Ярты быуат именлек һағында!14.03.2017
Ярты быуат именлек һағында! 16 мартта Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институтына 50 йыл тула.
Уҡыу йорто 1967 йылда уҡыу-уҡытыу-курс комбинаты булараҡ ойошторола. Уны асыу зарурлығы сәнәғәт етештереүен, төҙөлөштө, ауыл хужалығын үҫтереүгә, ошо тармаҡтарҙа эшләү өсөн квалификациялы кадрҙар етешмәүгә бәйле була. Был мәсьәләләрҙең барыһы ла етештереүҙең хәүефһеҙлеген даими арттырыуҙы, хеҙмәттең алдынғы алымдарын һәм өр-яңы техно­логияларҙы үҙләштереүҙе талап итә. Йәмғиәттең талаптарына ярашлы, комбинат белем биреү эшмә­кәрлеге йүнәлештәрен киңәйтә башлай. Һәм 1998 йылда ул Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә һөнәри әҙерлектең уҡытыу-методик үҙәге итеп үҙгәртелә. Шул мәлдән алып Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының бойороғо менән учреждение Рәсәй “Госгортехнадзор”ының Башҡортостан идаралығына буйһонған объекттарҙы хеҙмәтләндереүсе эшселәр, белгестәр, етәкселәр, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге белгестәр әҙерләү йәһәтенән республи­калағы төп уҡыу йортона әүерелә. 2002 йылда үҙәк белемде камиллаштырыу институты итеп үҙгәртеп ойошторола. Ә 2015 йылда уға әлеге атамаһы бирелә.
Бөгөн Тармаҡ-ара институт киң филиалдар селтә­ренә, белемле уҡытыусылар составына, төплө уҡытыу-методик һәм матди-техник базаға эйә. Быларҙың барыһы ла уҡыу йортона заман менән бергә атларға, хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек өлкәһендә белгестәр әҙерләү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу буйынса даими уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә. 50 йыл дауамында институт республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашыра. Улар юғары квалификациялы, һөнәри йәһәттән мобил, компетентлы белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелә. Уҡыу йортоноң кадрҙар әҙерләү буйынса күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге юғары наградалар һәм премиялар менән билдәләнде. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүҙе, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсында яуланған көмөш миҙалды һәм башҡаларҙы айырып билдәләргә кәрәк.


Вернуться назад