Иҫәбеңде алдан бел15.03.2017
Күп функциялы “Минең документтарым” үҙәктәренең 28 офисында ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға яңы бушлай хеҙмәт күрһәтелә башланы. Яңы сервис эшҡыуарҙарға иҫәп асылғанға тиклем үк уның номерын алырға һәм түләү реквизиттарын белергә мөмкинлек бирә.
“Күп функциялы үҙәк” республика дәүләт автономиялы учреждениеһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, банк иҫәбенең номерын һаҡлау ваҡыты бер айҙан артмаҫҡа тейеш. Иҫәптең һаҡланған номерын контрагенттар менән төҙөлгән килешеүҙәрҙә күрһәтергә мөмкин, сөнки ул аҙаҡ үҙгәрмәй.
Яңы хеҙмәт күрһәтелгән офистарҙың адресы Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең сайтында бирелгән.


Вернуться назад