Борон-борондан халҡыбыҙ ҡул эштәренә маһир булған. Һәр төбәктең үҙенә генә хас сағыу биҙәктәренән ҡул эштәре, төрлө орнаменттар менән байытылған күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр осрай.
Әсәй-өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ үҙҙәренең белгәнен йәш быуынға тапшыра килә. Ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатҡан саҡта уларҙың һандығын сигелгән ҡулъяулыҡ йә таҫтамал, алһыу төҫтәргә мансылған балаҫ, кейеҙ, ҡорама юрған, хатта бисерҙан эшләнгән гөлләмә менән тултырыр булған өлкәндәр. Тап әбйәлилдәр республикала ҡорама эшләү буйынса алдынғылар рәтендә. Һәр ауылда тиерлек ошоноң менән шөғөлләнеүсе оҫтабикәләр осрай.
Шундай оҫталарҙың береһе, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен тергеҙеүҙә үҙ көсөн йәлләмәгән, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе Ләлә Ғүмәрова Амангилде ауылында йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Ләлә Мөхәррәм ҡыҙы мәктәптә математика фәненән уҡыта. Ауыл мәҙәниәт йортондағы “Сәсмәүер” фольклор ансамбленең алмаштырғыһыҙ ағзаһы. Буш ваҡытында ул яратҡан шөғөлөнә тотона: аллы-гөллө биҙәк төшөрөлгән ултырғыс, диван, карауат япмаһы, иҙән түшәге, ҡорама юрған, мендәр тышы эшләй. Ә юрғандарҙың ниндәйе генә юҡ?! Һәр береһенә күңел йылыһы һалынған биҙәктән күҙҙәр ҡамаша, уларҙың матурлығынан күңел ҡыуана.
— Бөгөн ҡорама эшләү күпкә еңел, сөнки магазиндарҙа ниндәй генә туҡыма һәм таҫма һатылмай. Уларҙан төрлө биҙәктәр яһап, йә булмаһа үҙебеҙҙең ырыу тамғаһын һалып, орнаменттар төшөрөлгән ҡорамалар яһайым. Күптәр ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатыу өсөн бирнә әҙерләгәндә, төрлө заказ бирә, ҡайһыларын яҡындарыма бүләк итәм. Ҡыҙҙарымдың барыһына ла ҡорамаларҙы үҙем эшләнем, хәҙер ейәнсәрҙәремә әҙерләйем, — ти оҫтабикә.
Ләлә Ғүмәрованың ҡул эштәре төрлө күргәҙмәләрҙә, һабантуйҙарҙа ҡатнаша, хатта Мәскәү ҡалаһында күргәҙмәлә сығыш яһау бәхете тейгән. Үҙенең белгәндәрен йәш быуынға өйрәтеүе, уларҙа ҡул эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүе, уның серҙәренә төшөндөрөүе менән дә маҡтауға лайыҡ Ләлә Мөхәррәм ҡыҙы. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен үҙе тегеп, мәрйендәр теҙеп, боронғо тәңкәләр баҫып, күҙҙең яуын алырлыҡ һаҡалдар эшләүе — оҫталығының тағы бер яғы. Ләлә Ғүмәрова кеүек инәйҙәребеҙ барҙа халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡылары беҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер.
Кәримә Усманова