Исламдың тупһаһы – таҙалыҡ17.03.2017
Исламдың тупһаһы – таҙалыҡ Йәй ҡала мәсетендә булған бер ваҡиға йыш иҫемә төшә. Август айы, көн эҫе. Йома намаҙына шорты һәм майка кейгән яланбаш егет килеп инде. Был әйберҙәре әллә йыуылмаған, әллә модаһы шулаймы... Вахтала ултырған ағай, шунда уҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, тегене индермәйәсәген әйтте. “Иман кейемдә түгел, күңелдә!” – егеттең ошо һүҙҙәре намаҙға килгәндәрҙә төрлө фекер уятҡандыр.
Һис кемгә сер түгел: кешене тәү күргәндә төҫ-башына ҡарап баһа­лайһың. Уның үҙ-үҙенә иғтибар­һыҙлығы күренеп тора, кейеме бысраҡ йә үтекләнмәгән, сәсе таралмаған икән, шунда уҡ кире фекер тыуа. Күңел менән бергә тышҡы ҡиәфәттең дә күркәм, таҙа булыуы мөһим шул. Дин өйрәткәнсә, эске матурлығың бөтөн торошоңда сағылыш табырға тейеш.
Эйе, үрҙә телгә алынғанға оҡшаш күренештәр аҙ осрамайҙыр хәҙер. Ә борон мәсеткә баш кейемһеҙ, оҙон еңле күлдәкһеҙ бөтөнләй ин­дер­мәгәндәр. Мосолмандың өлгөлө ҡиәфәтен күҙ алдына килтереү өсөн дин әһелдәре Ябраил фәрештәнең Пәйғәмбәребеҙ янына ир сүрәтендә килеүе хаҡындағы хәҙисте уҡырға тәҡдим итә. “Эргәбеҙҙә көтмәгәндә күҙҙе сағылдырырҙай аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды. Төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап, уны юлсы тип әйтеү ҙә мөмкин түгел ине...” – тигән һүҙҙәр бар был хәҙистә. Ғөмүмән, Исламда аҡ төҫкә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Ул кешегә үҙенсәлекле сафлыҡ өҫтәй, тән һәм йән таҙалығы, юғары рухлылығы, аҡылы, мәрхәмәтлелеге хаҡында һөйләй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә аҡ кейемдә йөрөргә яратҡан, баш­ҡаларҙы ла шуға әйҙәгән. “Аллаһ сафлыҡты, матурлыҡты ярата”, – тигән ул. Тимәк, үрҙә телгә алынған егеттең: “Иман кейемдә түгел, кү­ңелдә!” – тип фекерләүе дөрөҫлөккә тап килмәй. Динле кешенең эске әҙәбе тышында сағыла.
Исламдағы аят-кәримәләргә, хә­ҙистәргә күҙ һалайыҡ: “Таҙалыҡ – имандың яртыһы”, “Аллаһ паклан­ған­дарҙы ярата”, “Йомала йыуыныу бәлиғ булған һәр кем өсөн мотлаҡ”, “Аллаһ Тәғәләм! Аҡ кейемде бысраҡ­тан таҙартҡан кеүек, мине лә, го­наһтарымды ярлыҡап, пакла­һаңсы”, “Эй һин, кейемеңә бөркән­гән! Тор ҙа өгөтлә! Раббыңды олола! Ке­йе­меңде сафла!”, “Мәсеткә барған һайын таҙа әйберҙәрегеҙҙе кейегеҙ”, “Эш кейеменән тыш, йома өсөн ике күлдәк алыу берәүгә лә зыян кил­термәҫ” һ.б. Мәғлүм ки, Исламда әҙәм балаһын мәңгелеккә лә аҡҡа төрөп оҙаталар.
Мәсеткә йыйынған кеше Аллаһ йортона юлланыуын, унда үҙенән башҡа ла кешеләр, фәрештәләр ғибәҙәт ҡыласағын аңларға тейеш. Байрамдарға, туйҙарға ла килде-китте ҡиәфәттә бармайҙар бит. Ә иман йорто – иң юғары урын, уға пакланмайынса, таҙарынмайынса инеү – гонаһ. Шуның өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү зарур:
1. Мәсеткә барыр алдынан мосолман тәненең, кейеменең бөхтә булыуына, үҙенән насар еҫ кил­мәүенә ышанған булырға тейеш.
2. Аяҡ кейеме ныҡлап таҙартыла, йылы миҙгелдәрҙә тышта ҡалды­рыла.
3. Кемдер мәсеткә бысраҡ алып кергән икән, тиҙ генә йыйыштырырға тейеш. Иман йортон таҙа итеп һәм тәртиптә тотоу – унда эшләгән­дәрҙең генә түгел, ә ингән, ғибәҙәт ҡылған, етешһеҙлекте беренсе булып күргән һәр кемдең бурысы.
4. Мәсеттә тәмле еҫ таралһын өсөн еҫле май бөркөргә кәрәк.
Ғөмүмән, Исламда таҙалыҡтың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әҙәм балаһы йән сафлығына, тән сәләмәтлегенә, матурлыҡҡа, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең күркәмлегенә ынтылып йәшәргә тейеш. Һаулыҡтың, күңел бөтөнлөгөнөң нигеҙе был.


Вернуться назад