тарафынан тәү тапҡыр ХVIII–ХIХ быуат башындағы башҡорт ҡулъяҙма поэзияһы тикшерелде. Хәҙерге ваҡытта башҡорт әҙәбиәте тарихы Ғ.Б. Хөсәйенов һәм Р.Н. Байымов етәкселегендәге әҙәбиәт белгестәре тарафынан бик уңышлы өйрәнелде. Башҡортостан яҙма ҡомартҡыларының телен һәм башҡорт әҙәби теленең тарихын өйрәнеүҙә башҡорт телселәре тарафынан шаҡтай ҙур эш башҡарылды. Тарихсылар башҡорт халҡының ете томлыҡ тарихын яҙырға тотондо.
Башҡортостандағы төрки телле сығанаҡтарҙы табыуҙа һәм асыуҙа, һис һүҙһеҙ, билдәле уңыштарға өлгәшелде. Әммә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүҙең сығанаҡ базаһы әлегә йомшаҡ. Төрки телендәге боронғо күп кенә тарихи документтар белгестәр тарафынан ғилми ҡулланыуға тулыһынса индерелмәгән. Башҡорт әҙәбиәте һәм әҙәби тел тарихы буйынса текстологик базаны киләсәктә көсәйтеү бурысы тора.
Башҡорт археографияһы алдында ла Башҡортостандың төрки телендәге иң ҡиммәтле ҡомартҡыларын баҫып сығарыуҙы планлаштырыу бик мөһим. Был өлкәлә, әлбиттә, тәүге аҙымдар яһалған: башҡорт шәжәрәләренең бер шәлкеме баҫылып сыҡты, юридик документтар, тарихи әҫәрҙәр, әҙәби текстар һәм ҡулъяҙма фольклор ҡомартҡылары донъя күрҙе. Әммә был әле ҙур эштең башы ғына. Бөгөн төрки телендәге яҙма ҡомартҡыларҙың күбеһе баҫылмаған килеш ята. Баҫылғандары ла етешһеҙлектән арынмаған. Уларҙа, мәҫәлән, ғәрәп яҙыуындағы текстарҙы уҡығанда йыш ҡына күп төрлөлөк күҙәтелә.
Һүҙ ҙә юҡ, Башҡортостандың яҙма ҡомартҡыларын, тулайым алғанда, бер башҡорт менән татар ғына тыуҙырмаған. Улар күп халыҡтарҙың дөйөм һәм уртаҡ ҡаҙанышы булып тора. Шуның менән бергә урында ижад ителгән үҙенсәлекле әҫәрҙәр ҙә байтаҡ. Киләсәктә шулай уҡ боронғо башҡорттар, башҡорт иле тураһындағы ҡытай, япон, ғәрәп, фарсы һәм башҡа Көнсығыш телдәрендәге сығанаҡтарҙың йыйынтығын — корпусын төҙөү кеүек бик ҙур етди эш тора.
Башҡортостанда шәрҡиәт ғилемен тергеҙеү һәм үҫтереү барыһынан элек тарихи сығанаҡтарҙы, тел һәм әҙәбиәт хазиналарын ғилми әйләнешкә индереүгә бәйле. Был эштәрҙе бойомға ашырыу өсөн Башҡорт дәүләт университетында шәрҡиәт кафедраһын асыу ғына етмәй, ә тотош Шәрҡиәт институтын ойоштороу — көн талабы. Хәҙер беҙгә ғәрәп, фарсы, төрөк, ҡытай, корея, япон телдәрен һәм ул илдәрҙең тарихын, мәҙәниәтен, иҡтисадын белгән белгестәр генә түгел, ә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Азербайжан кеүек үҙаллы дәүләттәр буйынса ла үҙ кадрҙарыбыҙ кәрәк. Башҡортостан киләсәктә бик күп дәүләттәр менән фәнни һәм иҡтисади бәйләнештәргә инәсәк. Был осраҡта буласаҡ Шәрҡиәт институты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ғилми эше буйынса ғына белгестәр булып ҡалмай, хөкүмәт етәкселәренең яҡын кәңәшселәре лә булыр ине. Үҙемә ҡалһа, бөгөндән үк, республикабыҙҙың мәнфәғәтенән сығып, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һәр илгә ике-өс һәләтле студентты уҡырға ебәрер инем, сөнки ундай белгестәр беҙгә иртәгә бик кәрәк буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, был, минеңсә, иң өлгөргән мәсьәләләрҙең береһе, тик уны Хөкүмәт кимәлендә хәл итергә генә кәрәк. Үҙенең бай мираҫын һаҡлаған, өйрәнгән һәм артабан үҫтергән халыҡ ҡына юғары интеллектҡа эйә. Фәне алға киткән дәүләттең эше лә уң барасаҡ.
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,Шәрҡиәт институтын асыу — көн талабы
Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы,
“Шәрҡиәт мәсьәләләре” журналының баш мөхәррире.


Вернуться назад