“Батырҙар иле” һеҙҙе көтә17.03.2017
Башҡортостанда “Батырҙар иле-2017” асыҡ республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы уҙғарыла. Бәйгегә “Урал батыр” эпосы, башҡорт халыҡ әкиәттәре, риүәйәттәре, милли йолалар, фольклор темаһына ижади эштәр ҡабул ителә.
Сарала дөйөм белем биреү һәм художество мәктәптәре уҡыусылары, балалар ижад йортонда, йәш техник станция­ларында шөғөллә­неүсе­ләр, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Номинациялар: живопись (акварель, гуашь, акрил, май), графика (ҡәләм, тушь, йомшаҡ материалдар, линогравюра, офорт, компьютер графикаһы), скульптура (балсыҡ, керамика, заманса материалдар), ағасты һырлау, биҙәү-ҡулланма сән­ғәте (гобелен, туҡыу, ҡорама, кейеҙ, туҙ).
12 апрелдә бәйгегә йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләк­ләнә. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар һәм эштәр 27 мартҡа тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 453837, Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 36/1, Сибай балалар художество мәктәбе.
Электрон почта: [email protected].


Вернуться назад