“Аҡсарлаҡ”та күңелле!03.04.2012
“Аҡсарлаҡ”та күңелле!Мәғариф өлкәһен үҫтереү — район хакимиәтенең социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.
Бында тәү сиратта балалар баҡсаларын төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Балаһы ҡараулы, өҫтө бөтөн, тамағы туҡ ата-әсә генә үҙ эшендә тыныс күңел менән хеҙмәт итә. Йыл башында район үҙәгендә “Сулпылар” балалар баҡсаһы үҙ ишеген асһа, яңыраҡ Геологоразведка ауылында 50 урынға иҫәпләнгән “Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһы сафҡа инде. Коллективта барлығы 11 кеше эшләй.
“Һаҡаллы” төҙөлөшкә әйләнгән был баҡсаны ауыл халҡы оҙаҡ көттө. Кескәйҙәрен ҡайҙа илтергә белмәгән ата-әсә аптырап, район хакимиәте башлығы Р. Сыңғыҙовҡа мөрәжәғәт итә. Тап уның тырышлығы менән республика бюджетынан 6,5 миллион һум аҡса бүленә һәм, ниһайәт, ауыл халҡын ҡыуандырып, ул бәләкәстәрҙе ҡабул итә. Мөдир Мәҙинә Солтанованың әйтеүенсә, ата-әсә кескәйҙәрен һәр иртә шатланып алып килә. Заманса йыһазландырылған, төрлө уйынсыҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән баҡса малай һәм ҡыҙҙарҙың икенсе өйөнә әйләнеп тә өлгөргән. Рәмзиә Саҙретдинова менән Азалия Ҡараҡаеваны бигерәк ярата кескәйҙәр, был тәрбиәселәр уларҙың иң яратҡан “апай”ҙарына әүерелгән. Бергәләшеп төрлө уйын уйнаһындармы, йә иһә әкиәт уҡыһындармы, саф һауала булһындармы — һәр саҡ бергәләр.
Балаларҙың шат һәм көләс тауышынан гөр килгән “Аҡсарлаҡ”тың тап быйыл — Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында асылыуы ла иҫтәлекле.
Кәримә Усманова


Вернуться назад