“Башҡортостан”дағы (2017 йыл, 17 ғинуар) “Күҙе һуҡыр булһа ла, үҙе һуҡыр түгел” тигән мәҡәләне уҡып сыҡҡас, мин дә үҙебеҙ төрткө тотҡан ваҡытты иҫкә төшөрөп гәзиткә яҙырға булдым. Һуҡыр сысҡан – ер аҫтынан юл йырып йөрөй торған осло моронло, тарбаҡ аяҡлы, ләпәк кәүҙәле ваҡ йәнлек. Аҙыҡ эҙләп, ана шул юлы буйлап йүгереп йөрөй. Ҡайһы бер ваҡытта ер өҫтөнә лә килеп сыға. Юлда осраған селәүсендәр, башҡа бөжәктәр менән туйына. Ике тапҡыр балалай. Күп кенә бала килтерә, шуның өсөн улар тиҙ үрсей.
Уның күҙе бик бәләкәй, энә менән төртһәң, шундай эҙ ҡала. Шуның өсөн дә инде уға икенсе исемде “һуҡыр сысҡан” тип ҡушҡандар. Еүешерәк урында йәшәргә яраталар. Юл һалған ваҡытында тупраҡты ер өҫтөнә сығарып ташлай. Тиреһе бик матур, ҡап-ҡара төҫтә.
Һуғыштан һуң беҙ уларҙы күпләп ауланыҡ. Ябай ғына ҡапҡандарҙы юлына ҡорҙоҡ. Һунар ваҡыты ла бар. Балалаған осоронда тоторға ярамай. Әсәләрен тотһаң, балалары үлә һәм уның тиреһе лә “брак” була, бик осһоҙға ғына ҡабул ителә. Өс сортлы була, дүртенсеһе – “брак”. Иң ҡиммәте – беренсе сорт. Икенсе һәм өсөнсөләренең хаҡтары түбәнерәк. Ҡара таплы тире өсөнсө сорт була ла инде. Дүртенсе сорты – тишелгән йәки йыртылған.
Яңғыҙ малайҙар бер нисә йөҙ тотһаҡ, атайлы йәки ҙур ағайлылар меңәрләп тә тотто. Бының өсөн тиҫтәләгән километр үтергә кәрәк. Ҡапҡандарҙы ике тапҡыр (иртән һәм кискәрәк) ҡарап сыҡтыҡ. Беҙ, өс малай, утыҙ километр самаһы алыҫлыҡта (Урта Телмәйгә яҡын ғына ҡыуыш эшләп) яттыҡ. Эләккән сысҡандарҙың тиреһен ҡапҡанды ҡараған арала эшкәртәбеҙ. Бик күп эләкһә, ҡапҡандарҙы тикшереп сыҡҡандан һуң һуйып бөтөп, ҡыуыш янына барғас сөйләйбеҙ. Бер сысҡан тиреһен сөйләр өсөн һигеҙ сөй файҙаландыҡ. Күп тотҡан “бесәйҙәр” 4-6 сөй менән дә сикләнде, сөнки мең тотҡан булһалар – һигеҙәр сөйҙән 8 мең сөй кәрәк булыр ине. Тиреләр кипкәс тә, уларҙы сөйләгән урындан алып, йөнөн ыңғайына һыпырып, себен инмәҫлек итеп урап йәшереп ҡуябыҙ. Тотоу ваҡыты 7-10 көн. Аҙаҡ тотҡандарының тиреһе эс яғы ҡара, ә тыш яғындағы йөндәре оҙонораҡ булып тора. Тиреләрҙе беҙ эшкәртмәнек. Нисек киптерҙек, шулай матурлап-таҙартып һалып, йыйыусыға тапшырҙыҡ.
Һуғыштан һуң аҙыҡ булманы. Бөтәһе лә норма менән өләшелде. Ә тире тапшырыусыларға он һәм башҡа аҙыҡ бирҙеләр. Сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ иркен һатыла башлағас ҡына үҙебеҙ теләгәнде алдыҡ.
Һуғыш осоронда сабата эшләп һатып туйынһаҡ, һуғыштан һуң беҙҙе һуҡыр сысҡан “туйҙырҙы”.
Хәҙерге ваҡытта һуҡыр сысҡан тиреһен ҡабул итеүселәр юҡ, шуның өсөндөр инде улар өй янындағы баҡсаларға ла килде. Мин ағастарыбыҙға, йәшелсәләргә зыян килтермәһен тип тотҡолайым.