Һәр кем көнкүреш уңайлыҡтарын тойоп йәшәһен17.03.2017
Һәр кем көнкүреш уңайлыҡтарын тойоп йәшәһен Үткән быуаттың 80-се йылдарында Мәләүез ҡалаһында сәнәғәт объекттары төҙөлөшө киң ҡолас ала. Шуға бәйле торлаҡ төҙөлөшө лә әүҙемләшә. Әйтәйек, химия заводы эшселәре өсөн ҡалала тәүге туғыҙ ҡатлы йорттар төҙөлә. Торлаҡ төҙөлөшө менән бер рәттән, күп кенә социаль объекттар күтәрелә. Йорттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәүге торлаҡ-эксплуатациялау участкалары нәҡ шул мәлдә ойошторола.
Бөгөн инде ҡалала ҙурлығы буйынса икенсе идарасы компания булған “2-се торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – шуларҙың береһе. Предприятие үткән йылдар дауамында күп үҙ­гәреш кисерә, әммә уның ҡара­ма­ғындағы йорттар шул саҡта төҙөлгәнсә ҡала. Уларҙа йәшәү­селәр ҙә, нигеҙҙә, сәнәғәт предприятиеларында эшләп, бөгөн инде лайыҡлы ялдағы кешеләр.
Предприятие ҡарамағындағы торлаҡ майҙаны 149 мең квадрат метр тәшкил итә. Уларҙың туҙыу дәрәжәһе юғары. Шуға идарасы компания һуңғы осорҙа йорт­тарҙы капиталь ремонтлау, лифт­тарҙы алмаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Бер үк ваҡытта торлаҡ фондын ҡарау, йорт түбәләренә, подъездарға ағымдағы ремонт яһау, эске инженерлыҡ селтәрҙәрен яңыр­тыу буйынса ең һыҙғанып эш­ләйҙәр. Был йәһәттән подряд ойошмалары һәм энергия һаҡ­сыллығын тәьмин итеүсе ойошмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән ваҡытында иҫәп-хисап яһала. Предприятиеның бөгөн бер ойошма алдында ла бурысы юҡ.
Хеҙмәтләндереү сифатын яҡ­шыртыу һәм сығымдарҙы кәметеү өсөн предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу хәстәрлеге күрелә. Әйтәйек, былтыр ғына техника паркы яңы “Беларусь” тракторы һәм “ГАЗ-3571” үҙбу­шат­ҡыс автомобиле менән тулы­ландырылған. Ғөмүмән, үткән йыл предприятие өсөн айырыуса уңышлы булған. Улар “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсында еңеүсе булып танылған.
Эйе, ҡаланың Октябрь ура­мын­дағы 5-се йорто – республикала иң яҡшыларҙың береһе. Ул төҙөклөгө, күркәмлеге, эске һәм тышҡы коммуникацияларҙың һәр саҡ тәртиптә булыуы һәм көнкүреш уңайлыҡтары менән яулаған был исемде. Был йортта Төбәк операторы тарафынан үҙәктән йылытыу инженерлыҡ селтәрҙәренә автоматлаш­ты­рылған идара итеү системаһы урынлаштырып, капиталь ремонт үткәрелгән. Бында йәшәүселәр үҙҙәре лә таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала, энергия ресурс­тарын һаҡ­сыл файҙаланырға тырыша. Ул үҙ теләге менән, яу­лаған приз фондына өҫтәмә аҡса ҡушып, заманса балалар майҙансығы йыһазландырған. Мастерҙар Е. Машталлер һәм Л. Шилкина торлаҡ хужалары менән берлектә майҙансыҡты асыу тантанаһын ысын байрамға әүерелдергән. Ҡала мәҙәниәт һарайынан артистар саҡырылған, балаларға “татлы” приздар өләшкәндәр. Әлбиттә, күмәк мәҙәни саралар башҡа йорттарҙа йәшәүселәр менән дә ойошторола. Мәҫәлән, Октябрь ура­мын­дағы 7-се йорт алды майҙан­сығында күп халыҡ ҡатнаш­лығында конкурстар, бәйгеләр бик тә ҡыҙыҡлы үтә. Күптән түгел гөрләтеп “Масленица”ны билдә­ләгәндәр. Бындай саралар идарасы компания менән торлаҡ хужалары ара­һында бәйләнеште нығыта, тормошто биҙәй.
