Ни өсөн дөйәғошмо?03.04.2012
Ни өсөн дөйәғошмо?Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәүселәргә һоҡланырға ғына ҡала. Үҙ йүнен күрәм, үҙ эшен асам тип, ниндәй генә шөғөлгә тотонмай улар.
Геологоразведка ауылында йәшәүсе Светлана Баранова үҙенең ихатаһында бына дүртенсе йыл дөйәғош үрсетә. Ете дөйәғош, йылы Африка ҡоштары булыуын да онотоп, ҡырыҫ һәм һалҡын Әбйәлил төбәген үҙ иткән. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, оҙон боттары менән ҡар ярып, суҡыштары менән ҡар соҡоп йөрөй бирәләр. Ата ҡош инәһен шул тиклем уяу һаҡлай, хатта яндарына яҡын барырлыҡ түгел. Шуға күрә Светлана Геннадьевна ҡоштар янына һәр саҡ бер кейемдә инергә тырыша, шулай итмәһә, улар яҡын да юлатмай.
Светлана Баранова дөйәғош менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп алды. Яңыраҡ инә ҡоштоң йомортҡаһын алып өйгә индермәксе була. Бер килограмдан ашыу, уны ике ҡул менән тоторға кәрәк. Йомортҡаны алырға тип эйелеүе була, Светлананы ата ҡош тибеп тә ебәрә. Ергә нисектер уңайлы барып төшә, ауыртыныуһыҙ тороп ултыра. Шул саҡта ул ата дөйәғоштоң ғаиләһе өсөн борсолоуын, йомортҡаларҙы ҡоштарҙы кәртәгә бикләгәс кенә йыйырға кәрәклеген аңлай. Хатта ҡайһы бер бай кешеләр ата дөйәғошто йорт һаҡлау өсөн аҫрай икән, сөнки ул ат кеүек ҡаты тибә, тешләп тә ала.
Ни өсөн дөйәғошмо?Светлана Барановаға Мәскәүҙә Максим Никулин исемендәге цирк труппаһында бер аҙ администратор булып эшләп алырға тура килгән. Тап ошонда хайуандарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта. Оло йәштәге атаһы ауырый башлағас, тыуған яғына ҡайтып төпләнергә була. Әммә эш булмауы уны аптырашта ҡалдыра. Ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, үҙ эшен асырға уйлай. Тик нимәнән башларға, ниндәй кәсепкә тотонорға? Төрлө яҡлап уйлағандан һуң, ул дөйәғош үрсетергә ҡарар итә. Етмәһә, районда уны берәү ҙә аҫрамай. Тәүәккәлләп, тәүге ҡоштарҙы һатып алырға Пермь тарафтарына юллана. Бөтәһе ун дөйәғош һатып ала, етәүһе бөгөн имен-һау. Тәүҙә уңған эшҡыуар уларға ҡура төҙөй, саф һауала йөрөтөү өсөн ялан кәртәһе булдыра. Ҡойманың бейеклеге 2-2,5 метрҙан юғары булыу шарт, сөнки уларҙың һикереп сығыуҙары мөмкин. Һәр береһенең айырым бүлмәһе бар, хатта ғаилә айырым йәшәй тип әйтергә лә була. Ҡарап тороуға матур, иҫ киткес һөймәлекле, оҙон муйынлы ғорур дөйәғоштарҙы тәрбиәләү еңелдән түгел. Уларҙың һәр береһенә шәхсән тәрбиә кәрәк. “Нескә һәм экзотик ҡоштар менән көн буйы булышҡан саҡтар ҙа етерлек”, — ти Светлана Баранова. Шулай ҙа эшҡыуар тап дөйәғоштарҙы һайлауына һис үкенмәй, дүрт йыл аҫрап та, әле файҙаһын күрмәгән ҡоштарҙы артабан үрсетергә, ауыл янынан ер алып, ҡура төҙөргә хыяллана.
Шуныһы үҙенсәлекле: дөйәғоштар кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм кишерҙе яратып ашай, төрлө витаминлы аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә.
Матурлыҡ өсөн генә тоторға мөмкин булһа ла, Светлана Баранова ҡоштарҙан киләсәктә ҙур табыш алырына шикләнмәй. Әйткәндәй, уның ите диеталы ризыҡ рәтенә инә һәм баҙарҙа хаҡы ҡиммәт. Йомортҡаның берәүһе 500 һумға һатыла. Айырым инкубатор һатып алып, бәпкә сығарыу теләге лә бар эшҡыуарҙың. Нисек кенә булмаһын, йәмле Әбйәлил яҡтарын тағы ла йәмләндереп, киләсәктә дөйәғоштар ҙа йөрөр әле!
Кәримә Усманова


Вернуться назад