Ҡытай сәйен – башҡорт балы менән15.03.2017
Ҡытай сәйен – башҡорт балы менәнБашҡортостанда “Волга-Янцзы” форматында хеҙмәттәшлек итеү тураһында яңы килешеүҙәр әҙерләнә. Сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙәге бәйләнештәрҙең хәҙерге торошо һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса “Волга-Янцзы” форматында берлектәге эшсе төркөмдөң Рәсәй яғы кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Сарала ҡатнашыусылар эшсе төркөмдөң Өфөлә ап­рель айында буласаҡ ултырышына әҙерлек мәсьәлә­ләренә ҙур иғтибар бүлде. Кәңәшмәлә тулы хоҡуҡлы вәкил урын­баҫары Алексей Сухов “Волга-Янцзы” форматында төбәк эшенең ыңғай динамикаһын, ике яҡлы хеҙ­мәттәшлектә норматив-хоҡуҡи базаның киңә­йеүен билдә­ләне. Аньхой һәм Сычуань провинциялары ме­нән тағы ла бер нисә килешеү проекттарына ҡул ҡуйырға әҙерләнгән Башҡортостан ыңғай миҫал итеп килтерелде.
Төбәктә Башҡортостан һәм Ҡытай провинцияларының юғары уҡыу йорттары ара­һында хеҙмәттәшлекте үҫте­реү буйынса эше дауам итә. Башҡорт дәүләт медицина университеты 2015 йылдан Наньчан, Аньхой, Сычуань университеттары һәм Цзянси провинцияһының традицион Ҡытай медицинаһы университеты менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр төҙөнө. Улар нигеҙендә студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу, ғилми конференциялар ойошторола.
Иҡтисад, бизнес, мәҙәниәт өлкәһендә ҡул ҡуйылған доку­менттарға ярашлы, хеҙмәт­тәшлек дауам итә. Ҡытай башҡорт балы менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителә. Ғинуарҙа ғына республика аграрийҙары Аньхой провинцияһына 20 тонна татлы аҙыҡ оҙатҡан.



Вернуться назад