Һуңғы өмөт төйәге03.04.2012
Һуңғы өмөт төйәгеБашҡортостандың атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре кандидаты Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтов 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғы Әбйәлилгә ҡайта. Күп йылдар республика онкология диспансерында эшләп, яман шеш ауырыуҙары буйынса ҙур тәжрибә туплаған, әллә күпме сирленең ғүмерен оҙайтыуға өлөш индергән юғары квалификациялы врач район дауаханаһында эшләгән сағында, республикала ғына түгел, ә тотош илдә беренселәрҙән булып, ауылда хоспис төҙөргә ҡарар итә.
Район үҙәгенән йыраҡ булмаған, тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан Салауат ауылында уның тырышлығы менән ауыр хәлдәге ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән йән һәм тән тыныслығы биреүсе йорт — хоспис — асыла.
2000 йылдың 28 декабрендә үҙ ишектәрен асҡан ауыл ерендәге берҙән-бер хоспис бөгөн район дауаханаһының паллиатив ярҙам күрһәтеү бүлеге булараҡ эшләй. Яман шеш менән интегеүселәр, ауыр хроник сирлеләр, умыртҡа һөйәге зарарланып хәрәкәтһеҙ ҡалыусылар, инсульт кисергәндәр һәм башҡа сирлеләрҙе ҡабул иткән бүлектә барлығы 15 урын бар. Улар араһында Әбйәлил районынан ғына түгел, сит төбәктән килеүселәр ҙә осрай. Бөгөн хоспис менән Ишмырҙа Һиҙиәтовтың уҡыусыһы, уның юлын дауам итеүсе Хәлиҙә Ғәйфуллина етәкселек итә.
Кәримә Усманова


Вернуться назад