Һәр кем үҙ һаулығын хәстәрләргә бурыслы. Тик тормошта барыһы ла тигеҙ бармай – һәр кем ҡасан да булһа аҡ халатлыларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Был йәһәттән үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре иңендә оло яуаплылыҡ ята, бигерәк тә участка терапевтарының эше көсөргәнешле. Һүрәтләмә геройы Лиана Романова ла ошоно иҫбатлай.Сығышы менән ул Өфөнән. Мәктәпте тамамлағас та бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингән. Интернатура үткәс, юғары белемле медицина белгесен район үҙәгенә эшкә саҡыралар. Төрлө уй-хыялдар менән янып йөрөгән ҡыҙ һынатмай, ең һыҙғанып эшкә тотона.
– 2005 йылда эшкә килгәйнем, 12 йыл хеҙмәт стажы туплап өлгөргәнмен, – ти ул, ваҡыттың ағышына ишаралап. – Коллектив татыу, һәр береһе менән уртаҡ тел табып, тәжрибә уртаҡлашып эшләйбеҙ. Кабинетта ҡабул итеүҙән тыш, өйгә саҡыртыуҙар күп, бигерәк тә һыуыҡ айҙарҙа ашығыс ярҙамға мохтаждар күбәйә. Ҡайһы саҡта ауырыуҙар сиратта ултырып ҡала, йәһәт кенә саҡырыу буйынса сығырға ла тура килә. Ундай саҡтарҙа айырыуса йөрәк өҙгөләнә. Эштә арытһа ла, күңел менән һайланған һөнәр булғас, зарланырға урын юҡ, – ти Лиана Рифат ҡыҙы.
Донъя хәле, буш ваҡыт һәм ике медицина хеҙмәткәренең терәк-таяныс булып йәшәүе хаҡында һүҙ сыҡҡас ул:
— 2009 йылда Константин Евгеньевич тәҡдим яһаны, һәм беҙ ғаилә ҡороп ебәрҙек. Студент саҡтарҙа уҡ танышҡайныҡ, яҙмыш елдәре беҙҙе Архангелдә ҡауыштырҙы. Бөгөн улыбыҙ Евгенийҙы тәрбиәләйбеҙ. Ялды бергә һәм файҙалы үткәрергә тырышабыҙ. Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ. Балыҡ ҡармаҡларға, бәшмәк, еләк йыйырға әүәҫбеҙ, былар беҙҙең яратҡан шөғөл. Арып-талған организм өсөн тәбиғәт үҙе дауа, күңелде имләй, рухи көс, шифа бирә, – ти.
“Иң яҡшы терапевт” исемен йөрөткән I категориялы табип хаҡында күптәрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетергә мөмкин. Лиана Романоваға артабан да яратҡан эшен еренә еткереп башҡарырлыҡ рухи көс, һәр башланғысында уңыштар теләйек.