Шиңә барған ҡар өҫтөнә һылап затлы гәлсәр түшәлгән тиерһең! Күҙҙәрҙе ҡамаштырып ул әллә ҡайҙарҙан ялтырап ята. Уға һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел. Шул ҡәҙәре һушты алырҙай нимә һуң ул, тиерһегеҙ. Ул – көн үҙәгендә бер аҙ йылытып, төндәрен, киреһенсә, шаҡырайтҡансы туңдырыу һөҙөмтәһендә хасил булған йоҡа ғына боҙ шекәрәһе яҙғы ҡояш аҫтында нур сәсеп шулай уйнай. Мөғжизәнең бындайын тик февраль айы ахырында, марттың баштарында ғына күрергә була. Боҙлауыҡ томанлы бейек тау ҡыраздарында айырата көслө. Шунлыҡтан иҫ китмәле матур. Бында әле ҡайҙа ҡарама боҙ, боҙ, боҙ... Ҡар аҫтынан һерәйешкән ҡурай остарында ла, ағас баштарында ла, аяҡ аҫтында ла ялтырауыҡ боҙ. Хатта, үҙҙәрен мәңгелектең вариҫы һанап, ҡатып ҡалған мәғрур ҡая таштар ҙа уның тотҡононда. Уларҙы ла быяла ише боҙ ҡаплап киткән. Быяла-боҙҙоң хасил булыуында томандың “ғәйебе” ҙур. Ул бар донъяны баҫа, бар нәмәгә ҡунып, боҙға әүерелә бара. Ҡыҫҡаһы, боҙ батшалығы бар донъяны ҡосоп алған да үҙ хакимлығын урынлаштырған! Ул хакимлыҡтан тереклекте бары йылы яҙ ғына ҡотҡара аласаҡ.
Әйтергә кәрәк, ҡарап тормаға хайран итерлек боҙлауыҡтың зыяны ла ярайһы ғына. Айырыуса ошо осорҙа ул көндән-көн ҡалыная, һәлмәкләнә бара һәм сибегерәк ағастарҙы ергә еткергәнсе бөгөп ҡуя. Ә бер эйелгән ағас ҡабат тураймай..
Ә инде март урталары етеп, ҡарҙы ҡаплап ятҡан ҡуръяҡ ҡалынайып ҡата барған һайын, тояҡлы хайуандарға михнәт өҫтәлә. Михнәт кенәме – афәт! Йыртҡыстар, киреһенсә, рәхәтлеккә сыға. Бигерәк тә бүреләр ҡоторона ошо мәлдә. Уларға ысын-ысындан һыйлы осор башлана. Тығыҙ ҡуръяҡты ауырлыҡ менән йырып үткән ҡорбандарын йығыу уларға бер ауырлыҡ та тыуҙырмай. Эйе, тап ошо осорҙа бүреләр оҙон ҡыш буйына ас йөрөгәндең хаҡын ҡайтара. Бөгөн дә, ана, бер нисә саҡрым ер үткәнсе генә ботарланған ике ҡоралай ҡалдыҡтарына тап булдым. Ә тап булмағандары күпме? Шулай, бүре заты ныҡ бәйһеҙләнде. Был нимә, әллә урман санитары шул рәүешле һунар биләмәләрен “ауырыу” кейектәрҙән таҙартамы? Былай барһа, тиҙҙән урманда йүнле кейек тә ҡалмаҫ. Уйлап ҡараһаң, хатта йән өшөп китә: һин урман буйлап китеп бараһың, ә тирә-йүндә бүренекенән башҡа эҙ күренмәй. Күҙ алдына килтерегеҙ әле...
Ғәҙәттәгесә, сәғәт алмағайным. Сәғәт барҙа ваҡыт ифрат шәп үтә һымаҡ, шунлыҡтан уны тағып йөрөргә яратмайым. Ваҡытты сама менән генә билдәләйем һәм яңылышмайым. Сама саманан үтмәй, тиҙәр бит. Әле, алһыу офоҡҡа тәгәрәгән ҡояшҡа самалағанда, алты тирәһелер. Танһыҡ йылыға туйғансы наҙланып ҡалырға ла өлгөрмәгән тәбиғәт, ирәүән көн ҡыҫҡалығына үкенес белдергәндәй, шымтайып ҡалған. Шул рәүешле һағайып ул сираттағы шыҡһыҙ төнгә әҙерләнә. Тирә-йүндә үҙе сәйер, үҙе көҙөклө тынлыҡ хөкөм һөрә.
