Улдарына Һеләүһен тип исем ҡушҡандар14.03.2017
Улдарына Һеләүһен тип исем ҡушҡандарБыл хәйләкәр йыртҡысты күптәребеҙ зоопарктарҙа ғына күргәне барҙыр. Урман-ҡырҙарҙа уға осрарға яҙмаһын. Үҙ тарихында кешегә ташланыу осраҡтары ла бихисап. Нисек кенә булмаһын, һеләүһен – тәбиғәттең бер өлөшө, унда үҙ урыны бар.
Һеләүһендең ҙурлығына килгән­дә, ябай эт тиклем. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 80 – 130 сантиметр булһа, бейеклеге 70-кә етә. Өлгөргән аталары 18 килограмдан 25-кә саҡлы тарта. Бик һирәктәре генә 30 килограмға етеүҙәре ихтимал. Инә һеләүһен иһә уртаса 18 килограмм була.
Бик матур йәнлек. Ҡолаҡ остарында оҙон “бумала”һы бар. Ҡой­роғо киҫеп алғандай ҡыҫҡа ғына. Кәүҙәһенә ҡарап билдәләгәндә, башы бәләкәй, йоморо. Сикәлә­ренең ике яғынан төшкән оҙон йөндәре “бакенбарда” һымаҡ күренә. Мороно ҡыҫҡа, күҙҙәре ҙур. Ҡарашы зәһәр осҡон сәсә. Мамығын, йөнөн яҙлы-көҙлө ике тапҡыр алмаштыра. Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йәнлектәр араһында уның йөнө иң ҡуйыһы. Шуға тиреһе өсөн был йәнлеккә электән һунар итәләр. Хатта саманы белмәйенсә, тип өҫтәргә кәрәктер. Мәҫәлән, Европа илдәрен алғанда, Францияла 1900 йылға тулыһынса ҡырып бөтөргән булған­дар. Һуңынан ғына ике урынға – Вогезы менән Пиренейҙарға ебәрелә. Швейцарияла 1915 йылға бөтөрәләр. 1971 йылда ғына ҡайтанан үрсетә башлайҙар. Рәсәйҙә иһә һеләүһендең 90 проценты Себерҙе төйәк итә. Шулай ҙа илдең көнбайыш сиктәренән алып Сахалинғаса осратырға мөмкин.
Ҡышын һеләүһен ҡар өҫтөндә иркен йөрөй ала. Көрткә сумған ҡоралайҙар уға еңел табыш һанала. Йыртҡыстың ярайһы уҡ эре тәпәйҙәре ҡыш аҫҡы яҡлап оҙон йөн менән ҡаплана һәм үҙен­сәлекле “саңғы” барлыҡҡа килә. Баҫыу ауырлығы бесәйҙәр ғаилә­һенә ҡараған башҡа йәнлектәрҙән бер нисә тапҡырға кәмерәк. Оҙон тырнаҡтары йомшаҡ ҡарҙа ла батмайынса тиҙ хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә.
Төҫтәренә килгәндә, төбәктең тәбиғәтенә, климатына, башҡа географик үҙенсәлектәренә бәйле. Ҡыҙғылт һоронан алып ҡуйы төтөн төҫөнә тиклем осрай. Һыртындағы, ҡабырғаларындағы “таптары” ла беленер-беленмәҫтән башлап ныҡ сағыуға тиклем бар.
Һеләүһен, урман-далалы төбәк­тәрҙә күренһә лә, күпләп ҡуйы ылыҫлы ағастар үҫкән ерҙе төйәк итә. Ул ағас башына бик йылғыр үрмәләп менә, ҡаяларҙы артыла, һыуҙа яҡшы йөҙә. Йөнөнөң “таптары” көндөҙ һунар иткәндә лә, дошманынан һаҡланғанда ла дөйөм тәбиғәт фонында йәшеренергә булышлыҡ итә. Был йыртҡыстың тағы бер үҙенсәлеге бар: тирә-яҡта аҙыҡ күп булһа, ул күсенеп йөрө­мәй, ултыраҡ тормош алып бара. Ә бына йәнлек-кейектәр кәмей башлаһа, сәйәхәткә сыға. Тәүлегенә хатта 30 километр юл үтә ала. Төп ризығы булып ҡуяндар һанала. Шулай уҡ ҡоштарҙан, сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙән дә баш тартмай. Һирәкләп булһа ла ҡоралайға, башҡа ҙурыраҡ хайуандарға һунар итә. Ауыл тирәһендә йөрөгән эт, бесәйҙәрҙе осло тырнағына эләктерә.
