“Инйәрҙең урманы ҡоротмаһа...”15.03.2017
“Инйәрҙең урманы ҡоротмаһа...” Барыһы ла “тере энциклопедия” тип йөрөтә уны. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөндә тулы хаҡлыҡ бар. Әлимә инәй Ишкилдина туҡһан йәшен күптән аша атлаһа ла, хәтеренең шәплегенә, зиһененең аяҙлығына көнләшерлек. Кемгәлер шәжәрә төҙөргә кәрәкһә йәки ата-бабаларының юлын юллап, туғандарын барларға тура килһә, ниндәйҙер ер-һыу атамаһының тарихы ҡыҙыҡһындырһа, яуҙа һәләк булған ауылдаштары тураһында мәғлүмәт туплаһа, барыһы ла уға мөрәжәғәт итә. Бер кемде лә бороп сығармай, белгәндәре менән уртаҡлаша, үҙе ишеткән-күргәндәрен бәйән итә. Бигерәк тә музейҙарҙы тулыландырыуҙа уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ: бер дәүерҙең тулы шаһиты булған Әлимә Ишкилдинаның хәтер һандығы – үҙе бер тарих сығанағы.
Әлимә Хафиз ҡыҙы 1923 йылда Баймаҡ районының йәмле Күсей ауылында донъяға килгән. Ауыр бала саҡ михнәттәре инәйҙең күңелендә бер аҙ күңелһеҙ хәтирәләр ҡалдырһа ла, ул тормошта юғалып ҡалмай. 1939 йылда ауыл мәктәбенең VII класын тамамлай. Бәләкәйҙән зирәк һәм уҡыуға сос ҡыҙ, ҙурайғас, уҡытыусы булырға хыяллана.
Билдәле булыуынса, ул саҡта төрлө йәштәгеләр бергә уҡый. Кемдеңдер мәктәпкә йөрөргә кейеме булмаһа, икенселәре бер класта икешәр йыл ултырып ҡала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Әлимә инәй Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов менән бер класта уҡый. Йылдар үткәс, үҙенең батыр һәм ҡыйыу класташы тураһында әллә күпме шиғыр яҙа, уның хаҡындағы телевизион тапшырыуҙа ҡатнаша.
Әммә киләсәккә уй-ниәттәр менән янып йөрөгән ҡыҙҙың хыялдары бер көн эсендә тулыһынса селпәрәмә килә. Ҡәһәрле һуғыш башлана. Тәүге көндән үк атай-ағайҙарының эш урындарына быуындары ҡатып та, балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән уҡыусылар баҫа. Әлимәнең дә һабаҡташ егеттәре фронтҡа алына, иптәш ҡыҙҙары колхозға эшкә сыға. Үҙе тыуған ауылынан туғыҙ ҡатын-ҡыҙ иҫәбендә Иҫке Сибайға механизаторҙар курсына уҡырға ебәрелә. Унда ҡыҙҙарҙы трактор һәм комбайн йөрөтөргә өйрәтәләр. Ике ай самаһы уҡығандан һуң, икешәр ҡыҙға бер комбайнсы тәғәйенләп, “Иҫке Сибай” МТС-ынан Ворошилов исемендәге колхоздың Күсей бүлексәһенә дүрт “Коммунар” комбайнын алып ҡайталар. Бригадир Мәсәғүт Заманов ҡыҙҙарға: “Юлды яҡшылап ҡарап килегеҙ. Беҙ һуғышҡа киткәс, ошо юлдан йөрөрһөгөҙ”, — тип, һәр ерҙе күрһәтеп, аңлатып бара.
Ысынлап та, тәжрибәле комбайнсы, күп тә тормай, фронтҡа алына. Йәш механизаторҙар иген урырға төшә. Көн-төн тимәй, илгә иген, икмәк әҙерләү өсөн янып эшләй улар. Әммә ҡайҙа, ҡасан ғына булмаһын, йәшлек һәр ерҙә йәшлек инде. Баҫыуҙан арып-талып ҡайтһалар ҙа, концерт-спектаклдәр ойошторорға, киске уйындарға сығырға ла ваҡыт табалар. Тап шундай күңел асыуҙарҙың береһендә Әлимә Ишкилдина үҙенең буласаҡ тормош иптәшен – күрше Ҡуштүбә ауылы егете, күптән түгел фин яуынан ҡайтҡан Зәйнулланы — осрата. Күп уйлап тормай өйләнешәләр. Кәләше менән ике ай ғына йәшәп ҡалған йәш ир фронтҡа саҡырыла.
Оҙаҡламай колхоздың иң таһыллы, егәрле ҡыҙҙарын йыйып, Белорет районының Инйәр урман хужалығына ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Улар араһында Әлимә Ишкилдина ла була.
