“Янмай” торған байлыҡ10.03.2017
“Янмай” торған байлыҡ ...Былтыр, һум менән доллар “һикерә” башлаған мәлдә, ҡалалағы банктарҙың береһендә кассаға сират көткәнемдә тиҫтәгә яҡын кеше ашығып инеп, валюта курстары хаҡында яҙылған таҡтанан мәғлүмәт күсереп алып сыҡты. Эй ҡабаланалар! Моғайын, банктан банкка йөрөйҙәрҙер. Аллаһ теләмәһә, йүгереп йөрөүҙән файҙа булырмы икән һуң?
Һүҙ юҡ, һәр кем киләсәк хаҡында уйларға бурыслы. Был йәһәттән тәү сиратҡа аҡсаны ҡуйған кешеләрҙең күбеһе иҡтисади көрсөк, санкция шарттарында кинәт ҡурҡыуға ҡалыусан, ғауғаға бирелеүсән. “Иртәгә минең менән нимә булыр? Ғаиләмде нисек ҡарармын? Аҡсаһыҙ ни рәүешле йәшәрмен?..” Бындай уйҙар, дин әһелдәре әйтеүенсә, иманы көсһөҙ кешеләргә хас. Ундайҙар шик-шөбһәгә бирелә, күңелендәге ҡурҡыу тойғоһоноң ҡолона әүерелә. Динле кеше иһә барыһын да тыныс ҡабул итә, хеҙмәттән айырылмай, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр ҡыла, өмөт бағлай.
Ғөмүмән, киләсәккә һалынған иң отошло инвестиция нимә һуң ул? Аҡсамы, мөлкәтме, әллә икенсе нәмәме? Ерҙәге байлыҡты нисек һаҡларға һәм ишәйтергә? Хәҙистә шулай тип әйтелә: “Баҡыйлыҡҡа күскән әҙәм балаһына фанилыҡта ҡылған ете изге ғәмәленән – башҡаларға өйрәткән ғилеменән, ҡаҙған ҡоҙоғонан, юл ярған йылғаһынан, ултыртҡан ағасынан, төҙөгән мәсетенән, мираҫҡа ҡалдырған Ҡөрьән китабынан, тәрбиәле, иманлы балаларынан – рәхмәт барып торасаҡ.
Беренсеһе – белем – башҡаларға файҙа килтерергә тейеш. Бында тәү сиратта дини ғилем күҙ уңында тотола. Ҡөрьән, фиҡ, тәүхид, тәфсир һәм хәҙистәр әҙәм балаһына дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Донъяуи ғилем дә – математика, медицина, физика, химия һ.б. – тормошта үтә мөһим. Уларһыҙ Йыһанға юл яра, ҡатмарлы операциялар эшләй, матур-матур йорттар төҙөй, ғөмүмән, йәшәй алмаҫ инек. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы саҡта ғилемдең кешегә кире йоғонто яһауы ла ихтимал. Мәҫәлән, ядро ҡоралы яһау. Белемде һәм фәнни ҡаҙаныштарҙы донъяны емереү, ғүмерҙәрҙе өҙөү өсөн файҙаланыу Ислам тарафынан ҡәтғи тыйыла. Өйрәткән ғилемең башҡаларға файҙалы булғанда ғына бәрәкәтле.
Хәҙистә иҫкә алынған йылға, ҡоҙоҡ һәм ағас та – именлекте һаҡлау, йәшәйеште дауам итеү билдәһе. Уларһыҙ тормош юҡ. Донъя буйынса эсәр һыуға йылдан-йыл нығыраҡ ҡытлыҡ була барғанын, экология мәсьәләләренең көнүҙәккә әйләнеүен күҙ уңында тотҡанда, тап тәбиғәтте һаҡлауҙың “киләсәккә инвестиция” икәненә йәнә бер ҡат инанаһың.
Мәсет төҙөү, мираҫҡа Ҡөрьән ҡалдырыу иһә – дини тәрбиәнең мәңгелеге, хаҡ юлдан тайпылмау билдәһе. Был йәһәттән ғилемебеҙҙе түкмәй-сәсмәй балаларға бирергә бурыслыбыҙ. Мәсет намаҙ уҡыу урыны ғына түгел, барлыҡ изге эштәрҙең, ғилемдең нигеҙе булырға тейеш, ти дин әһелдәре.
Һанап үтелгән ғәмәлдәр – яҡшы, файҙалы белем алып, башҡаларға таратыу, экология мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар бүлеү, тирә-йүндең именлеген хәстәрләү, мәсет төҙөү, Ҡөрьәнде таратыу, иманлы балалар үҫтереү – “янмай” торған инвестиция. Ошо ҡушылғандарҙы теүәл башҡарғанда, һумдың ҡиммәте төшкәндә лә ҡурҡыныс булмаҫ.


Вернуться назад