Бер арала ҡолағыма ғәжәп таныш та, ифрат танһыҡ та тауыш салынып ҡалғандай. Көтөлмәгәнлектән хатта кинәт туҡталып ҡалдым. Барлыҡ иғтибарымды туплап ҡолаҡ һалам. Һил урман шомло тынлыҡ менән яуап бирә: ахыры, яңылыш ҡына ишеттем. Ҡуҙғалып китәм тигәндә... Ғәжәп, тауыш йәнә ҡабатланды. Был юлы яңылыш түгел, асыҡ ишеттем. Йөрәк елкендергес тоноҡ шыҡылдауҙы башҡа бер ауаз менән дә бутарлыҡ түгел. Ул үҙенә күрә берҙән-бер генә! Әлеге ауаз-йырҙы йылдың иртә яҙ миҙгелендә генә ишетергә мөмкин. Уныһында ла таң атып килгән, әле дөм-ҡараңғы мәлдә генә. Ул йырҙы бары йоҡоһона баш була алғандар ғына ишетә ала, ә ғәмһеҙ йоҡо сүлмәктәренә бәхеттең ундайы тәтемәй.
Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмаған кеше һымаҡ байтаҡ торҙом. Ҡапыл, бөтөнләй яҡында ғына... һуйыр йыры яңғыраны: “Тэ-ко... тэ-ко... тэ-ко...” Йә Хоҙа! Ысынлап та һуйыр уйнай ҙа баһаң! Февраль айында! Етмәһә, кис мәлендә! Бындайын мин һис көтмәгән дә, уйламаған да инем. Бәләкәй генә мөғжизәме был, әллә тәбиғәттең бер яңылышлығымы? Сихыр көсөнән ихтыярһыҙ ҡалған кешеләй шаҡ ҡатып торам. Ә һуйыр, ҡәҙимгесә, йырын оҙайлы шығырлау менән осланы ла тынып ҡалды. Хәҙер ул тыңлап ултыра: хәтәр-хәүеф янамаймы, йәнәһе.
Мин тауыш-тын сығармайым, уның тағы “йырлай” башлағанын көтәм. Һәм һуйыр оҙаҡ көттөрмәй: тэ-ко... тэ-ко... Йырҙың ошо өлөшөндә айырата һаҡ булыу кәрәк, сөнки “йырсы” барыһын да яҡшы ишетә, күреп тә ултыра. Шылт иткән тауыш та уны һағайта. Яңылыштан ғына өҫтөнә баҫҡан ҡыу ботаҡтың сыртылдап һыныуы ла барлыҡ тырышлығыңды күҙ асып йомған арала юҡҡа сығарыуы бар. Ә инде сәйер генә фырылдап алғандан аҙаҡ тоноҡ шығырлауға күскән мәлендә – киреһенсә, тулы һаңғырауға әйләнә, күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә. Ата һуйыр ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, гүйә, трансҡа бирелә лә, аңы томаланып, бөтә донъяһын онота. Һунарсыға ошо секундтарҙы ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Уға, үҙенең барлығын һиҙҙермәйсә генә, ҡабалан-ҡарһалан, ике-өс аҙым яһап өлгөрөргә кәрәк, әммә ашығырға ярамай. Ашыҡтыңмы – эш харап. Ҡайһы саҡ хатта һуйыр һунарсының тын алышын ишетә. Шуның өсөн кәрәк саҡта һулыш ала белеү һис ҡамасау итмәй.
Ошо өйрәтеүгә ябай ғына күренгән, әммә үтәүҙәре ифрат ҡатмарлы ҡағиҙәне иҫтән сығармай ғына тауыш килгән яҡҡа бара башланым. Әйтергә кәрәк, аяҡ аҫтыңда шағырлап ятҡан туң ҡар һунарсы тормошон икеләтә-өсләтә ҡатмарлаштырып ебәрә. “Тэ-ко... тэ-ко...” Мин баҫҡан урынымда ҡатып ҡалам. “Фр-р-р-рхх... шығы-шығы... шығы-шығы...” – эренән ике-өс аҙым яһайым, тағы шып туҡтайым. Дүртенсе аҙымға ҡыймайым – өлгөрмәй ҡалыуым бар. Шулай итеп, әкрен-әкрен генә, әммә ышаныслы рәүештә маҡсатыма яҡынлашам.
