[/right]
Рим СЫҢҒЫҘОВ, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы:
— Әбйәлилдә тырыш һәм уңған халыҡ йәшәй, шуға ла районда эшһеҙлек проблемаһы юҡ тиерлек. Быға шулай уҡ аэропорт һәм курорт зоналарының яҡында урынлашыуы, Магнитогорск ҡалаһының эргәлә булыуы йоғонто яһай. Әбйәлилдәр аҡса эшләй белә: йәй еләген, көҙ көртмәле һәм бәшмәген, яҙ тиреҫ һатып, ҡыш тубырсыҡ йыйып, селек бәйләп яйын таба. Шуға күрә халыҡ етеш йәшәй, яңы йорт һала, еңел машиналарҙа елдерә. Мал көтөп, унан табыш алып, балаларын юғары уҡыу йорттарында уҡыта. Әбйәлилдәрҙең тағы бер күркәм сифаты бар: улар мәҙәниәтте ярата, йыр-моңдо үҙ итә. Беҙҙә йырламаған һәм бейемәгән кеше юҡ, барыһы ла дәртле, сәмле һәм моңло.
Әбйәлил районы Көньяҡ Уралдың урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны — 4289 квадрат километр. Район үҙәге — Асҡар.
Әле бер гимназия, 28 урта, 7 төп, 36 башланғыс белем биреү мәктәбе, 37 балалар баҡсаһы, 4 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй.
Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә. Аграр секторҙа 54 мең гектар һөрөнтө ере иҫәпләнгән 16 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 22 мең
гектар ере булған 107 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар.
Малсылыҡ — ауыл хужалығының төп тармағы. Бөгөн 29 мең 747 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Быйыл мал ҡышлатыуға 25 мең тонна бесән, 12 мең тонна һалам, 35 мең тонна сенаж, 20 мең тонна силос әҙерләнгән. Һәр баш малға 35 центнер аҙыҡ берәмеге етештерелгән.
Уртаса эш хаҡы 11,9 процентҡа артҡан, һәм ул яҡынса 11 мең 995 һум тәшкил итә.
Төрлө тармаҡта эшләүсе 1 мең 235 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Был өлкәлә 4 мең 200 кеше мәшғүл, йәғни иҡтисади әүҙем халыҡтың 30 процентын тәшкил итә. Шуның 1500-ө — ауыл хужалығында, сауҙала — 1000, төҙөлөштә — 220 һәм эшкәртеү сәнәғәтендә 200 кеше эшләй.
Үҙешмәкәр артистар республика һәм Рәсәй күләмендәге төрлө конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһай. “Сәсмәүер” ансамбле “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор фестивалендә, бейеүсе Радик Хәлилов “Байыҡ” республика телевизион конкурсында гран-при яуланы.
Районда 1992 йылдан әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырылған. Төрлө йылдарҙа был бүләккә Рамаҙан Өмөтбаев, Мырҙахан Шәмсетдинов, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Айһылыу Йәғәфәрова, Яныбай Хамматов, Ринат Атауллин, Марсель Ҡотлоғәлләмов, райондың “Йәшлек” бейеү ансамбле, “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле, Юрий Здрогов, Илсен Мирхәйҙәров, Рәйфә Әхмәтйәнова, Зиннур Нурғәлин, Сара Буранбаева, Әхмәт Лотфуллин, Әхтәм Абушахманов, Гөлшат Әхмәтҡужина, Зөһрә Фәйзуллина, Фирҙәүес Хисамитдинова лайыҡ була.
Балапанов исемен мәңгеләштереү һәм йәш таланттарҙы йәлеп итеү маҡсатында сәсән-импровизатор Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев 2003 йылда уның исемендәге район премияһын булдыра. Хәнифә Әбүбәкирова, Ринат Ноғоманов, Вәсилә Садыҡова, Владимир Павлюкович, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рәжәп Малыбаев, Ишморат Ҡалдаманов, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Дәүләт Ҡадиров, Галина Гончарова, Илдар Исламов, Сания Мортазина, Сәриә Малыбаева, Юмор Атауллиндар ошо премияға лайыҡ була.
[right]
Кәримә Усманова