Экологик именлек – һау киләсәк нигеҙе10.03.2017
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана “Ер. Тәбиғәт. Киләсәк” исемле күргәҙмәгә саҡыра. Ул Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология йылы сиктәрендә ойошторолған.
Күргәҙмәлә ҡурсаулыҡтарҙы һаҡлау, климаттың үҙгәреүе, кеше битарафлығы тураһында рус һәм башҡорт телдәрендә ғилми һәм фәнни-популяр баҫма әсбаптар урын алған.
– Экологик хәүефһеҙлек – XXI быуаттың иң сетерекле мәсьәләләренең береһе. Тотороҡло үҫеште тәьмин иткән биләмәләрҙең экологик именлеге – киләсәк өсөн мөһим тәүшарттарҙың береһе. Ваҡытында тормошҡа ашырылған тәбиғәтте һаҡлау саралары илдең тәбиғи байлығын һәм бөтөнлөгөн һаҡларға ярҙам итәсәк, – ти китапхананың ваҡытлы матбуғат бүлеге мөдире Илвера Мөслимова.
Экология йылына бағышланған йыл дауамында эшләйәсәк күргәҙмәләр циклы өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын көтә.