Был хәлде “Приуралье” станцияһында йәшәгән Мәхмүт ағай Ғәлин һөйләгәйне.
Йәшерәк сағында һунарға йөрөргә ярата ине ул. Шундай ғәҙәте лә булған: һунарҙан ҡайтҡанда йыш ҡына мылтығын урманда йәшереп киткән. Бер көндө ҡушкөбәген ҡыуыш ағас эсенә йәшерә лә ҡайтып китә, ләкин, байтаҡ сәбәптәр арҡаһында, Мәхмүт ағай йылдан артыҡ һунарға сыға алмай. Хоҙай ҡушҡас барыр көн килеп етә. Иртән иртүк теге мылтыҡ йәшерелгән урынға барып етә ул. Тик, онотопмолор инде, ҡыуыш ағасты ла, шунда йәшергән ҡушкөбәген дә таба алмай. Эҙләп хәле бөтөп, ҡулын һелтәп ҡайтырға торғанда, был бал ағасына барып төртөлә. Ни ҡайғырырға, ни шатланырға белмәй. Кеше холҡо шулай ҡоролған бит инде, аптырағас, ҡайтып китә.
Иртәгәһенә һауыт-һаба алып, теге бал ағасына килә. Кәрәҙле балды ҡырҡҡанда, бысаҡ “саңҡ” итеп нимәгәлер барып тейә. Балды ҡырҡып ала бара бының күҙенә мылтыҡ приклады пәйҙә була. Мәхмүт ағай, минуттай иҫ-аҡылын юғалтып торғандан һуң, ҡушкөбәген танып ҡала. “Шунан һуң инде мылтыҡты урманда ҡалдырып китеү юҡ”, – ти һунарсы.