Тимерҙә – көс һәм файҙа10.03.2017
– Оҙаҡ уйланғандан һуң тимер эше менән шөғөлләнергә булдым. Йорттарҙың баҡсаһын, ҡапҡаһын төрлөсә биҙәп яһағым килә. Был йәһәттән байтаҡ тәжрибәм дә бар. Шулай ҙа икеләндерә: мосолманға бындай эш менән шөғөлләнергә яраймы икән?
И. ШАҺАПОВ.
Ауырғазы районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим”дә 29 аяттан торған “Хәдид” сүрәһе бар. Был атама “тимер” тигәнде аңлата. “Беҙ асыҡ аяттар, рәсүлдәр ебәреп, улар аша китап күндерҙек, кеше ғәҙел булһын өсөн үлсәү индерҙек һәм тимер төшөрҙөк. Унда әҙәм балалары өсөн бөйөк көс, күп файҙа бар. Кемдең Аллаһ менән Уның рәсүленә йәшерен генә ярҙам иткәнен белер өсөн дә кәрәк ул”, – тиелгән сүрәлә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тимер – беҙгә Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән ниғмәт. “Унда бөйөк көс һәм күп файҙа бар” тиелгән икән, ҡәҙерен белергә, тейешенсә ҡулланырға тейешбеҙ.
Мәғлүм ки, Аллаһ Тәғәлә Дауыт ғәләйһис-сәләмгә ғәжәйеп үҙенсәлек биргән: ул тимерҙе ҡулы менән йомшартып, төрлө нәмә эшләй алған. Был хаҡта “Пәйғәмбәрҙәр” сүрәһендә лә әйтелә. “Тәсбих ҡылһындар өсөн Дауытҡа тауҙарҙы, ҡоштарҙы буйһондорҙоҡ... Беҙ уны бер-берегеҙҙең һөжүменән аралай торған тимер кейем яһарға өйрәттек” тигән юлдар бар унда. Тимәк, был металл һаҡлаусы, ҡурсалаусы булараҡ та ҡабул ителә.
Хәҙерге тормошта тимер инмәгән, ҡулланылмаған тармаҡ һирәктер. Йәшәйештә өлөшө шул тиклем ҙур уның. “Тимер ат”тар менән “тимер ҡош”тарҙы ғына алғанда ла, үҫештә ниндәй урын тотҡанын аныҡ билдәләргә мөмкин. Сәнәғәтте тотоп торған ҡеүәт ул. Борон да бит ауылдарҙа тимерсе төп һөнәр эйәһе, иң кәрәкле кеше иҫәпләнгән. Көнкүрештәге барлыҡ мәсьәләләр буйынса тиерлек уға мөрәжәғәт иткәндәр. Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тимер менән эш иткән кешеләр һирәк. Һис һүҙһеҙ, ата-бабабыҙҙан ҡалған һөнәр киң йәйелдерелергә тейеш.
Аллаһ Тәғәлә тимер эшенә тотонған һәм шул ниәттәге ҡәрҙәштәребеҙҙең барыһына ла, иншаллаһ, уңыш-бәрәкәт бирһен, шулай уҡ һәммәбеҙгә лә һөнәр өйрәнергә насип ҡылһын. Ҡулы эш белгән һис ҡасан юғалып ҡалмай, ауырлыҡтар алдында баш эймәй. Ата-бабабыҙ ғүмер буйы, Ислам күрһәткәнсә, үҙ көсөнә таянып йәшәгән, иген иккән, мал аҫраған, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән. Улар һис кемдән ярҙам көтөп ултырмаған, барыһын да үҙҙәре тапҡан, һөҙөмтәлә ғаиләһен ҡараған, еренең ҡәҙерен белгән, милләтен, телен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә һөнәрле булыуҙың юғары әһәмиәтен үҙ тормошо аша раҫлаған. Ул намаҙ ҙа уҡыған, сауҙа менән дә уңышлы шөғөлләнгән, ғаиләһен дә яҡшы ҡараған. “Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙел алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына килемеңдә бәрәкәт була.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә төрлө һөнәр үҙләштерергә, динебеҙ ҡушҡанды теүәл үтәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.