Был айҙа балалар баҡсаһы өсөн түләү квитанцияһын ҡулына алғандарҙың күбеһе ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар кисергәнен һәм ҡәнәғәтһеҙ ҡалғанын аңларға була: ошоға тиклем тотороҡло льготалар менән ҡулланып өйрәнгән ата-әсәләрҙе байтаҡҡа артҡан түләү суммаһы аптыратты ла, хафаға ла һалды (иҫәпле донъя бит!). Бигерәк тә был ҡалала йәшәгәндәрҙең бәкәленә һуҡты. Хатта ҡайһы бер ҡәнәғәтһеҙҙәр тиҙ арала петиция әҙерләп, уны йәмәғәтселек ҡарамағына сығарҙы. Башҡортостандың Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, эш 1 марттан республиканың “Мәғариф тураһында”ғы Законына үҙгәрештәрҙең үҙ көсөнә инеүендә. Әммә әлегә түләүҙәрҙең иҫәпләү һәм ташламалар биреү тәртибе тулыһынса раҫланып бөтмәгән. Хоҡуҡи мәсьәләләр хәл ителеү менән, киләһе ике айҙа, түләүҙәр күләмен ҡабатан иҫәпләйәсәктәр һәм, яңы нормативтар буйынса ташлама ҡаралған икән, артыҡ түләнгән аҡсаны ата-әсәләрҙең иҫәбенә кире ҡайтарасаҡтар.
Быға тиклем балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр өсөн компенсацияны барлыҡ ғаиләләр ҙә ала ине. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, компенсацияға документтарҙы атай йәки әсәй тапшыра, шул уҡ ваҡытта ғаиләнең уртаҡ килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаҫҡа тейеш. Ябай итеп әйткәндә, әлеге ваҡытта республикала йәшәү минимумы күләме 8323 һум тәшкил итә. Ошо һанды 1,5-кә ҡабатлаһаҡ, 12 485 һум килеп сыға. Компенсацияға өмөт иткәндәргә ғаиләнең уртаҡ килемен, ағзаларының һанына ҡарап, ошо күрһәткескә ҡабатларға ҡала. Мәҫәлән, һеҙҙең ғаилә дүрт кешенән тора икән, баҡсаға йөрөгән балаларығыҙ өсөн компенсация алам тиһәгеҙ, уртаҡ килемегеҙ 49 940 һумдан артмаҫҡа тейеш. Компенсацияның күләме үҙгәрешһеҙ ҡала: беренсе бала өсөн – 20, икенсеһенә – 50, өсөнсөгә 70 процент ташлама ҡаралған. Тик 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем тапшырылған документтарға өҫтәп, ғаиләлә йән башына уртаса килем йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлы дәүмәленән артмауы тураһындағы белешмә килтерергә кәрәк. Был документты тейешле Ҡарар ҡабул ителеү менән, балалар баҡсаһы урынлашҡан йәки ғаилә йәшәгән райондағы халыҡты социаль яҡлау органдары бирәсәк. Белешмәне баҡсаға 1 майға тиклем тапшырып буласаҡ.
Рәсми власть вәкилдәре хәлгә асыҡлыҡ индерһә лә, әлегә бер генә түгел, ике, хатта өс балаһын баҡсаға йөрөткән ата-әсәйҙәр баш вата: үҙгәрештәрҙе яйға һалған хоҡуҡи ҡарарҙар эшләй башлағансы, документтар туплағансы, артабан нисектер йәшәргә, ғаилә ҡаҙнаһынан бүлеп, ҙур сумманы түләргә, сығымдарҙы экономиялаған саралар күрергә, ҡайһы бер уй-теләктәрҙән баш тартырға кәрәк буласаҡ.
Альмира ҒӘНИЕВА, Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары: – Уртаса килемде иҫәпләгәндә, ғаиләнең эшкә яраҡлы, эшләгән һәм белем биреү учреждениеһында көндөҙгө бүлектә уҡыған (16 йәштән 60 йәшкә тиклемге ирҙәрҙең; 16 йәштән 55 йәшкә тиклемге ҡатындарҙың) барлыҡ ағзаларының килеме иҫәпкә алына. Инвалидтарға һәм инвалид балаларға; 20 аҙна һәм унан күберәк ауыры булған ҡатындарға; билдәләнгән тәртип буйынса эшһеҙ тип табылғандарға; өс йәшкә тиклем бала ҡарағандарға; 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы, I группа инвалидын, 80 йәше тулған оло кешене тәрбиәләгәндәргә; ауыл ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләргә; тулы булмаған күп балалы ғаиләнең бер генә эшкә яраҡлы ағзаһы эшләһә йәки тулы күп балалы ғаиләләрҙең эшкә яраҡлы ағзаларынан береһе генә эшләһә йәки уҡыһа, уларға ташлама ҡаралған. Компенсация юллағанда, уларҙың уртаҡ килем дәүмәле иҫәпкә алынмай.