Алдар батыр һәйкәлгә лайыҡ10.03.2017
 Алдар батыр һәйкәлгә лайыҡ2013 йылда Башҡортостан Хөкүмәте Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводына 100 йыл тулыуҙы билдәләү планын раҫларға әҙерләнгәндә, район йәмәғәтселеге Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир-полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар Иҫәкәев (ысын исеме Алдар Иҫәнгилдин) хөрмәтенә ҡала уртаһында монументаль һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен индергәйне.
Билдәле булыуынса, Алдар батыр Нуғай даруғаһы Бөрйән улысында (хәҙерге Баймаҡ районы) тыуған. Тархан, башҡорт ихтилалдары башлығы. XVII быуат аҙағында урыҫ армияһының Ҡырым һәм Аҙау (Азов) походтарында ҡатнаша. 1696 йылда Петр I уға вариҫи тарханлыҡ ярлығы (грамота) һәм алтын яҙыулы көмөш ҡынлы ҡылыс бүләк итә.

Баймаҡта Алдар батырға һәйкәл асыу халҡыбыҙҙың тарихын ололау, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе күтәреү, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү йүнәлешендә башҡарылған ҙур эш булыр ине. Былтыр 10 ноябрҙә ҡалала үткән район башҡорттары ҡоролтайының ҙур йыйынында ла ошо мәсьәлә тикшерелде.
Халыҡтың мөрәжәғәтен район хакимиәте хуплап ҡаршы алып, батырға һәйкәл ҡойоуҙы ойошторҙо. Әле был изге эш тамамланыу өҫтөндә. Ләкин шул уҡ ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса етмәй, сөнки ул күп сығым талап итә. Һәйкәлде төҙөү өсөн бюджеттан бер тин дә бүлеү ҡаралмаған. Шуға ла Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты мәсьәләне хәл итеү ниәтенән милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Мөмкинлеге булған һәр башҡорт хәленән килгәнсә түбәндә күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсерһә, һәйкәлде төҙөү һәм уны урынлаштырыу мәсьәләһе тиҙерәк хәл ителер ине.
Башҡорт халҡының тарихына һәм киләсәгенә битараф булмайыҡ, милләттәштәр, был акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ, уға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек. Алдар батыр – арҙаҡлы яҡташыбыҙ ғына түгел, бөтөн башҡорт халҡының милли геройы һәм ғорурлығы ла!

Аҡсаны түбәндәге иҫәпкә күсерергә кәрәк:

Банк получателя – доп.офис № 8598/0736
ПАО Сбербанк.
Кор/счет банка – 30101810300000000601,
БИК банка – 048073601,
счет получателя – 42307810606520014198.

Баймаҡ районы башҡорттары
ҡоролтайының башҡарма комитеты.



Вернуться назад