1 – 31 мартта “Газпром газ бүлеү Өфө” көнкүрештә газдан хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса республика айлығын үткәрә.Быйыл 24 февралдә Владикавказда ҙур фажиғә булды. Кис Шмулевич урамындағы биш ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә газ менән ағыуланған өс кешенең (41 йәшлек ирҙең, 28 йәшлек ҡатындың һәм өс йәшлек сабыйҙың) мәйете табыла. Тәфтиш органдары ошо ҡот осҡос ваҡиғаның сәбәптәрен тикшерә.
Билдәле булыуынса, газ менән эшләгән ҡорамалдар (плитәләр, һыу йылытҡыстар, яныу камераһы асыҡ булған йылылыҡ генераторҙары) файҙаланылған, шул уҡ ваҡытта һауа алмашыныуы тейешенсә тәьмин ителмәгән биналарҙа ағыуланыу осраҡтары йыш күҙәтелә.
– Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, газ ҡорамалын хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн милекселәр яуаплы, – ти “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йорт эсендәге газ ҡорамалын файҙаланыу бүлеге начальнигы Радик Ноғоманов. – Хәүефкә юл ҡуймау өсөн төтөн һәм елләтеү юлдарын ваҡытында тикшерергә, газ хужалығы белгестәрен саҡырырға, техник хеҙмәтләндереүҙе һәм газ ҡорамалын ремонтлауҙы үҙ ваҡытында тормошҡа ашырыу маҡсатында белгестәрҙең йортҡа йәки фатирға ҡаршылыҡһыҙ инеүен тәьмин итергә кәрәк. Йорт һәм (йәки) фатир эсендәге газ ҡорамалын махсус ойошмаларҙың ғына техник хеҙмәтләндерергә, йүнәтергә йәки алмаштырырға тейешлеген хәтерҙә тотоу шарт. “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте Башҡортостанда 50 йылдан ашыу инде газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашыра. Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында компанияның филиалдары һәм участкалары бар.
Әйткәндәй, йәмғиәт йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалын договор нигеҙендә техник хеҙмәтләндерә. Бындай хеҙмәттәргә торлаҡ йорттарҙағы газ ҡорамалдарын, газды ябыу ҡулайламаларын (шул иҫәптән подъездағы, фасадтарҙағы) хәүефһеҙ файҙаланыу маҡсатында иҫкәртеү эштәре лә инә. Бынан тыш, компания тәүлек әйләнәһенә авария-диспетчер хеҙмәттәрен күрһәтә.
Күптән түгел Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар кодексының “Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыуҙы һәм тәртиптә тотоуҙы тәьмин итеү ҡағиҙәләрен боҙоу” 9.23-сө статьяһы ғәмәлгә инде. Ул йорт, фатир эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү тураһында килешеү төҙөмәгән; махсус ойошма вәкилен техник хеҙмәтләндереү буйынса эште башҡарыу өсөн бинаға индереүҙән баш тартҡан; иҫкергән газ ҡорамалын алмаштырмаған өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тота. Ошондай тәртипһеҙлектәр өсөн граждандарҙан – 1000-2000 һум; вазифалы кешеләрҙән – 5000-20000 һум; ойошмаларҙан (мәҫәлән, идарасы компанияларҙан) 40000-100000 һум күләмендә штраф түләтеү ҡарала. Административ тәртип боҙоу ҡабатланған осраҡта административ штраф күләменең арттырылыуы, шулай уҡ вазифалы кешенең өс йылға тиклем дисквалификацияланыуы йәки ойошма эшмәкәрлегенең 90 тәүлеккә тиклем туҡтатылыуы ихтимал.
Төтөн юлындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ!
Газ ҡорамалын файҙаланғанда, айырыуса йылылыҡ миҙгеленең башында һәм аҙағында төтөн, елләтеү юлдарына етди иғтибар биреү шарт. Был юлдарҙың емерелеүе, тығылыуы йәки боҙланыуы тартыу көсөнөң боҙолоуына сәбәпсе булыуы ихтимал.
– Бындай осраҡтарҙа газ ҡорамалын файҙаланыу тыйыла, сөнки газ менән ағыуланыу хәүефе бар, – ти Радик Ноғоманов. – Шуға күрә газ менән йылытыу ҡорамалын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Бының өсөн газ приборындағы кескәй тәҙрәгә ҡағыҙ киҫәген яҡын килтерегеҙ. Әгәр ҡағыҙ приборҙағы тәҙрә яғына тартылһа, тимәк, тартыу көсө бар.
Көнкүрештә шыйыҡ углеводородлы газ тултырылған баллондарҙан файҙаланған кешеләр махсус ойошма менән йорттағы газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү тураһында килешеүҙе мотлаҡ төҙөргә тейеш.
“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте көнкүрештә газ ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрә. Тәү ҡарашҡа ҡағиҙәләр бик ябай, әммә уларҙы үтәмәү оло фажиғәгә килтереүе ихтимал.
=Газ ҡорамалын файҙаланғанда тәҙрә өлгөһөн асырға онотмағыҙ.
=Газ колонкаһын һәм ҡаҙанын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ.
=Газ менән эшләгән йылытыу мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асығыҙ һәм тартыу көсөн тикшерегеҙ.
=Эшләп торған газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ (өҙлөкһөҙ эшләүгә иҫәпләнгән һәм тейешле хәүефһеҙлек автоматикаһы менән тәьмин ителгәндәрҙән тыш).
=Балаларға газ ҡорамалдары менән уйнарға, уларҙан файҙаланырға рөхсәт итмәгеҙ.
=Газды файҙаланғас, ҡорамалдағы крандарҙы ябығыҙ.
=Газ килеү ҡапыл туҡталһа, крандарҙы кисекмәҫтән ябығыҙ һәм 04 телефоны буйынса авария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.
=Газ еҫен йәки газ сығыуын тойһағыҙ, ишекте һәм тәҙрәләрҙе асып, бинаны елләтегеҙ, газ ҡорамалын файҙаланыуҙы туҡтатығыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ, телефон һәм электр ҡыңғырауын ҡулланмағыҙ.
=Газ ҡорамалын таҙа һәм төҙөк тотоғоҙ.
Авариялар, газ сығыу, газ ҡорамалының һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпләү приборҙарының боҙолоуы һәм башҡа етешһеҙлектәр тураһында, бинанан сығып, газ хеҙмәтенә (ҡала буйынса телефон – 04, кеҫә телефонынан – 104 йәки техник хеҙмәтләндереү килешеүендә күрһәтелгән башҡа телефон һандарын йыйып) кисекмәҫтән хәбәр итегеҙ.
“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Реклама