Әбйәлилдәр “үҙеңдеке тәмлерәк тә, сифатлы ла!” тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе үҙ итеп, тап Асҡарҙа бешерелгән икмәккә өҫтөнлөк бирә, сөнки бында үҙ эшенең оҫталары эшләй.
Эшҡыуар Вәлит Латипов етәкселегендәге “Урал аръяғы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 50 кешегә эш урыны булдырылған. Йәмғиәт райондағы 72 мәктәпте, балалар баҡсаһын, Рауил ауылындағы балалар йортон, район дауаханаһын, ҡарттар йортон тәьмин итә. Яңы ғына ҡабарып бешкән икмәкте тейешле урынға ваҡытында еткереү өсөн биш икмәк ташыу машинаһы бар. Көн дауамында улар райондың һәр ауылына юл ала. Шулай уҡ район үҙәгендә урынлашҡан кафе-ашхана күплеген иҫәпкә алып, Вәлит Хәләф улы итле бәлеш бешереүҙе лә үҙ өҫтөнә алған. Киләсәктә кондитер цехы асырға уйлай, тик бының өсөн бинаны ҙурайтыу талап ителә.
Егәрле эшҡыуар икмәкхана менән генә сикләнмәгән, уның шулай уҡ ҙур булмаған ит эшкәртеү цехы бар. Колбасаның ғына ундан ашыу төрө етештерелә, ярымфабрикаттарҙы бигерәк теләп һатып алалар. Хәләл ит аҙыҡтары һис тә өй ризығынан кәм түгел! Шуныһы иғтибарға лайыҡ: колбаса һәм ярымфабрикаттарға бер ниндәй ҙә өҫтәмә буяу һалмайҙар, хатта Е химик ҡушылмаһын да осратмаҫһың. Шунлыҡтан етештерелгән продукцияны райондан тыш, Силәбе өлкәһе, Белорет, Баймаҡ райондары халҡы ла яратып ала.
Уңған хужа өлгәшелгәндәр менән сикләнергә уйламай, тиҙ арала һөт етештереү буйынса махсуслашып, һөт ризыҡтарын да һатыуға сығарырға хыяллана.
Кәримә Усманова