Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын17.03.2017
Ислам – хеҙмәт дине. “Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт бирер”, – тиелгән “Ҡөрьән”дә. Мәҫәлән, иген сәсһәң, уны үҫтерер, бер бойҙайҙы меңләтә арттырып бирер. Тырышып мал-тыуар ҡарайһың икән, уны ла ишәйтер һ.б.
Пәйғәмбәребеҙ эш һөйөү мөһимлеген үҙ тормошо аша күрһәтеп, хеҙмәткә әйҙәп йәшәгән. “Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән ул бер хәҙисендә. Ир кеше, йорт хужаһы, үҙ тормошон да алып бара алмай, ғаиләһен ҡарарға ла көсө етмәй икән, бында ниндәй бәрәкәт булһын? Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә.
Исламда эшкә өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙамлашыу, хеҙмәтең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары тора. Был – мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигән һүҙҙәрен дә оноторға ярамай. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә керһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте китәсәк. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.


Вернуться назад