Ябай ғына ҡағиҙәләр...14.03.2017
Күптәр сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөктәрен тейешенсә баһалап бөтмәй, бәғзеләр уны хатта төрлө тыйыуҙарға синоним итеп тә ҡарай. Ысынбарлыҡта иһә бындай йәшәү рәүеше ҡорбандар талап итмәй, киреһенсә, һаулыҡты нығыта, кәйефте күтәрә. Ошонан сығып, гәзит уҡыусыларға көндәлек тормошта ҡулланырлыҡ ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.
= Сифатлы аҙыҡ ашарға тырышығыҙ, был йәһәттән экономия урынһыҙ. Ризыҡ – һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерҙең нигеҙе.
= Мөмкин булғанда, һәр ваҡыт йәйәү йөрөгөҙ. Әүҙем хәрәкәт булғанда ғына, организм үҙендә “май” йыймай.
= Ресторан-кафела шик тыуҙырған аҙыҡтарҙан баш тартығыҙ. Ағыуланыу, ашҡаҙандың көйһөҙләнеүе организмдың бик күп көсөн сарыф итә.
= Аҙыҡ-түлекте һыуытҡыста тотоғоҙ – улар оҙағыраҡ һаҡланасаҡ. Һаҡлау срогы үткән ризыҡты йәлләмәйенсә ташлағыҙ – файҙаһынан зыяны күберәк.
= Эшегеҙ ултырып башҡара торған икән, сәғәт һайын өс минут самаһы “яҙылып алыу” ойоштороғоҙ – һуҙылығыҙ, тартылығыҙ, эйелегеҙ, боролоғоҙ, иңбаштарҙы күтәреп төшөрөгөҙ һәм башҡалар. Быны ултырғыстан тормайынса ла эшләргә була.
= Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тартыуҙы ташлағыҙ. Беренсенән, был аҡсаны экономияларға ярҙам итә. Икенсенән, организмығыҙ төрлө зарарлы матдәләр менән ағыуланыуҙан туҡтаясаҡ. Әйткәндәй, улар араһында никотин ғына иң ҡурҡынысы түгел.
= Юҡ-бар өсөн борсолмаҫҡа тырышығыҙ. Кеше ни тиклем күберәк тынысһыҙлана, нервыларын сарыфлай, шул тиклем тиҙерәк ҡартая. Шулай уҡ, стресс – йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүҙең, сәс ҡойолоуҙың төп сәбәптәренең береһе.
= Йәшелсә, еләк-емеште бер юлы күп итеп алмағыҙ, ашап бөтөрөрлөк кенә булһын.
= Алкоголле эсемлектәр ҡулланаһығыҙ икән, уның миҡдарын сикләү зарур. Бөтөнләй баш тартҡанда, бигерәк тә һәйбәт.
= Асыуланаһығыҙ икән, быны асыҡтан-асыҡ эшләгеҙ – күңелегеҙ бушап ҡалыр, сөнки насар тойғоларҙы эскә йыйыу организм өсөн бик зарарлы.
= Төҙ ултырығыҙ, тура атлап йөрөгөҙ, муйынды ла төҙ тотоу зарур. Күп ауырыуҙарҙың сығанағы – умыртҡа һөйәге проблемаларынан.
= Күп итеп һыу эсегеҙ. Уртаса норма – көнөнә 1,5-2 литр. Был миҡдарҙың 50 процентын ашаған аш, эскән сәй, һуттар менән тултырырға кәрәк.
= Ғаиләле кеше булһағыҙ, бигерәк шәп. Белгестәр билдәләүенсә, ғаиләле кешеләр 5-7 йылға оҙағыраҡ йәшәй.
= Ашарға бешергәндә, ризыҡты ҡыҙҙырырға тырышмағыҙ, парҙа, һыуҙа бешерегеҙ, томалағыҙ.
= Канцерогенлы аш-һыуҙан баш тартығыҙ – һүҙ ыҫланған, майҙа ҡыҙҙырылған, юғары температураларҙа эшкәртеү үткән аҡһымлы, консерваланған, маринадланған, тоҙланған продукттар тураһында бара. Уларға, ғәҙәттә, натрий нитриты ҡушылған була. Белгестәр әйтеүенсә, 50 грамм ыҫланған колбаса бер ҡап тәмәке күләмендәгесә канцерогенлы булыуы ихтимал. Ә бер банка шпрот 60 ҡап тәмәкегә тиң.
= Тәүлегенә һигеҙ сәғәт йоҡларға тырышығыҙ. Бер ваҡытта ятып, бер ваҡытта тороу уғата файҙалы. Йоҡо физик хәлде яҡшырта, хәтер һәм иғтибарға йоғонто яһай. Йоҡоһо туйған кешенең кәйефе күтәренке, иммунитеты ныҡлы була.
= Насар кәйефтән барлыҡ мөмкин юлдар менән ҡотолорға тырышығыҙ, сөнки төшөнкөлөк – хроник депрессияның нигеҙе, ә ул, үҙ сиратында, башҡа мәкерле сирҙәргә юл аса.
= Өйҙә ултырмағыҙ – дуҫ-иштәрегеҙ, туғандарығыҙ менән аралашығыҙ, театрға, киноға, музейға барығыҙ. Ыңғай хис-тойғо күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлаша.
= Яҡындарығыҙҙы ҡосаҡлап, үбеп алыуҙан тартынмағыҙ – кәйефегеҙ генә түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙ ҙә яҡшырыр. Психологтар быны көнөнә һигеҙ тапҡыр эшләргә кәңәш итә.
= Иртәнге аштан бер ваҡытта ла баш тартмағыҙ – һаулыҡ өсөн ул ифрат мөһим. Белгестәр билдәләүенсә, бигерәк тә ир-ат иртәнге ашты үткәреп ебәрергә ярата. Улар инсульт йәки инфаркт кеүек мәкерле сиргә тарыу мөмкинлеген 27 процентҡа арттыра!
= Фатирығыҙҙа йәшеллек күп булһын – улар тормошоғоҙҙо йәмләү менән бер рәттән, һаулыҡ өсөн дә файҙалы.
= Йөҙөү менән шөғөлләнегеҙ, мунсаға йөрөгөҙ. Һыуҙың һаулыҡ, иммунитет өсөн файҙаһы тураһында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй.
= Түҙмәгеҙ! Асығыу, һыуһау, ауыртыу – организмдың сигналдары, уларҙы ҡәнәғәтләндереү фарыз. Әгәр уларға ҡолаҡ һалмаһағыҙ, аҙаҡ дауаланыу ҡиммәткә төшәсәк.