Беҙ – сыныҡҡан быуын10.03.2017
Үткән аҙнала хәйер-саҙаҡа биреп, атай-әсәйҙең, туғандарҙың рухтарын шатландырып ҡайтайым тип, Ижевск Йәмиғ мәсетенә юл алдым. Ҡала үҙәгенә ҡәҙәр троллейбус менән килергә кәрәк. Ял көнө булғас, кеше күп.
Ана бер йәш кенә ханым 4-5 йәшлек балаһы менән ике урынды биләп алған. Ғәмәлдә ул сабыйын алдына ла ултырта ала бит. Ә янында, таяҡҡа таянып, бер әбей баҫып тора. Уға иғтибар итеүсе лә юҡ. Бер туҡталышта байтаҡ ҡына кеше сыҡты. Урындар бушаны. 9-10 йәшлек бер малай алдан кереп, ике урынға “хужа” булды. Бер бабай ултырырға теләгәйне, малай бабайға: “Занято”, – тип ултырғысҡа фуражкаһын һалып ҡуйҙы. Бер аҙҙан янына типһә тимер өҙөрлөк атаһы килеп ултырҙы.
Коммунистар идара иткән осорҙо хурламаһындар ине. Ул ваҡытта халыҡ тәрбиәле булды. Транспортта өлкәндәргә лә урын бирҙеләр. Ә хәҙер нисек? Ҡолаҡтарына “бөкө” тығып, күҙҙәрен йомоп музыка тыңлайҙар. Бер кемде күрмәйҙәр ҙә, ишетмәйҙәр ҙә.
Бөгөн “хөрмәт”, “тәрбиә”, “оят” тигән һүҙҙәр ҡулланылмай. Телевизорҙан да үлтереш, һуғыш, көсләү тураһында күрһәтелә. Халыҡ яратып ҡарай торған тапшырыуҙарҙа ла йүнле һүҙ ишетермен тимә. Унда – баҙарҙағы кеүек шау-шыу. Бер-береһен тыңламайҙар, һәр кем үҙ һүҙен һөйләй, хатта бер-береһенең яңаҡтарына, йөҙҙәренә килеп йәбешәләр. Шундай ҡыҙған миҙгелдәрендә йыш ҡына телевизорҙы һүндереп тә ҡуям, сөнки башым ауырта башлай.
Телевизорҙан депутаттарҙың үҙ-ара һуғышыуын күреү ҙә күңелле түгел. Был – тәрбиәһеҙлек, тупаҫлыҡ. Хөрмәтле кешеләребеҙ ҙә шундай “үрнәк” күрһәткәс, ябай халыҡҡа ни ҡала? Шулай ҙа минең хәҙерге сәйәсәткә бирешкем килмәй. Ни әйтһәң дә, беҙ бит “люди старой закалки”.


Вернуться назад