— Беҙҙе Инйәргә ике ылау менән килтерҙеләр. Эш шул тиклем ауыр, кискә көскә аяҡты һөйрәп барактарға ҡайтып йығылабыҙ. Ҡул һыҙлай, тән ауырта. Еүешләнгән ботинкалар аяҡҡа ҡуша туңа. Ашау яғы ла наҡыҫ, әммә эш нормаһы ҙур, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Әлимә инәй. Уның бөгөн, һүҙҙе шаяртыуға бороп, “Инйәрҙең урманы ҡоротмаһа, шыпа ҡартаймаҫ инем”, тип таҡмаҡ әйтеүендә лә хәҡиҡәт бар.
Еңеү хәбәрен Түбә руда идараһында эшләгән сағында ишетә. Туҡтауһыҙ гудок ҡысҡырталар. Бөтә халыҡ ҡыуана, бер-бере­һен ҡосаҡлап ҡотлайҙар. Әлимәнең күңелендә бер уй: “Зәйнуллам ғына иҫән-һау ҡайтһын, һуңғы ва­ҡытта хаттары ла һирәк­ләне. Ана бит, ауылдаш­тарымдың күбеһенә “ҡара ҡағыҙ” килде...”
Йәш ҡатындың теләк­тәре юш килә. Еңеүҙе Прага ҡала­һында ҡаршылаған Зәйнулла Ишкилдин 1945 йылдың аҙаҡ­тарында ҡайта. Тәү осрашыуҙа уҡ бер-береһенә ғашиҡ бул­ған йәштәр ҡабаттан ҡа­уышып, матур тормош ҡо­ра. Тәүҙә улар Ҡуштүбәлә (ауыл бөгөн юҡ) йәшәй, аҙаҡ балаларға мәктәпкә барырға кәрәк булғас, Күсейгә күсенә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәйнулла олатай менән алтмыш йылға яҡын бергә йәшәп, алты балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдарының ғүмере бик иртә өҙөлә.
Балаларын уҡытып, башлы-күҙле иткәс, Ишкилдиндар 1985 йылдың йәйендә Сибай ҡалаһына күсә. Ҡалала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Әлимә инәй бала саҡ хыялдарын яйлап тормошҡа ашыра башлай. Ул бәйеттәр, шиғырҙар, мөнәжәттәр ижад итә. Тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар: йәштәргә милли кейем өлгөләрен тегергә өйрәтә, селтәр бәйләй, һорағандарға ҡашмау эшләй, ҡорама ҡорай. Туҡһан өс йәшен ваҡлауына ҡарамаҫтан, бер минут та тик ултыра алмаған инәйгә ҡарап, зиһененең камил булыуына нисек һоҡланмайһың?!
“Күңел йылымды һалып, күҙ нурҙарымды түгеп теккән әйберҙәрем йөрәгемә — йылылыҡ, өйөмә нур өҫтәй”, — ти инәйебеҙ. Әйткәндәй, ул яһаған береһенән-береһе матур ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре ҡаланың ҡайһы бер фольклор ансамбле ағзаларында әле лә һаҡлана. Милли кейемде һәр ырыуға хас биҙәктәр һалып, япмалап тегә ул. “Элегерәк, ҡыҙым, ауыл инәйҙәре күлдәктәрен һәр саҡ япмалап кейер ине, яулыҡтарын ябыныр ине. Шул матурлыҡты һәр саҡ күңелемдә йөрөттөм, хәҙер бына йәштәргә шуны өйрәтеп ҡалдырғым килә”, – ти Әлимә инәй.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере шәплегенә хайран ҡалыусыларға ул: “Хәрәкәт итегеҙ, тәбиғәттә булығыҙ”, – ти. Үткән йыл инәй менән тыуған ауылыбыҙға барып, әруахтарға аят уҡытып ҡайттыҡ. Шул саҡта Әлимә инәйҙең юрған түшәп тә, ул урынға ултырмай, ҡоро ергә аяҡ һоноп ултырғанын, төп-төҙ ҡайындарҙы ҡосаҡлап, төрлө үләндәр өҙөүен күреп, түҙмәйенсә сәбәбен һорап та ҡуйғайным. “Тупраҡ бар сирҙе тартып алыусан, ағас кешеләге кире энергияны һура, тәбиғәткә сыҡһағыҙ, ерҙә яланаяҡ йөрөгөҙ, ҡоро ергә ултырығыҙ, һеҙ бит тәбиғәт балалары”, – тип беҙгә өйрәтте.
Әле янымда матур тормошҡа ҡыуанып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бер дәүерҙең тере шаһиты булып аяҡлы “энциклопедия”ға әйләнгән Әлимә инәй Ишкилдинаға ҡарап, уның һөйләгәндәренә хайран ҡалып, халыҡ ни әйтһә лә хаҡ әйтә, тигән һүҙҙәргә йәнә инандым. Ысынлап та, инәйҙең хәтере тере тарихҡа тиң, ә һандығы тулы – милли ҡомартҡы...


Вернуться назад