“Торт бешереп бир әле…”17.03.2017
“Торт бешереп бир әле…”Яңы Балаҡатай ауылында йәшәгән Зилә Смольниковаға ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәр көндән-көн арта. Уның өсөн торт бешереү эш тә, ял да, үҙенә күрә бер күңел байрамы ла.
Оҫта хужабикә тәмле­кәс­тәренең яңы төрҙәре, уларҙы биҙәү-матурлау хаҡында даими уйлана, махсус әҙәбиәт менән танышып, Интернеттан мәғлүмәт йыйып, тәжри­бә­һен байыта, шуға заказдары ла күбәйә бара.
Телеңде йотор­лоҡ торттар бешереп, Зилә тәүҙәрәк яҡындарын ғына ҡыуандырһа, 2015 йылдан тәмлекәстәрҙе таныштары һәм ауылдаш­тарының һорауы буйынса әҙерләй башлай. Төрлө юбилейҙарға һәм туйҙар­ға өсәр ҡатлы итеп, ба­лаларҙың тыуған көн­дәренә йәнһүрәт геройҙары төшөрөп яһай ул торттарын. Бер мөрәжәғәт итеүсенең дә үтенесен кире ҡаҡмай, кемгә ниндәй ҡамырҙан һәм ниндәй күләмдә кәрәклегенән сығып эшләй, тәм яғынан теләктәрҙе лә иҫәпкә алырға тырыша. Шуныһын да билдәләү кәрәк: үҙешмәкәр кондитер етештергән продукция сифатлы булыуы, төрлө буяуҙар һәм консерванттар ҡушылмауы менән айырылып тора. Уға яҡташтары ғына түгел, күрше райондарҙан да заказ бирәләр.
– Ҡәнәғәт клиенттарым рәхмәт кенә яуҙырып тора. Бер тап­ҡыр минең тортты ауыҙ иткәндәр бик тиҙҙән яңы заказ ме­нән мотлаҡ килә. Был инде үҙ сиратында миңә оло яуап­лылыҡ өҫтәй, шуға ла үҙаллы уҡыу менән бергә махсус ойош­торолған оҫталыҡ дәрестәрен дә ҡалдырмаҫҡа тырышам, яңы рецепттар өйрәнәм, һөнәрҙәштәремдең бай тәжрибә­һен дә көндәлек эшемдә ҡул­ланырға тырышам, – ти Зилә Зәки ҡыҙы.
Ауыл йүнселе яратҡан эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған. Эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән ире Александр Владимирович менән алмалай ҡыҙҙары Амелия һәм Есенияны үҫтерәләр, уларҙың олоһо ата-әсәһе өлгөһөндә мәктәптә тырышып уҡыһа, төпсөктәре бик теләп балалар баҡсаһына йөрөй. Шулай көндәлек мәшәҡәттәренән тәм, тормошонан йәм табып йәшәгән, әҙерләгән татлыҡайҙарына бар күңел йылыһын һалған милләттәшебеҙгә киләсәктә лә рәхмәттәрҙән өҙөлмәүен теләйһе ҡала.


Вернуться назад