Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте17.03.2017
Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү” федераль законы үҙ көсөнә ингәс, һыу ресурстарын иҫәпләү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һыуҙың сифаты ныҡлы контролгә алынды, әлбиттә. Әммә хәл итәһе мәсьәләләр юҡ түгел.
Был йәһәттән Дыуан районында хәлдәр нисегерәк? Халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү нисек тормошҡа ашырыла? Һыу ятҡылыҡтары етерлекме? “Дыуанводоканал” муниципаль унитар ойошмаһының эшмәкәр­леге менән танышҡас, төбәктә был мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүен асыҡланыҡ. Башта уҡ етәксенең кабинетында “Рәсәй лидеры” дипломы күҙгә ташланды. Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса дыуандарҙың биш номинацияла билдәләнеүе үҙе үк маҡтауға лайыҡ.

Дыуан һыу сығанаҡтарына бай: Йүрүҙән, Әй, тау йылғалары, шишмәләр...
– Халыҡты, предприятиеларҙы һыу һәм йылылыҡ менән өҙлөк­һөҙ тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс, – ти предприятие етәксеһе Хәлит Ғарипов. – Коллективта 100-ләп кеше эшләй, 86 саҡрым оҙонлоғондағы һыу үткәргес, 16 саҡрым йылылыҡ һәм канализация селтәре, 12 һыу скважинаһы, дүрт ҡаҙанлыҡ өсөн яуаплыбыҙ. Район үҙәге Мәсәғүттән тыш, ун бер ауылды эсәр һыу менән тәь­мин итәбеҙ. “Дыуанводоканал” хеҙмәтлән­дер­гән йорттарҙа йә­шәгәндәр хаҡлы рәүештә, йәм­ғиәт­тән уңдыҡ, тиҙәр, сөнки хеҙ­мәтләндереүҙең сифаты юғары. Ғөмүмән, йәмғиәт ниндәй генә эшкә тотонһа ла ҡулынан килә. Шәхси йорттарға һыу үткәрһенме, канализация эшләһенме, скважина быраулаһынмы... Тимер изделиелар етештереү ҙә халыҡты хеҙмәт­ләндереүҙең отошло бер төрөнә әйләнгән.
Әйткәндәй, Салауат районы­ның Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән Хәлит Әлтәп улы техникум тамамлағас та йүнәлтмә буйынса Мәсәғүт ауылына эшкә урынлаша һәм үҙ яҙмышын ошонда таба. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үткән­дән һуң бына 15 йылға яҡын инде ул “Дыуанводоканал” ойошмаһын етәкләй, районда абруйлы етәксе, булдыҡлы ойоштороусы булып танылған. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Президентының Маҡтау грамо­таһы менән билдәләнгән.
Берҙәм, татыу коллектив эштә лә, спортта ла һынатмай. Район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ал бирмәйҙәр. Бында үҙ эшенең оҫталары тупланған – авария хеҙмәте слесарҙары Булат Мөниров, Денис Хәбибуллин, экскаваторсы Фидаил Ситдиҡов, Илъяс Ғималов, мастер Сергей Кузнецов хаҡында маҡтап телгә алды етәксе. Эш хаҡы ваҡытында бирелә. Һыу өсөн халыҡтан аҡса йыйыу ҙа республика кимәленә ярашлы.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәт­ләндереүе – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөм­тәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра. Шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти директор хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Шулай ҙа хәл итәһе проблемалар етерлек. Иң бәкәлгә һуҡҡаны – уҙған быуаттың 80-се йылдарында һалынған торбалар­ҙың ныҡ иҫкереүе. Уны алмаштырыу өсөн финанс ярҙамы күрһә­телеп тора, әлбиттә. Әммә башҡараһы эштәр күп әле. Мәҫәлән, яңыраҡ Мәсәғүттең яңы биҫтәһендә – һыу үткәргес, Заречный биҫтәһендә скважина сафҡа ингән. Һыу селтәрендә баҫымды көйләгестәр, һыу иҫәп­ләү приборҙары ҡуйыла. Иң мөһиме, быйылғы ҡыш имен-аман үткән, бәлә-ҡаза күҙәтел­мәгән.


Вернуться назад