Предприятие етәкселеге хеҙ­мәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын күтәреүгә булышлыҡ итә. Был маҡсатта уҡыуҙар ойошторола һәм эш урындары аттес­тация­лана. Шуға ла предприятие хеҙ­мәткәрҙәре республика Торлаҡ-коммуналь хужалығы ми­нистрлығы үткәргән һөнәри конкурстарҙа ҡыйыу ҡатнаша һәм оҫталыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, тракторсы И. Ямалетдинов һәм электромонтер С. Петров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсында алдынғы урындар яулаған.
Коллективта оҙаҡ йылдар эшләгән тырыш һәм уңған хеҙ­мәткәрҙәр Ф. Ильясова, Л. Әлмө­хәмәтова, М. Ғәлина, Р. Ғима­летдинова, Р. Ғәлимова, М. Испулова, юғары квалификациялы бал­та оҫтаһы – түбә ябыусы Ҡ.Ҡа­разбаев, слесарь-сантехник Ю. Ҡамбулатов, А. Колеганов, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Д. Катасоновтың хеҙмәте лә тармаҡ министрлығы, район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан күп тапҡыр билдә­ләнгән. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе пред­прия­тиеның үҙенә ҡарата ла әйтергә кәрәк. 2015 йылда компания “Башҡортостан Респуб­ликаһында күп фатирлы йорт­тарға идара итеүҙә иң яҡшы ойоштороусы” конкурсында беренселекте яулай һәм I дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
Иң мөһиме – бында хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлек ҙур. Был йәһәттән профсоюз комитеты ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
– Коллектив килешеү ниге­ҙендә хеҙмәткәрҙәр түләүһеҙ медицина күҙәтеүе үтә, туҡланыу өсөн һөт менән тәьмин ителә, уларға махсус эш кейемдәре һәм шәхси һаҡланыу әйберҙәре бирелә, һәр кем тулы социаль пакеттан файҙалана. Хеҙмәтте һаҡлауға һәм техника хәүефһеҙ­легенә айырыуса етди иғтибар йүнәлтәбеҙ, – тип һөйләй кадрҙар буйынса белгес Гөлсөм Абдуллина.
Коллектив берҙәм, татыу. Төрлө мәҙәни-спорт саралары үткәрелә, хеҙмәткәрҙәрҙең тор­мошондағы иҫтәлекле даталар тантаналы билдәләнә. Предприятие йыл һайын торлаҡ фондын ҡышҡы осорға әҙерләүҙә үрнәк күрһәтә һәм капиталь ремонтлау программаһында әүҙем эшләй. Быйыл үҙҙәре ҡарама­ғындағы ун подъезлы йортта һыу һәм канализация селтәрҙәрен ремонтлау, күп ҡатлы ете йортта лифттарҙы алмаштырыу планлаш­тырылған.
Коллективҡа исеме респуб­ликаның торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында билдәле Хәлит Шәһәров етәкселек итә. “Эште белеп ойоштора, принципиаль, шул уҡ ваҡытта кешелекле һәм хәстәрлекле етәксе”, – тиҙәр уның хаҡында коллективта.
Эйе, Хәлит Вәхит улының һәр хеҙмәт көнө үҙе етәкләгән коллектив һәм предприятие хеҙмәт­ләндергән йорттарҙа йәшәгән алты меңдән күберәк кеше тура­һында хәстәрлек менән башлана.

vТорлаҡ-коммуналь тармаҡта эшләгән барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Хеҙмәттә уңыштар, сәләмәтлек һәм бәхет теләйем!
Хәлит ШӘҺӘРОВ, “2-се торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкаһы” йәмғиәте директоры.


Вернуться назад