Елбәҙәк “тәүге мөхәббәт”15.03.2017
Алыҫ юлға сығыр алдынан була торған тулҡынланыуымды бер аҙ еңеп, автобус туҡталышына атланым. Бер нисә минуттан тимер юл вокзалында инем инде, мәхшәр халыҡ тулҡынына эйәрҙем. Поезд вагонына инеп ултырғас, ниһайәт, еңел тын алдым. Шул ваҡыт, исемемде әйтеп, кемдер өндәште:
–...Һинме ул?
Ҡаршымда торған ханымға күҙ һирптем. Бәй, был бит Рәсимә!
– Һау ғынамы, әхирәткәйем, – тип уны ҡосаҡлап алдым. Дөйөм ятаҡта биш йыл буйы бергә йәшәгән, студент һурпаһын бергә татыған әхирәтемде яңынан осратыуыма үтә лә шатландым.
– Ҡайҙа юл тоттоң, Рәсимә?
– Ҡыҙым янына ҡунаҡҡа, ә һин?
– Ә мин – улымды күрергә!
...Йәшлектең матур бер хәтирәһе булып уйылып ҡалды уҡыған йылдар. Беҙ, ят ҡалаға килгән ауыл ҡыҙҙары, иртүк тороп уҡыу йортона юлланабыҙ, кистәрен буш ваҡыт табып киноға, дискотекаларға йөрөйбөҙ. Шуларҙы иҫкә төшөрөп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ әхирәтем менән.
Тел осондағы һорауымды бирергәме-юҡмы тип уйлағанда, Рәсимә үҙе үк һүҙ башланы:
– Иҫләйһеңме минең янға килеп йөрөгән егетте?
Эй, онотоп буламы һуң Рәсимәнең күбәләктәй осоп йөрөгән саҡтарын! Егете лә яратмаҫлыҡ түгел шул – оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара ҡашлы ҡала егете, етмәһә, аҡыллы, спортсы, туризм менән шөғөлләнә! Беҙ, ҡыҙҙар, әҙерәк көнләшеп тә ҡарай инек Рәсимәгә һөйгәне менән ҡала урамдарына сығып киткәнендә. Вәт, исмаһам, бер-береһе өсөн генә яратылған пар, тип һоҡлана инек.
– Әлбиттә, хәтеремдә! Бергәһегеҙме Ринат менән? – тип һорарға баҙнат иттем унан.
Рәсимә ҡапыл ғына һүҙ башлай алмай торҙо ла теҙеп алып китте:
– Уҡыуҙы тамамлап, ҡулға диплом алғас, алыҫ районға эшкә ебәрҙеләр мине. Ринат менән хәбәрләшеп торҙоҡ. Бер йылдан һуң туй яһарбыҙ тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Тик мөхәббәт тулы хаттар оҙаҡламай һирәгәйә барып, бер көн бөтөнләй туҡталды. Егетем сит өлкәлә йәшәгәс, уның янына барыу мөмкинлеге лә сыҡманы, ни телефон юҡ заман. Шулай итеп, беҙҙең аралар бөтөнләй һыуынды. Ринат тураһында уйламаған көнөм булмағандыр – хыялымда беҙ һәр ваҡыт бергә инек.
Йыл артынан йыл үтте. Уртаҡ таныштар аша уның тураһында, ниһайәт, белдем – баҡһаң, ул мин эшкә киткән йылда уҡ бер мәрйәгә өйләнгән, тик балалары ғына юҡ икән, бик алыҫ ҡалала йәшәйҙәр. Оҙаҡ ҡына бындай хыянатҡа ышана алмай ғазапландым, уның кеүек бөтә яҡтан да килгән егетте эҙләнем, тик... осрата алманым.
Әҙерәк тынысланғас, мине яратып йөрөгән егеткә кейәүгә сыҡтым, ике балабыҙ булды. Иремде аҡылы, уңғанлығы, мине хөрмәт иткәне өсөн ихтирам иттем, тик һөйөү утында янманым, Ринатты ғына яратам тип уйлай инем.