Өҙөк-йыртыҡ килә торғас, мөһабәт ҡарағастар араһындағы түңәрәк аҡланға килеп сыҡтым. Аҡландың ҡап уртаһында дәү ҡарағас тора. Уның осона яҡыныраҡ ботаҡта, ҡанаттарын һәлендереп, ҡеүәтле муйынын һона биреп, сал һаҡаллы һуйыр уйнай. Ҡойроғо үҙенең матур ғына йәйелгән. Ул, гүйә, һағындырған яҙҙы ҡабаландырып, тыуып үҫкән Ирәндегенә дан йырлай. Әйтерһең дә, тышта йылы май айы! Һәр хәлдә миңә шулай тойола башлай. Уныһы ғына нимә, миндә кинәт ысын һунар ҡомары ҡалҡты: йөрәк тибешем йышайҙы, тамырҙарым буйлап ҡайнар ҡан йүгерҙе, тәнемде бөркөү эҫелек ялмап алды. Йырҙың икенсе быуыны башланыуға, үҙем дә һиҙмәҫтән (эйе-эйе, үҙ ихтыярымдан тыш!) “ТОЗ”-камды ҡулыма алам, шулай уҡ йыр ыңғайына бер ни һиҙмәгән һуйырҙы төҙәгескә “ултыртам”. Бармаҡ – тәтелә. Ара яҡын, яҙа атырлыҡ түгел. Хәҙер инде дәү ҡош – һәр һунарсының хыялы – лып итеп ергә килеп төшһөн өсөн бәләкәй генә бер хәрәкәт тә етә. Һуп бармаҡ хәрәкәте. Ошо уйҙан бөтөнләй онотола барған һымаҡмын. Тимәк, ҡанға артығы менән адреналин һибелә. Мин һуҙам. Мылтығымды тоҫҡаған килеш һуйырҙы күҙәтәм. Күрәһең, уның йырын оҙағыраҡ ишетеп ҡалғым, ләззәтле минуттарҙы оҙаҡҡараҡ һуҙғым килә. Ваҡыт үтеү менән тулҡынланыу тигән һатлыҡ тойғо тышҡа бәреп сыға...
Беҙҙең замандарға миллион йылдар төпкөлөнән килеп еткән дәртле лә, серле лә, шул уҡ ваҡытта сәйерерәк тә йыр йәнгә илһам өҫтәй, күңелдәрҙе күтәреп, булмышты ярһыта. Ҡарт һуйыр уйнауына ҡушылып, хис-тойғо урғыла ғына!..
Юҡ, күпме генә тырышһам да, тәтегә баҫа алманым. Выждан ҡушманымы, намыҫым тыйҙымы, әйтә алмайым. Бәлки, хуш күңелләнеп киткән йөрәгем ҡаршылашҡандыр. Ә иң дөрөҫөн әйткәндә – йәлләнем. Яҙҙы әйҙәп уйнаған дәртле ҡарт һуйырҙың йәнен мәленән алда ҡыяһым килмәне шикелле. Үлем төкөрөргә әҙер мылтығымды әкрен генә кире төшөргәс, ғәжәп еңеллек тойғоһо кисерҙем.
Йәлләйһең икән, һунарға йөрөмә, ти һунар ҡануны. Бөгөн ошо ҡанунды боҙҙом. Мин – бешмәгән һунарсы! Ләкин... Бешмәгәнлегемдең икенсе яғы ла бар. Май айының күҙгә төртһәң күренмәҫ ҡараңғы төндәрендә, айыу апа өңөнән сығып, аслыҡҡа түҙә алмайынса ауға тотоноп темеҫкенгән хәүеф тулы осорҙа һунар итеү – бер, ә көпә-көндөҙ күҙ алдыңда илһамланып ултырған ғәмһеҙ ҡошҡа ышыҡ урындан мылтыҡ күтәреү бөтөнләй икенсе ғәмәл икән. Мин үҙемде ғәҙел булмаған уйын уйнаған кеүек тойҙом. Үҙемде үҙем еңә алманым. Шулай булмай һуң: мин уны күреп торам, ә ул – юҡ. Ошо буламы ғәҙеллек?! Төнөн бит икебеҙ бер хәлдә. Ҡараңғыла барыһын да һиҙгерлек, уяулыҡ, ҡайсағын хатта тойомлау менән тоҫмал хәл итә. Ә былай, ысынлап та, ғәҙел түгел. Юҡ, түгел...
Ҡарт һуйырҙың хәйләһеҙ уйынын өҙмәҫкә була, килгәндәге ысул менән кире киттем. Алыҫлаша барған һайын туҡталып тыңлап торам. Бер ни аңғармаған ҡош әле генә янаған үлем ҡурҡынысын һиҙмәне, элеккегә ҡарағанда ла дәртләнеберәк йырлауын белде. Мин күңелемдән генә уның менән хушлаштым. “Хуш, урман баһадиры! Әлегә... Хозур мәлдәр етеп, нәҫелеңде ҡалдырғандан һуң был тирәләргә йәнә килеп урармын әле. Ул сағында инде абай бул, ҡартлас! Донъяңды онотма! Шуға күрә әлегә хуш!”