Еңдем, тиһеңме?17.03.2017
Бәғзеләр үҙ көсөн уҫал булыуында, ҡаршы һүҙ әйтеүгә һәр саҡ әҙерлегендә күрә. Ундайҙар кемделер күмәк кеше алдында ҡысҡырып әрләп китеүҙән дә тартынмай. Һөҙөмтәлә “Еңдем!” тип маһая, кинәнес кисерә торғандарҙыр. Ысынында шулаймы икән һуң?
“Арағыҙҙан кемде күптәргә көсө етерлек кеше тип һанайһығыҙ?” – тип һораған бер саҡ Пәйғәмбәребеҙ намаҙға килгәндәрҙән. “Дарманы ташып торғандарҙы”, – тип яуап­лаған улары. “Дөрөҫ түгел, – тигән Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм. – Асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡала белгән кеше көслө була. Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә яза биреп бармаҫ. Телен тыя белгәндең дә етешһеҙлектәрен йәшереп ҡалдырыр”.
Мосолман урынлы-урынһыҙ ярһып китмәй, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй. Әгәр ҙә кемгәлер, нимәгәлер хәтере ҡалһа, бының сәбәптәре хаҡында фекер йөрөтөп, ғәфү итергә тырыша. Был – уның өсөн ҙур дәрәжә. Әҙәм балаһы асыулы килеш ниндәйҙер эш баш­ҡа­рыуҙан да һаҡ булырға тейеш. Күңел торошоноң ошондай ваҡытында күпме ғаилә тарҡалғаны, енәйәт ҡылынғаны, балаларҙың етем ҡалғаны һәм башҡа бәлә-ҡаза хаҡында һәр кем уй­ланырға тейеш. Бер-береңә ҡарата түҙемле, сабыр була белмәһәң, араға иблис килеп инә, тиелгән хәҙистә. “Асыу – ул ут, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул бөтөн күңелде ҡармап алыусан. Көл аҫтында быҫҡып ятҡан осҡон кеүек – тәкәбберҙәрҙә ҡабынып китергә генә тора”.
Мосолмандың төп һыҙаттары – дингә ысын күңелдән бирелгәнлек, баҫалҡылыҡ менән бер бөтөнгә әйләнгән ғилем, кеше хаҡын таныу, байып кит­кәндә саманы юғалтмау, фәҡирлеккә төшкәндә, мохтажлыҡ килгәндә башҡаларға ҡарата ла түҙемле булыу, ярҙам күрһәтеү. Тап ошо сифаттар аша ғына ысын еңеүгә өлгәшергә мөмкин.


Вернуться назад