Йыртҡыстың һунар мәле – эңер ваҡыты. Ғәҙәттә, беҙ уны табышына ағас башынан һикерә тип күнек­кәнбеҙ. Эйе, ағастар уның өсөн бик яҡшы күҙәтеү, ҡорбанын һағалау урыны. Һөжүм итер алдынан һеләүһен ергә ауған ағас, таш өйөмө артына ышыҡланып торорға мөмкин. Шулай уҡ аҫҡа тиклем эйелгән, горизонталь ботаҡтар ҙа яҡшы һағалау урыны. Ә һөжүм иткәндә, дүрт метр араға тиклем һикереп, бик ҙур тиҙлектә йүгерә, ләкин 60 – 80 метрға тиклем генә табышын эләктерә ала. Һуңынан хәле бөтә. Эре хайуандарҙың кәү­ҙәһенең алғы яғына тырнаҡтарын батыра ла шул ыңғайы муйынына, боғаҙына тештәре менән йәбешә. Табышы иһә ауыртыуға түҙә алмай бер аҙ һеләүһенде һөйрәп бара. Һуңынан хәле бөтөп ауа. Йыртҡыс уны бер юлы ғына ашап бөтә алмай. Был сағында ул ҡорбаны итен йәшереп йәки ҡарға күмеп китә. Һеләүһен төлкөләрҙе яратмай, хатта тамағы туҡ булғанда ла үлтерә. Һис юғы үҙенең һунар биләмәһенән ҡыуа. Ғәҙәттә, оло һеләүһенгә бер ҡуян ике көнгә етә. Ә йәшерәктәренә бер генә көнгә. Ҡоралай алһалар, уны 3-4 көнгә һуҙалар.
Һүҙ башында һеләүһендең кешегә ташланыу осраҡтары тура­һында әйтеп үткәйнек. Нисек кенә һаҡ булмаһын, был йыртҡыс кеше­нән бик ҡурҡмай, сөнки яҡын йәшәй. Бик асыҡҡан, урманда сысҡандар, ҡуяндар кәмегән йылдарҙа ауыл­дарға, ҡала ситтәрендәге баҡса­ларға ла инеүҙәре мөмкин. Яралы булмаһа, кешегә ташланмай, әммә яралы йыртҡыстан да хәтәре юҡ.
Күптәр һеләүһенде зарарлы йыртҡысҡа һанай, ләкин тәбиғәттең үҙ ҡануны – һәр ҡайһыһына урын тигеҙ бүленгән. Әйтәйек, һеләү­һендәр бүреләр һымаҡ уҡ ауырыу, хәлһеҙ йәнлектәргә, хайуандарға ташлана. Улар кешегә яҡын йәшәй, тинек. Һеләүһендәрҙе бик тиҙ ҡулға эйәләштерергә мөмкин, хатта оло йәнлектәрҙе өйрәткән осраҡтар бар.
Ғаилә ҡороуға килгәндә, йорт­тағы бесәйҙәр шикелле, мартта төрлө тауыш сығарып, парҙарын эҙләй башлайҙар. Бер нисә ата йыйылып бер инә өсөн талашалар. Еңеүсе инәһе эргәһенә килгәс, тотош “йола” башҡара. Парҙар бер-береһен еҫкәп, тәүҙә еҫтәренә өйрәнә. Һуңынан морондарына күсәләр, маңлайҙары менән сәкәшә башлайҙар. Ә бер-береһен ҡабул итеүҙәре йөндәрен ялау менән тамамлана.
Инә һеләүһен 63 – 70 көндән һуң 2-3 бала таба. Һуҡыр, ишет­мәүсән бәләкәстәренең ауырлығы 250-300 грамм тарта. Күҙҙәре 12-се көнгә саҡ асыла. Ә ай тигәндә әсәләре ҡатыраҡ ризыҡ бирә башлай. Балаларын ҡарауҙа һеләүһен­дәрҙең икеһе лә берҙәй ҡатнаша. Үҫә төшкәс, һунарға сыҡҡанда бергәләп баралар. Шулай итеп, икенсе ҡауышыу мәленә тиклем бергә булалар. Һуңынан йәштәре китә. Енси яҡтан инәләре – 21 айҙа, аталары 33 айҙа өлгөрә. Тәбиғи шарттарҙа улар 15-20 йыл йәшәргә мөмкин.
Беҙҙең халыҡ һеләүһендең аҡылына, хәйләкәрлегенә, йылғыр­лығына һоҡланған. Хатта улдарына Һеләүһен тигән исем ҡушыусылар булған.


Вернуться назад