Демографик хәлде яҡшыртыу буйынса эштәр10.03.2017
Демографик хәлде яҡшыртыу буйынса эштәрРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ҡағылышлы үҙенсәлектәр хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Салауат Сәғитов БСТ каналына биргән интервьюһында ла һөйләне.

«Башҡортостанда йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу маҡсатында 2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге бала тыуғанда торлаҡ һатып алыу йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү билдәләнде. Социаль түләүгә беренсе балалары тыуған ғаиләләр дәғүә итә. Йәштәрҙең икеһе лә 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, уларҙың торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә тороуы шарт. 300 мең һумды эконом-класлы торлаҡ һатып алыуға, ипотеканы ҡаплауға йәки төҙөлөштө тамамлауға тотонорға рөхсәт ителә. Социаль түләүҙе әсәлек капиталы менән дә берләштерергә була. Субсидия юллау өсөн урындағы район йәки ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләү 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ».

Указға ярашлы, төбәктә йәш ғаиләләргә булышлыҡ итеү һәм сабыйҙар һанын арттырыу маҡсатында 2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге бала тыуғанда ғаиләгә торлаҡ һатып алыу (төҙөү) йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү билдәләнә. Аҡсаны 35 йәштән өлкәнерәк булмаған һәм торлаҡҡа мохтаждар исемлегенә ингән ғаиләләр аласаҡ.

Указдың үтәлешенә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте контроллек итәсәк.


Вернуться назад