Үле менән теренең диалогы10.03.2017
– Туғаным!
– Ағайым, тереһеңме?
Һис кем һине баһаламай тере мәлдә.
Хәҙер барыһы һағына! Ҡайҙаһың?
Мөмкинлек бармы тағы ла күрешергә?

– Мин хәҙер инде һеҙҙән алыҫтамын,
Теренең аяғы баҫмаҫ уҙмыштамын.
Һағыныуығыҙ шулмы? Иҫеңә төшөр,
Һуңғы тапҡыр ҡасан
Ҡөрьән бағышланың?

Ярай, етер!
Рәнйер өсөн үҙең менән күрешмәнем,
Әйтер өсөн серҙе килдем алыҫтан мин...
Гонаһыма көлөп ҡарап, иҫем китмәй,
Йәшәй-йәшәй ожмахтан мин алыҫайҙым.

Үлем тигән һүҙ йөрөһә – ишетмәнем,
Мәңге йәшәр кеүек итеп йәшәнем мин.
Намаҙҙарҙың биш ваҡыты ары торҙо,
Аллаһ өсөн ғәмәл ҡылып тирләмәнем.

Мәсеттәрҙең янына бер юламаным,
Гонаһымды таҙартманым йәнемдәге.
Үкенәмен! Үкенеүҙән тик файҙа юҡ...
Аҙап тигән ҡыйын икән ҡәберҙәге.

Йома намаҙын иҫләмәнем,
барманым да,
Аллаһ ҡушҡан бер ғәмәлде үтәмәнем.
Шайтан мине арбаны ла, аҙҙырҙы ла,
“Хужаһы” ла булды ғүмеремдең.
Тамуҡтамын...
– Ағайым!
– Тыныс тыңла!
Һәр ваҡыт янда йөрөр ен дә,
шайтан да,
Үҙ-үҙенә ҡаратып, алдап-арбап та,
Аяғыңа ҡолап та... Ышанма, һынма!
Сыҙарға доға бир эҫегә, һыуыҡҡа,
Мөмкин түгел сыҙау тамуҡтың утында!
Шуны онотма!
Үртәлеп, шатырлап яна утта һөйәк,
Сығырға булмай хатта биш минутҡа...

Байлыҡ-дәүләт барыһы ла –
шайтан эше.
Күп кешеләр әммә мал артынан ҡыуҙы.
Хәҙер улар минең менән тамуҡталар,
Үкенһәк тә, файҙаһы юҡ... Аңла шуны!
Үкенеүҙән ни файҙа һуң, үкенеүҙән?
Раббыбыҙҙан һынау икән ғүмер тигән.
Унда – гонаһ, ялғандар бар, зинаһы ла
Маңлайҙағы күҙҙәреңә күренмәгән.

Ҡөрьән, намаҙ – береһенән айырылма,
Башҡаларҙы рәнйеткәндән бөйөк булма.
Тамуҡтарға төшөрөңдө һиҙенгәндә
Мине ҡабатлама, һыйын тик Аллаға!

Әйткәнемде ишеттең, уйла, туғаным,
Ен һәм шайтан – кешеләрҙең төп яуы.
Иман ҡылып, Аллаһ ҡоло булып ҡалһаң,
Шунда юя алырһың һин гонаһтарҙы...

...Шулай ятып, таң йоҡомдан
уяндым да,
Ағайымды аңлап, йәлләп иланым мин.
Һәм дә тороп намаҙ өсөн әҙерләндем,
Сөнки белдем – файҙаһы юҡ үкенеүҙең...

Ҡаҙаҡсанан тәржемә.


Вернуться назад