Әхирәтем йәл булып китте. Беренсе мөхәббәтен онота алмай һаман ғазаплана икән дәһә!
Рәсимә ниҙер иҫенә төшөрөп, күңелһеҙ генә йылмайҙы ла һөйләүен дауам итте:
– Һуңғы йылдарҙа Интернет тормошобоҙға үтеп инде, элекке класташтар, ауылдаштар, курсташтар менән рәхәтләнеп аралашабыҙ, яңы дуҫтар табабыҙ. Минең иң беренсе теләгем “Бәйләнештә” сайтында Ринатты табыу ине, бәлки, уның миңә әйтер һүҙҙәре барҙыр! Эҙләй торғас, таптым бит! Шул уҡ ҡараш, яғымлы күҙҙәр, тик сәстәре генә саллана төшкән, ни тиһәң дә, утыҙ биш йыл үтеп киткән! Ғаиләһен, сит илдәргә сәйәхәттәрен сағылдырған фотоларын ҡараным – бигерәк шәп йәшәйҙәр икән! Уның ҡатыны урынында мин булырға тейеш инем бит. Мине яманһыулыҡ, яҙмышыма үпкәләү хисе лә ялмап алды – диванда ғәмһеҙ телевизор ҡарап ятҡан иремде күрә алмау сигенә барып еттем, ләкин бер ваҡиға тормошомдо ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе.
– Әллә Ринат менән аңлаштығыҙмы? – тинем, түҙемһеҙләнеп.
– Юҡ та, бер ҡатлы булыуымды аңланым, ниһайәт. Миңә үҙемдең ни хәтлем бәхетле булыуымды белергә бер хәл ярҙам итте.
– Ниндәй?
– Шулай Интернет киңлегендә социаль селтәрҙә ултырған мәлдә “тып” иттереп бер хат килеп төштө – мәктәп партаһынан бирле күрешмәгән класташым Әлфиә икән! Ул һигеҙенсенән һуң уҡ училищеға уҡырға киткәйне, ә мин унынсыны тамамларға ҡарар иттем. Училищела уҡыған саҡтарында аҙ-маҙ хатлашып та алғайныҡ, бер егет менән танышыуы, бер-береһен яратыуҙары хаҡында яҙып, ауылға каникулға ҡайтҡанында беҙҙең баштарҙы әйләндерерлек итеп мөхәббәт тураһында һөйләүе әле лә хәтеремдә. Тик егете икенсе ҡалаға эшкә киткәс тә уны ташлаған икән, бына һиңә мөхәббәт, имеш!
Әлфиә лә Интернеттан беренсе мөхәббәтен тапҡан икән, фотоларын ҡарап илап та алған. Миңә тағы нисек танышыуҙарын, беренсе һөйөү һүҙҙәрен, бергә йөрөүҙәрен бәйнә-бәйнә яҙған, онота алмауын, һаман да уны яратыуын әйткән. “Бына ҡара әле, Рәсимә, ошо инде минең ғүмерлек мөхәббәтем”, – тип һөйгәненең рәсемен дә ебәргән.
Фотоны күргәс, миңә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булып китте, бөтмәҫ үкенес ялмап алды. Был Ринат ине. Шулай осраған бер ҡыҙға һөйөү вәғәҙә итеп йөрөгән елбәҙәк егеткә беренсе саф мөхәббәт хистәремде сарыф иткәнемә, күпме йылдар онота алмай ғазапланғаныма үкендем. Ринат менән мине айырып, бәхетһеҙлектән аралаған яҙмышыма рәхмәтлемен, – тине Рәсимә.
Эйе, ҡайһы ваҡыт яныбыҙҙа үҙебеҙҙе яратҡан йәрҙәребеҙҙе һанламай, беҙгә насип булмағандарҙы уйлап, ваҡыт әрәм итәбеҙ шул. Хәләлдәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, әхирәттәр, матур һүҙҙәр, йылы мөнәсәбәт йәлләмәйек.